Егеттәр китә әрмегә

Районда хәрби хеҙмәткә яраҡлы егеттәрҙе армия сафына оҙатыу дауам итә. Быйылғы көҙгө саҡырылышта Рәсәй Ҡораллы Көстәр рәтен Белорет, Бөрйән райондарының һәм Белорет ҡалаһының хәрби комиссариатынан 211 егет тулыландырасаҡ.
Ошо аҙнала сираттағы 14 егет хәрби хеҙмәткә оҙатылды. Егеттәрҙе оҙатырға муниципаль район хакимиәте вәкилдәре, дин әһелдәре, буласаҡ һалдаттарҙың ата-әсәләре, туғандары һәм дуҫтары килде.

Хәрби комиссариат начальнигы В.Ҡ.Сәйәхов Белорет егеттәренең һәр саҡта ла яҡшы хеҙмәт итеүен, үҙ бурысын лайыҡлы үтәүен билдәләне. Ул илен һаҡлаясаҡ егеттәрҙе ихтыяр көсөн юғалтмаҫҡа, район намыҫына тап төшөрмәҫкә саҡырҙы. Шулай уҡ муниципаль район хакимиәте башлығының урынбаҫары И.В. Пинящук, район Советы депутаты Р.И. Фәрүәзов, дин әһелдәре М.У. Тулебаев, иерей Андрей егеттәргә хәйерле юл, өлгөлө хеҙмәт итеүҙәрен теләне.
Был көндө республика социаль-психологик ярҙам үҙәгенең педагог-психологы Л. З. Йомағужина ла егеттәр менән әңгәмәүи эш алып барҙы. Уның әйтеүенсә, егеттәрҙең кәйефе шәп, хеҙмәт итергә теләктәре ҙур. Нәҡ ошоноһо менән беҙҙең район башҡа тѳбәктәргә өлгө булып тора ла инде, тине ул.
Квартиры посуточно в Уфе
Э.Мѳхәмәҙиева әҙерләне.
Оставить комментарий