Уяу булыу бәләнән һаҡлар

Әҙәм балаһы кѳтѳлмәгән тѳрлѳ фажиғале хәлдәргә йыш осрай. Һис кѳтмәгәндә янғын сыға, самолет ҡолап тѳшә йә иһә поезд түңкәрелә. Тәбиғәт - әсә лә әҙәм балаһының вайымһыҙлығына, ғәмһеҙлегенә асыуланғандай әленән-әле тѳрлѳ бәләләр ебәреп кенә тора. Ошоларға ѳҫтәп, ҡайһы бер алама әҙәмдәр күрәләтә фажиғә сығарыуға, халыҡты ҡурҡытыуға ғәҙәтләнеп алды. Теракттар ойоштороу, шартлатҡыс матдәлер ҡалдырыу, кеше урлау - бына ошондайҙарҙың эше лә инде.

Яңыраҡ Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә билдәһеҙ гражданин ҡаланың 3- сѳ дѳйѳм ятағына бомба һалыуҙары тураһында хәбәр итә. Шунда уҡ бѳтә ҡотҡарыу хеҙмәттәре лә 1961 йылда тѳҙѳлгән 124 фатирлы 5 ҡатлы йортҡа юллана. Территорияны ҡамап алғас, ошо ваҡытта йортта булған 217 кеше (160 оло кеше, 57 бала һәм ѳс имсәк балаһы) эвакуациялана кинологтар эш башлай. Тикшереү эшен үткәргәндә, бер ниндәй ҙә шартлатҡыс табылмай. Был ялған шылтыратыу була. Ғѳмүмән, бындай тѳр хулиганлыҡтар һунғы йылдарҙа үтә йышайып киткән. Быйыл ошондай 4 ялған саҡырыу булған. Кешеләрҙе ҡуҙғытыуҙан, ҡурҡытыуҙан ләззәт табыусылар, әлбиттә, закон алдында яуаплылыҡтан ҡаса алмай. Барыһына ла үҙ ҡылығы ѳсѳн яуап бирергә тура килә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән 3-сѳ дѳйѳм ятаҡҡа бомба һалыныуы тураһында шылтыратҡан 15 йәшлек иҫерек үҫмер ҙә ҡулға алына. Теракт тураһында ялған хәбәр таратҡаны ѳсѳн уға ҡарата енәйәт эше асылған. Бындай енәйәт ѳсѳн 3 йылға иректән мәхрүм итеү йәки 200 мең һум штраф түләү ҡаралған.

Халыҡты һәр саҡта ла һаҡ, иғтибарлы булыуға саҡырып, тѳрлѳ профилактик саралар үткәрелеп торһа ла, янғын осраҡтары ла кәмемәй. Декабрҙең 2-һенән 16-на тиклем район һәм ҡалала 3 янғын сығып, 3 кеше үлгән. Ә йыл башынан иһә 160 янғын сыҡҡан һәм 19 кеше донъя менән хушлашҡан, 10 кеше зыян күргән. Янғын сығыуҙың сәбәптәре күбеһенсә кеше факторҙарына ҡайтып ҡала: ут менән һаҡ эш итмәү, спиртлы эсемлектәр менән мауығыу, тәмәке тѳпсѳгѳн теләһә ҡайҙа ташлау һәм шулай уҡ йылытыу приборҙарының тѳҙѳк булмауы. Шуныһы үкенесле, кемдеңдер вайымһыҙлығы арҡаһында ғәйепһеҙ кешеләр зыян күрә. Шуға күрә лә, эргә-тирәбеҙҙә тәртипһеҙ тормош алып барған, эскелек менән мауыҡҡан кешеләр, күршеләр менән һағыраҡ, иғтибарлыраҡ булһаҡ, был кешеләр хаҡында кәрәкле органдарға йә иһә ауыл хакимиәте башлығына ваҡытында хәбәр итһәк, ниндәйҙер бәләләрҙе урап үтергә лә булыр ине.
Э. Мѳхәмәҙиева.
Оставить комментарий