Закон ҡәтғиләште

Хәҙер тыйылған урында тәмәке тартҡан һәм балиғ булмағандарҙы яман ғәҙәткә йәлеп иткән ѳсѳн 1,5 мең һум түгел, ә 3 мең һум штраф түләргә тура киләсәк. Шулай уҡ балалар майҙансыҡтарында тартҡан ѳсѳн дә штраф күләме 2 мең һумдан 3 мең һумға тиклем артты.

Балиғ булмағандарға тәмәке һатҡан ѳсѳн 3 мең һумдан 5 мең һумға тиклем штраф һалынһа, вазифалы кешеләр 30 мең һумдан 50 мең һумға тиклем, ә юридик шәхестәр 100 меңдән 150 мең һумға тиклем штраф түләйәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путин тәмәкегә ҡаршы тѳп законға 2013 йылдың 1 июнендә ҡул ҡуйғайны. Ә яңы индерелгән үҙгәрештәр 15 ноябрҙә үҙ кѳсѳнә инәсәк.
Оставить комментарий