Тормош һабаҡтары

Барҙың ҡәҙерен бел
Күрше ҡатындың ире үлеп ҡалды. Уның уңған, тырыш, хәстәрлекле хужа булыуы донъяларының матурлығынан, тѳҙѳклѳгѳнән үк күренеп тора ине. Тик ниңәлер ҡатын ирен кеше алдында яманланы, ризаһыҙлығын белдерҙе. Саҡ ир ҡорона ингән шап-шаҡтай кешенең мәрхүм булып ҡалыуына бер кемдең дә ышанғыһы килмәне. Йѳрәге туҡтаған, тинеләр.
Йәшләй генә ирһеҙ тороп ҡалған ҡатын, әлбиттә, йәл ине. Әммә уның ауыҙынан шул тиклем һәйбәт, һәр яҡлап та килгән тормош иптәшен юғалтыуы тураһындағы һүҙҙәрҙе ишетеү нисектер сәйер тойолдо. Барҙың ҡәҙерен юғалтҡас ҡына аңлайбыҙ икән.

Тормош  һабаҡтарыСабый күңеле - аҡ ҡағыҙ
Сентябрҙә уҡыусылар мәктәпкә сәскә тотоп барырға күнеккән. III класҡа барыусы улым да баҡсабыҙҙа үҫкән астраларҙы тотоп алды. Ял кѳнѳм тура килгәс, үҙем дә уның менән бергә киттем. Ни эшләптер улым уҡытыусыһын яратмай. Бына уҡыусылар берәм-берәм сәскәләрен тапшыра башланы. Ҡиммәтле сәскә гѳлләмәләре тотторған балаларҙы ҡосаҡлап үбеп алды, ә ябай гѳлләмәләр биргән уҡыусыларға хатта рәхмәт тә әйтмәне «педагог». Шул саҡ баламдың ниндәй тойғолар кисергәнен һиҙемләп, күҙҙәремә йәштәр тығылды. Мәктәптән ҡайтҡас, улым менән ололарса һѳйләшергә тура килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең сабыйҙарыбыҙ бик бәләкәйҙән аҡҡа һәм ҡараға бүленә, ғәҙелһеҙлеккә дусар була. Ә бит бер кителгән сабый күңелен кире бѳтәйтеп булмай. Бары кѳслѳ рухлылар ғына тормош ваҡлыҡтарынан ѳҫтѳн булып ҡала. Ата-әсәләргә уйланырға урын бар.

Изге күңелле табип
Балалар поликлиникаһында ултырабыҙ. Ҡабул итеү бүлмәһенән асыулы, ҡәнәғәтһеҙлек белдергән тауыштар сыға. Сабый илап ебәрһә: «Мамаша, успокойте ребенка!» - тигән тауыш та ишетелә. Был һүҙҙәрҙән һуң күңелде ниндәйҙер тынғыһыҙлыҡ биләп алды. Кире боролоп ҡайтыр инең - ярамай. Баланы мотлаҡ врачҡа күрһәтергә кәрәк. Бер ниндәй күңел йылыһы булмаған кешенең педиатр булып ултырыуына йѳрәгем һыҙлап ҡайтып киттем поликлиниканан.

Тормош  һабаҡтарыКем йүнһеҙ?..
Ҡалалағы эштәремде тамамлай алмайынса, туған тейешле кешеләрҙә ҡунырға тура килде. Ишекте ике малай асты ла, үҙ эштәре менән булыша башланы. Хужабикә ҡайтып инде лә, миңә бер-ике һүҙ генә ҡушып, телевизорға ҡапланды. Сәғәт 7-ләр тирәһендә йорт хужаһы әҙерәк ҡыҙмаса булып килеп инде. Хужабикә быны күреү менән ирен «тәрбиәләй» башланы. Мине бигерәк тә «йүнһеҙ» һүҙенең йыш ҡабатланыуы аптыратты. Ә бит был һүҙҙәрҙе улдары ишетә. «Йүнһеҙ» атай шым ғына ашарға бешерҙе һәм бѳтәһен дә ѳҫтәлгә саҡырҙы. Ирҙе «тәрбиәләү» ѳҫтәл артында ла дауам итте. Рәхмәт тә әйтмәй, шым ғына ашап тороп киткән уландар үҙ шѳғѳлдәре менән булыша башланы. Ә ҡатын тағы ла гәзит-журнал аҡтара башланы. Атай кеше һауыт-һабаны йыуып, телевизор ҡарарға ултырғайны ғына, ҡатыны ҡыуып ебәрҙе.
Был ағайҙы бер яҡтан йәлләү, бер яҡтан асыуланыу тойғоһо менән ҡайтып киттем. Ѳйѳндә яҡты йѳҙ, йылы аш менән ҡаршылаһалар, бәлки, ул да эсмәҫ ине. Үҙен «интеллигент» тип һанаған ҡатындың әҙ генә лә аҡылы юҡлығына, ялҡау булыуына бик оҙаҡ ҡына күңелем әрнене. Ниңә ул «йүнһеҙ» ир менән йәшәй һуң? Бындай ғаиләлә уландар ысын ир булып үҫерме?..

Алдыҡтың аяғы ҡыҫҡа
Еҙнәм менән ауылдан ҡайтып киләбеҙ. Минең әйберҙәремде подъезд ҡырында уҡ ҡалдырҙы ла, апайың һораһа, сәғәт 12-ләрҙә ҡайттыҡ, тип әйтерһең тип, бѳтѳнләй икенсе яҡҡа китеп барҙы. Тѳнгѳ 11-ҙә мин әйберҙәремде саҡ-саҡ һѳйрәп ѳҫкә мендем, ә күҙҙәремдән йәш ағыла. Апайымды ла, үҙемде лә йәлләү бар ине был йәштәрҙә. Беҙҙең дә бит машинабыҙ бар, тормош иптәшем йыш ҡына юлда йѳрѳй. Әлбиттә, мин апайыма бер ни ҙә ѳндәшмәйәсәкмен, әммә минең күңелемә хәүеф һәм тынғыһыҙлыҡ орлоғо һалған еҙнәмә бѳтѳнләй икенсе тѳрлѳ ҡарай башланым.

Йәшәйеш бизмәне - аҡса
Хәҙерге ваҡытта аҡса беҙҙең тор-мошобоҙҙо, аңыбыҙҙы шул тиклем боҙҙо, хатта беҙ бының ни тиклем алама, хәүефле икәнен дә аңламайбыҙ. Аҡсаһыҙ бер нәмә лә эшләп булмаясағын аңлап, үҙеңде башҡаларҙан кәм тоя башлайһың. Быны беҙ дауаханала ятҡанда ла, имтихандар биргәндә лә, дәүләт һәм коммерция учреждениеларына, хатта ҡунаҡҡа барғанда ла күрәбеҙ. Ахыры заман тигәндәре әллә шулай буламы икән тип тә ҡуяһың. Яйлап ҡына кеше ҡәҙере, кешелек ҡиммәттәре икенсе планға күсә барыуын аңлайһың!? Туҡтағыҙ, кешеләр, донъя тәгәрмәсен артҡа бормайыҡ, тип ҡысҡырғы килә.

Бәхетленең кѳҙѳ - алтын
Парк буйлап ѳлкән йәштәрҙәге ир менән ҡатын килә. Йәштәр кеүек бер-береһенә һыйынып, күгәрсендәр кеүек гѳрѳлдәп кенә һѳйләшәләр. Бына улар минең янымдағы эскәмйәгә килеп ултырҙы. Ир кеше сумкаһынан плед алып ҡатынға япты ла скрипкаһын сығарып, талғын ғына кѳй уйнай башланы. Ҡатыны күҙҙәрен йомоп, иренең яурынына башын һалды. Мин тәү тапҡыр ошо кѳй аҫтында кѳҙҙѳң сихри балҡышын, мѳғжизәһен күрҙем һәм күңелем менән тойҙом. Минең бѳтә хис-тойғоларым күҙ йәштәре булып эркелде. Үкенеү ҙә, һағыш та, ѳмѳт тә бар ине был йәштәрҙә.

Тормош  һабаҡтарыАптырарлыҡ түгел донъяһы

Кѳҙҙѳң шундай илаһи мәлендә тәбиғәт ҡосағында йѳрѳү күңелде илһамландыра. Әммә хәҙер парк, скверҙарҙа элекке һымаҡ рәхәтләнеп ял итермен тимә - унда эскеселәр, йортһоҙ ҡалғандар йыйыла. Шулай бер саҡ әхирәтем менән ситтәрәк кенә торған эскәмйәгә килеп ултырыуыбыҙ булды, беҙҙе кѳтѳп торғандай, бер асарбаҡ пәйҙә булды. Икмәклек кенә аҡса һорай, әммә үҙенән араҡы еҫе аңҡып тора. Кеҫәмдәге ваҡ аҡсаны тиҙерәк быға тотторам, йәнәһе, китә һалһын. Әммә был миңә текәлеп тороп, апай, мин һеҙҙе беләм, беҙ бер ауылдан даһа, тип, яныбыҙға ултырҙы. Исем-фамилияһын әйткәс, мин дә уның кем икәнлеген белдем, әммә таныманым. Әле 40-ҡа ла етмәгән ир кешенең асарбаҡ булып йѳрѳүенә һис тә аптыраманым. Бѳтә бәлә-ҡазаның башы бер нәмәгә - эскелеккә барып тоташа. Ошо афәттән ғаилә генә түгел, нәҫел ҡорой. Сос әхирәтем мине был танышымдан тиҙерәк йолоп алырға тырышты. Ул миңә ниҙер һѳйләй, ә мин бер нәмә лә ишетмәй, ауыр уйҙарға сумып атлауымды белдем.

Тормош  һабаҡтары«Эт менән бесәй кеүек»

Кѳҙгѳ ѳшәнес кѳндәрҙең береһендә урам буйлап китеп барған саҡта балалар майҙансығында бер-беренә һыйынып ҡына ятҡан эт менән бесәйҙе күреп, ирекһеҙҙән, туҡтап ҡалдым. Мин генә түгел, башҡалар ҙа был күренешкә битараф түгелдәр ине, шикелле. Был мәхлүктәрҙең урам буйында тороп ҡалғандары әллә ҡайҙан күренеп тора - йонсоғандар, бысраҡтар. Уларға ҡарап, ирекһеҙҙән, кешеләрҙең үҙ-ара мѳнәсәбәте күҙ алдынан үтә. Аҡылдары, телдәре була тороп бер-береһе менән уртаҡ тел таба алмағандар күбәйҙе шул хәҙер. Кешеләргә хайуандарҙан, йәнлектәрҙән, ҡош-ҡорттарҙан, хатта тәбиғәттән күп нәмәгә ѳйрәнергә булыр ине.
Зѳлфирә
СѲЛӘЙМӘНОВА.
Оставить комментарий