Беҙҙең арала Ат йылында тыуғандар

Бына ҙур ѳмѳттәр менән кѳткән Ат йылына ла аяҡ баҫтыҡ. Был йыл уңышлы булһын, еребеҙгә, илебеҙгә ырыҫ, муллыҡ, бәхет алып килһен. Республика ѳсѳн дә еңел булыр тигән ышаныстабыҙ, сѳнки Башҡортостан Президенты Рѳстәм Хәмитов та Ат йылында тыуған.
1906, 1918, 1930, 1942, 1954, 1966, 1978, 1990, 2002 йылдар Ат йылына тура килә. Ә район-ҡалабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, етәкселәренең ҡайныһы Ат йылында тыуған?

Бына уларҙың ҡайһы берҙәре:
1906 йылда Белорет районы Кәртәле ауылында шағир, яҙыусы Тажи Мѳхитдин (Тажетдинов Мѳхѳтдин Язар улы), ул 15 китап авторы;
1918 йылда Үрге Әүжән ауылында Рәсәй Геройы Дмитрий Павлович Плотников;
1930 йылда Сермән ауылында билдәле йәмәғәт эшмәкәре Марат Сабит улы Муллағәләмов, әлеге кѳндә Башҡортостан Республикаһының Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы кѳстәр, тәртип һаҡлау органдарының ветерандар Советы рәйесе вазифаһын башҡара;
1942 йылда ауыл хужалығы бүлегендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Фәниә Юлмѳхәмәт ҡыҙы Сәғитова, Ғәлим Һибәт улы Килдин, “Урал” гәзитенең элекке фотокорреспонденты Николай Митрофанович Панченко;
1954 йылда Аҙналы ауылынан рәссам Рим Әхмәт улы Юнысов,
Йѳйәк ауылы мәктәбе директоры Ринат Гәрәй улы Шәйбәков, “Газсервис” йәмғиәтенең Белорет филиалы директоры Радмир Шәфҡәт улы Зиязетдинов;
1966 йылда Инйәрҙең 2-се мәктәбе директоры Рәфил Нуриәхмәт улы Иҙрисов, “Спецпроект” фирмаһы директоры Ағзам Әҡсән улы Йәләлетдинов Егәҙе ауыл хакимиәте башлығы Рәил Ишмырҙа улы Ғәлиуллин, медицина фәндәре кандидаты Хәбир Мѳжәүир улы Мостафин, муниципаль район хакимиәтенең торлаҡ секторы мѳдире Ирина Александровна Пенкина;

1978 йыл муниципаль район хакимиәтенең йәштәр, физкультура һәм спорт бүлеге начальнигы Светлана Валерьевна Полина, мәғлүмәт-аналитика бүлеге белгесе Айгѳл Миҙәхәт ҡыҙы Кирамова.
Ат йылында тыуғандар үҙҙәренең йылына ниндәй ҡарашта?
Айгѳл Кирамова, район хакимиәте белгесе:
- Һәр йылды, һәр кѳндѳ ҡыуанып ҡаршылайым. Яңы йыл яңы ѳмѳттәр, пландар, хыялдарға ҡанат ҡуя. Ә йыл аҙағында һѳҙѳмтә яһайбыҙ. Үтеп барған Йылан йылы кѳтмәгәндә сағып та алды, әммә бирешмәнек.
Йылҡыны ѳс тѳргә бүләләр: йүгерек, цирк, эш аттары. Аттарҙың бѳтәһе лә эшсән, тоғро.
Ринат Шәйбәков, Йѳйәк мәктәбе директоры:
- Йылымды яратам. Ат йылында тыуғандарға ат кеүек эшләргә тура килә. Үҙем ғүмер буйы эштән ҡурҡманым. Юбилей йылым да уңышлы булыр тип уйлайым.
Йылан йылы ла һәйбәт булды. Эштәр ҙә ыңғай ғына барҙы. Мәктәбебеҙҙең киләсәге бар. Әлеге ваҡытта беҙҙә дүрт мәктәпкәсә тѳркѳм эшләй. Унда Ғәбдѳк филиалында -18, Берештамаҡ филиалында - 17, Йѳйәктә беренсе тѳркѳмдә - 15, икенсе тѳркѳмдә 17 бала йѳрѳй. Йѳйәктә I класта - 19, Ғәбдѳктә 10 уҡыусының белем алыуы ла ҡыуаныслы. Балалар булғас, ауылдың киләсәге бар.
Киләһе йылға бойомға ашыраһы эш күп. Яйлап электрон китабымды әҙерләп, “Тамырҙар” тип аталған китабымдың электрон вариантын тамамлайһы бар. Иң мѳһиме һаулыҡ булһын. Һаулыҡ булһа, барыһы ла булыр.

Рәфил Иҙрисов, Инйәрҙең 2-се мәктәбе директоры:
-Яңы йылды ҙур уңыштар менән ҡаршылайбыҙ. Уҡыусыларыбыҙ район-ҡала кимәлендә олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар алды. Балалар һаны кәмемәүе лә беҙҙең ѳсѳн ҙур ҡыуаныс. Ҡулайлаштырыу үтеүгә ҡарамаҫтан, уҡытыусылар тѳшѳнкѳлѳккә бирелмәй, тырышып эшләй. Мәктәп базаһын нығытыу йүнәлешендә лә эш алып барыла.
Йылан йылында олатай булыу ҡыуанысын татыным, тумалаҡ ҡына ейәнебеҙ үҫеп килә. Тағы ла бер шатлыҡ - улым хәрби бурысын үтәп, иҫән-һау ҡайтты. Ҡыҙым педколледжды тамамлап, уңышлы эшләп йѳрѳй.
Ат йылына ҙур ѳмѳттәр бағам, ул да тынғыһыҙ буласаҡ. Кинйәбеҙ XI класты тамамларға тора. Уның уңышлы ғына юғары уҡыу йортона уҡырға инеүен теләйбеҙ. Арышпарҙан йортобоҙҙо күсергәйнек, киләһе йыл уның тѳҙѳлѳшѳнә ныҡлап тотонорға торам.
Үҙем Ат йылында тыуғас, һәйбәт йыл, тип иҫәпләйем. Ат ул йѳк тартыусы һәм был йылда тыуғандар ҙа ауыр йѳктѳ үҙ иңендә алып барырға һәләтле. Мәктәп эшендә генә ҡайнамайым, Инйәр ауыл Советы депутаты булараҡ, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашырға тура килә. Һәр йѳктѳ тигеҙ итеп тартам.
Яңы йылға теләк: башҡорт мәктәбе булараҡ, киләһе йыл беҙгә I класҡа балалар күберәк уҡырға килһен, ата-әсәләр балаларын башҡорт рухлы итеп тәрбиәләһен ине.
Рәмилә МУСИНА әҙерләне.
Оставить комментарий