Иң шәп йырсылар беҙҙеке

Өфө ҡала Мәҙәниәт һарайында «Юлдаш йыры - 2013» асыҡ республика конкурсының финалы үтте.
Унда республиканың башҡорт һәм татар телендә йырлаусы үҙешмәкәр башҡарыусылар һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән конкурсанттар ҡатнашты. Һуңғы этапта финалға 21 йырсы сыҡты.
«Юлдаш» радиоһы халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың конкурсын дүртенсе йыл рәттән уҙғара. Уның маҡсаты - үҙешмәкәр йырсылар араһында яңы таланттар табыу, уларҙың артабанғы үҫеше өсөн ярҙам күрһәтеү, авторҙарҙың һәм башҡарыусыларҙың ижадын үҫтереү.
Конкурста ҡатнашыусылар сәнғәт академияһына уҡырға инеүгә, төрлө халыҡ-ара, Рәсәй конкурстарында ҡатнашыуға стимул ала.
Конкурстың иң юғары баһаһына Миәкә районынан Мөхәммәт Садыҡов лайыҡ булды. I урынды Белореттан Динар Ғәниев яуланы.
Шулай уҡ финалға сығыусылар төрлө номинацияларҙа ла билдәләнде. Яҡташыбыҙ Денис Поляков «Өмөт» номинацияһында еңеп сыҡты.
Еңеүселәрҙең йырҙары «Юлдаш» радиоһы аша тапшырылып торасаҡ.
Оставить комментарий