Полиция погондарын иң-иңдәр генә йөрөтә

Законға ярашлы ғәҙеллек урынлаштырыу - полиция хеҙмәткәрҙәренең фиҙаҡәр бурысы. Иң яҡшыларға, юғары профессионаллеккә эйә булғандарға дәүләттең һәм халыҡтың хәүефһеҙлеген һаҡлау миссияһы ышанып тапшырыла.
Белеүебеҙсә, эске эштәр органдары хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, тәртип, ижтимағи һәм иҡтисади хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, енәйәт асыу һәм тикшереү эшен алып бара. Еңел булмаған мәсьәләләрҙе Белорет полицияһы нисек хәл итә? Хеҙмәткәрҙәр эше нисек ойошторола? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Рәсәй эске эштәр министрлығы “Белорет” муниципаль-ара бүлегенең полиция начальнигы, подполковник Ришат Баймырҙин яуап бирҙе.

- Йәмәғәт урындарында тәртип урынлаштырыу һәм граждандарҙың хәүефһеҙлеген һаҡлауҙа бөтә коллективтың берҙәм эшләүе ҙур әһәмиәткә эйә. Ришат Рәшит улы, полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтселек менән көрәшеүҙә ниндәй уңыштарға өлгәште?

- Етәксе булһынмы, ябай полицейскиймы – һәр хеҙмәткәрҙең ҡуйылған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә индергән өлөшө тейешенсә баһалана. Шуға ла әлеге ваҡытта хеҙмәткәрҙәргә талап икеләтә-өсләтә артты һәм был һөнәрҙә иң яҡшылар ғына полиция погондарын йөрөтә ала. Тап бүлек хеҙмәткәрҙәренең эшкә етди, яуаплы ҡарауы арҡаһында ҡала һәм район территорияһында криминоген киҫкенлекте кәметеүгә йүнәлтелгән эш һуңғы йылдарҙа уңышлы бара.
Быйыл енәйәттәрҙе асыу буйынса ла яҡшы һѳҙѳмтәләргә ѳлгәштек. Был өлкәлә дөйөм күрһәткес 77 процентҡа тиклем күтәрелде. Шул уҡ ваҡытта кеше үлтереү, кеше һаулығына ҙур зыян килтереү, көсләү, талау, кеҫәнән урлау, үлем осрағы менән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген боҙоу кеүек енәйәттәре асыу 100 процентҡа үтәлде.
Иң ауыр енәйәттәрҙе асыу менән криминаль полиция хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнә. Улар ҡала һәм район халҡы алдында ихтирам яуланы. Оператив хеҙмәттәрҙең маҡсатлы һәм юғары профессиональ кимәлдә эш алып барыуы криминоген хәлде яҡшыртыуға ыңғай йоғонто яһаны. Оперативниктарҙың дөрөҫ һәм оҫта эшмәкәрлек итеүе үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалманы - беҙҙең бүлек енәйәттәрҙе асыу һәм енәйәтселәрҙе ҡулға алыу буйынса бөтә республика кимәлендә иң юғары баҫҡыстарҙың береһен биләй. Уҙғарылған профилактик саралар һөҙөмтәһендә кеше үлтереү - 13 процентҡа, кешенең һаулығына ҙур зыян килтереү осраҡтары 7 процентҡа кәмене. Шулай уҡ граждандарҙы талау, бөтә төр милекте урлау, фатирҙан, автотранспорттан әйбер сәлдереү факттары ҡырҡа кәмене. Урамдарҙа, йәмәғәт урындарында тәртип һаҡлау ѳсѳн ҡулланылған заман технологияларының ҡылынған енәйәттәрҙе асыҡлауҙа өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

- Ҡала һәм ауыл урамдарында хоҡуҡ боҙоу осраҡтары һәм бәлиғ булмағандар тарафынан ҡылынған енәйәттәр һирәгәйҙе. Белорет полицияһы йәмәғәт урындарында тәртип һаҡлауҙа юғары уңыштарға өлгәште. Граждандарҙы енәйәт ҡорбаны булыуҙан һаҡлауҙың гаранты булып нимә тора?

- Эске эштәр органдарының барлыҡ структураларында ла халыҡҡа участковый уполномоченныйҙан да яҡын хеҙмәткәр юҡ. Тап улар килеп тыуған мәсьәләне хәл итеүҙә беренсе булып ярҙамға килә. Туғыҙ ай эсендә участковыйҙар 200-ҙән ашыу енәйәт ҡылыу осрағын асҡан.
Шулай уҡ законһыҙ рәүештә наркотиктарҙы һәм ҡоралды әйләнешкә индереү күренештәре менән көрәшеүҙә лә полиция хеҙмәткәрҙәре һиҙелерлек уңыштарға иреште. Хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәре 70 наркоенәйәтте асыҡлаған. Халыҡтан законһыҙ рәүештә һаҡланған һәм ҡулланылған 185 ҡорал алынған, 21 енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Муниципаль-ара бүлек хеҙмәткәрҙәре тарафынан 27 меңдән ашыу административ хоҡуҡ боҙоу осраҡтары асыҡланды. Алкоголле эсемлектәрҙе киске 11-ҙән һуң һәм бәлиғ булмағандарға һатыуҙы тыйыу буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Сауҙа нөктәләре, магазиндар хужаларына һәм һатыусыларына ҙур күләмдә штрафтар һалынды.

- Быйыл иҡтисад өлкәһенә ҡағылышлы енәйәттәрҙе асыу буйынса байтаҡ саралар үткәрелде. Был мәсьәләгә айырым туҡталып үтһәгеҙсе.

- Иҡтисади енәйәттәр һаны ҡырҡа артты. Әммә был өлкәләге енәйәттәр менән көрәшеүсе полицейскийҙарҙың әүҙем эшмәкәрлек алып барыуы төрлө махинацияларҙы, сит аҡсаларҙы үҙләштереү, урлау, мутлашыу осраҡтарын асыуға килтерҙе. Дәүләткә һәм зыян күреүселәргә аҡсаһын һәм матди ҡиммәттәр ҡайтарылып бирелде. Иҡтисади йүнәлештәге ауыр енәйәттәрҙең һаны 31-гә етте. Улар барыһы ла асыҡланған. Дәүләт власына, дәүләт хеҙмәттәренә һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарына ҡарата 15 енәйәт иҫәпкә ҡуйылған. Коррупция өлкәһендә 19 енәйәт теркәлгән.

- Ришат Рәшит улы, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген һәм Белорет районы юлдарында тотороҡлолоҡто һаҡлау йылдан-йыл ҡатмарлаша. Полиция хеҙмәткәрҙәре был кире күренеш менән нисек көрәшә?

- ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә, аварияларҙан һәм енәйәттәрҙән һаҡлауға барлыҡ көсѳн һала. Юлдарҙа аварияларҙы иҫкәртеү буйынса комплекслы саралар күрелә. Әйтәйек, иҫерек килеш руль артына ултырыуҙың 700-гә яҡын, ҡаршыға хәрәкәт итеүсе автомобиль юлына сығыуҙың 120 осрағы теркәлде. Юл хәрәкәте өлкәһендәге административ хоҡуҡ боҙоуҙарға дөйөм суммала 8 миллиондан ашыу штраф һалынған. Быйыл Белорет ҡалаһы һәм районы территорияһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген боҙоу 35 процентҡа кәмене.

- 10 ноябрь, байрам көнөндә, коллегаларығыҙға ниндәй теләктәрегеҙ бар?

- Белорет полицияһы хеҙмәткәрҙәре, быға тиклем йәшәп килгән изге традицияларға тоғро ҡалып, киләсәктә ҡалабыҙҙа һәм районыбыҙҙа намыҫлы тәртип һаҡларына, тыныслыҡ тәьмин итеренә ышанам. Эске эштәр бүлегенең хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарҙы һөнәри байрам менән ҡайнар ҡотлайым. Уларға, яҡындарына ныҡлы һаулыҡ, күңел күтәреңкелеге, киләһе көнгә ышаныс менән йәшәүҙәрен, тыныслыҡ, бәхет һәм ғаилә именлеге теләйем.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!

Гүзәл Байбулатова әңгәмәләште.
Оставить комментарий