Президент Шыршыһына – иң-иңдәр!

Йылдағыса Мәскәүҙә һәм Ѳфѳлә үткән Президент Шыршыһына район-ҡаланың уҡыуҙа, спортта юғары ҡаҙаныштарға ѳлгәшкән, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, һәр яҡлап һәләтле уҡыусылар бара.

24 декабрҙә буласаҡ Кремль Шыршыһында 17-се гимназия уҡыусыһы Александра Мосалева ҡатнаша.
23 декабрҙә үтәсәк Республика Президенты Шыршыһына Үҙән балалыҡ йортонан Григорий Моисеев, лицей-интернаттан Алһыу Таипова, Алина Нәбиуллина, Ломовка мәктәбенән Даниил Шошин, 13-сѳ мәктәптән Лиза Тимохина, Үҙән мәктәбенән Елена Фенапетова, Үрге Әүжән мәктәбенән Илья Горбатов, 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенән Анатолий Губачев, ҡаланың балалар-үҫмерҙәр крайҙы ѳйрәнеү, экскурсиялар һәм туризм үҙәгенән Матвей Курочкин барасаҡ. Беҙ уларҙың барыһын да Президент Шыршыһында ҡатнашыуҙары менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә юғары ҡаҙаныштарға ѳлгәшеүҙәрен теләйбеҙ.
З.Сѳләймәнова.
Оставить комментарий