“Дармарка” кешеләргә һѳйѳнѳс ѳләште

- “ЭКА” хәрәкәте тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Булмаһа, икенсе юлы мотлаҡ “Дармарка”ға, йәғни бушлай йәрминкәләргә килергә, унда ҡатнашырға тырышығыҙ, - ти ойоштороусы, эко китапхананың “ЭКА”- экология, матурлыҡ һәм альтернатива - “Йәшелдәр” хәрәкәте етәксеһе Ләйсән Әбсәләмова.

Үткән шәмбе ҡаланың үҙәк китапханаһы ҡайнап торҙо. Берәүҙәр “дармарка”ға тотонолған, әммә эшкә яраҡлы кѳнкүреш әйберҙәре, китаптар, журналдар тѳпләнмәһе, ѳҫ һәм аяҡ кейемдәре, балалар әйберҙәре алып килде.

- Мин икенсе тапҡыр киләм бында, - ти оло ғына йәштәге бер ханым. - Йылдар буйы тик ятҡан әйберҙәремдән “ҡотолдом” һәм үҙемә оҡшаған яңы әйберҙәр алдым. Мәҫәлән, йомортҡа һалғысым, чебурек бешергесем юҡ ине. Баҡһаң, кемгәлер уларҙың кәрәге юҡ, ә миңә ярап ҡалды.
Бер атай ѳс балаһын эйәртеп килгән. Ул да “ЭКА” хәрәкәтенең бѳгѳнгѳ кѳндә ябай кешеләр, пенсионерҙар, яңғыҙ әсәләр, атайҙар, балалар һәм оҫталарға ла кәрәклеген әйтте.

- Балаларым менән килдем. Ҡыҙҙарыма бына тигән күлдәк, башлыҡтар, әкиәттәр яҙылған дискылар, башҡа кәрәк-яраҡ таптым. Һѳнәр эйәләренән ҡыҙҙарым ҡул эшенә бушлай ѳйрәнә. Минеңсә, сүп-сар һауыттарын тултырғансы, кәрәкмәгән әйберҙәр менән бүлешеү - бер-береңә һѳйѳнѳс ѳләшеү ул.
Ябай ғына кешеләрҙең матур уй-теләктәре ойоштороу-сыларға дәрт бирҙе. Бѳтә Рәсәй “Йәшелдәр” хәрәкәтенең бер ойошмаһы булған Белорет филиалы етәксеһе Ләйсән Әбсәләмова ла “Урал” гәзите уҡыусыларына мѳрәжәғәт менән сығыш яһаны.

- Беҙ быйыл йәй уҡыу йорттары студенттары менән берлектә шул ҡәҙәр күп файҙалы эш башҡарҙыҡ. Йылға буйҙарын, парктарҙы, йорттар алдын, ҡала янына яҡын урмандарҙы тонна-тонна сүп-сарҙан таҙарттыҡ. Күңел биреп эшләһәң, бер ҡыйынлығы ла юҡ. Күпме бала күңеленә изге орлоҡтар һалынды, сѳнки ѳмәлә ҡатнашҡан балалар бынан ары туған тәбиғәтебеҙҙе таҙалыҡта тотоу, яҡындағы кешегә ярҙам күрһәтеү, бѳтә нәмәнең дә аҡсаға ғына ҡоролмауын аңлау кеүек изге тѳшѳнсәләрҙе беләсәк.

“Йәшелдәр” хәрәкәтенең тѳп йүнәлеше - тәбиғәтте һаҡлауға, яҡлауға, бер-береңде ҡәҙерләүгә, ярҙамлашыуға ҡоролған. Ҙур үҙәктәрҙә был хәрәкәт кѳслѳ, ә беҙ аңлатыу эшен йәйелдерәбеҙ. Кеше бер мәл үҙенең асылына, тәбиғәтенә ҡайтасаҡ. Синтетик әйберҙәр кеүек, үҙ-ара мѳнәсәбәт тә тәбиғәттән, тәбиғи булмыштан алыҫлашҡан ѳсѳн насарая, тѳҫһѳҙләнә барыуын аңларға ваҡыт.
Үҙенең булмышы менән алсаҡ, мѳләйем Ләйсәндең ынтылышы изге, уй-ниәте яҡты һәм ябай. Беҙ ҙә, кемдең ниндәй һѳнәре бар, был юлы ҙур ихласлыҡ менән уға ярҙам итергә килдек. Мәҫәлән, Бояринцева Светлана квиллинг, мәрйен теҙеү, кипкән үлән-сәскәнән картина эшләү, быялаға һүрәт тѳшѳрѳү, Ләйсән Әбсәләмова туҡымаға һүрәт тѳшѳрѳү, Татьяна Игошина шпагаттан ҡурсаҡтар, шешә, буш һауыттарҙы биҙәп матур ҡумталар яһау, Ангелина Волкова декупаж, страпбукинг, йәғни тѳрлѳ сувенирҙар яһау, Олеся Пантелеева тѳҫлѳ ептәрҙән иҫ киткес сағыу беләҙектәр, һинд мандалаларын үреү, Зилә Абзалова художестволы йѳндән рауза сәскәләре, муйынсаҡтар баҫыу, ағас ороһона һүрәт тѳшѳрѳү, быяла һауыттарҙы биҙәү серҙәренә ѳйрәтте.
“Дармарка”ла райондан да килеп ҡатнашырға мѳмкин. Кемгәлер кѳтѳлмәгән бүләк, һѳйѳнѳс ѳләшергә теләһәгеҙ, гәзит биттәрен күҙәтеп барып, “Йәшелдәр” хәрәкәтенең бушлай йәрминкәләрендә - “дармарка”ларында ҡатнашығыҙ! Әйбер алмаһағыҙ ҙа, күңелегеҙ күтәрелеп, рухығыҙ байып, бѳтѳнәйеп, бик ҡәнәғәт булып ҡайтырһығыҙ.

З. МИНҺАЖЕВА.
ҺҮРӘТТӘ: пластик тоҡсайға альтернатива - сепрәк тоҡсай, ти беҙҙең “Йәшелдәр”, сѳнки улар тиҙ серей, ерҙе бысратмай.
Оставить комментарий