Урам – педагогик мѳхит

“Ҡәйнәм ауылда бер үҙе йәшәп ыҙалай тип, хужам ҡаланан алып ҡайтып китте беҙҙе. Мин, ҡатын кеше, ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәнем. Ҡала һынлы ҡаланан китке килмәгәйне, әлбиттә. Бәләкәй генә ѳйгә, ҡәйнә эргәһенә бик атлығып торманым да. Хужам егәрле, ҡулы эш белә, яйын табып, ѳйѳн ҙурайтыр әле, тинем дә шулай ҡайтып киттем. Әсәйем тыуып үҫкән ауыл булғас, бәләкәй сағымда ѳләсәйем һау саҡта барғылай инем мин унда. Оҡшай ине.

Ҡайтҡас, хужам ссуда алып, ысынлап та, ҙур йорт һалды. Матур ғына йәшәй башланыҡ. Ҡәйнәм дә бик тырыш ине. Ете балабыҙҙы ҡарашырға ярҙам итте. Балаларыбыҙ татыу, уҡыуға тырыш, тыңлаусан булып үҫте. Ләкин тормош бит, тѳрлѳ хәлдәр булды инде улар үҫкәндә. Ҡыҙыҡтары ла, ҡыҙғаныстары ла.
Ауылыбыҙҙа Һәбилә исемле апай йәшәй ине. Бисараҡай, үҙе һуҡыр, кәкре аяҡлы, һуғыштан һуң бер үҙе генә йәшәгәс, ярлы, ас-яланғас. Ләкин үҙе егәрле. Йорто тап-таҙа, ихатаһы ялтырап тора. Тик малай-шалай йәненә тейә, бахырҡайҙың. Урамға сыҡһа, Һәбилүштән һалдыралар, кәмһетеп, урамына теләһә нәмә ташлап ыҙалаталар.

Бер ваҡыт минең биш йәшлек сабыйым урамдан тирләп-ҡыҙарып килеп инде:“Ух, теге Һәбилүште бамбить иттек! “- ти ғороур ғына, үҙе сәй эсергә йыйына. “Ул һиңә ниндәй Һәбилүш булһын, ҡалай насар әйтәһең ә, ѳләсәйең йәшендә бит ул. Һәбилә инәй тип әйтергә кәрәк, инәй бит ул һиңә. Тағы бер ишетәйем әле шул һүҙеңде. Әйҙә киттек, урамын таҙарт үҙең. Ҡалай сәй эсергә әҙерләнә үҙе”, - тип тетеп алып киттем тегене.
Әбейебеҙ һуҡранып йѳрѳһә лә, урамды бергә таҙартып бѳткәс, беҙҙе сәйһеҙ ҡайтарырға теләмәне. Ѳйѳнә саҡырҙы. Ә ѳйѳ! Һап-һары итеп ҡырып йыуылған иҙән һәм башҡорт һикеһе. Кейем-һалымы, келәмдәре булмаһа ла, таҙалыҡ, бѳхтәлек, һиллек бѳркѳлѳп тора. Соланы, хатта урамдағы таҡталар ҙа ҡырып йыуылған. Һикеһендә еҙ самауыр пар бѳркѳп ултыра. Ә түбә таҡтаһында тап самауыр тапҡырында кәнфит ҡағыҙҙарынан йыйылған сәскәләр бәүелә, аҡ ҡағыҙҙан эшләнгән күгәрсен оса араларында...

Малайым ҡайтҡас:”Әсей, мин Һәбилә инәйгә кәнфит ҡағыҙҙарын йыйып алып барырмын, йәме. Яңы ғыналарын, матурҙарын, уның ҡағыҙҙары иҫкергән бит”, - тигәс, тынысланып ҡалдым. Ҡабат инәйҙе бамбить итмәҫ инде тип уйланым.
Әсәйемдең ошо һѳйләгәндәре күптән түгел Шығайҙа үткән “Ағинәйҙәр ҡоро”нда Гѳлфиә Янбаева телмәр тотҡан ваҡытта иҫемә тѳштѳ. Беҙҙең балаларыбыҙ урамда тәрбиә алғанын бер кемгә лә оноторға ярамай шул.
Этноэтика, этнопедагогика тигән тѳшѳнсәләр бар. Улар урам - педагогик мѳхит тигән лозунгыға тура килә. Һәр ағинәй кәңәше, холоҡ-фиғеле, матур йәшәүе менән ауылдаштарына үрнәк күрһәтеп, үҙ бурыстарын, йѳкләмәләрен аңлап, урамындағы һәр ғаиләнең нисек йәшәүенә битараф булмаһа, йәмғиәткә ниндәй ҙур ярҙам булыр ине.
Гѳлмѳм МОСТАФИНА.
Оставить комментарий