“Ҡаргиҙәр” операцияһы башланды

Башҡортостан Хѳкүмәте ҡарарына ярашлы, 20 ғинуарҙан 21 февралгә тиклем “Ҡаргиҙәр” операцияһы иғлан ителде.
Операция мототехника сараларын файҙаланыуҙағы етешһеҙлектәрҙе асыҡлау һәм профилактикалауҙы күҙ уңында тота. Сара барышында дәүләт техник күҙәтеү инспекторҙары ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үҙйѳрѳшлѳ техниканың торошон күҙәтеү, теркәлмәгәндәрен асыҡлау буйынса ла маҡсатлы эш алып барасаҡ.

Белорет районы һәм ҡалаһында әлеге ваҡытта 78 ҡаргиҙәр теркәлгән, шуларҙың 33-ѳ ойошма, предприятиеларға ҡарай, ә 45-е граждандарҙыҡы.
- Йылдан-йыл ҡаргиҙәрҙәр һаны арта бара. Был халыҡта ял итеүгә, һунарға иғтибар кѳсәйеүенә лә бәйле. Рейдҡа сығыу графигы тѳҙѳлгән. 3 февралдән ҡарғиҙәрҙәр ѳсѳн техник күҙәтеү башлана, - ти Белорет дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы Зәбир Мѳхәррәм улы Казин.
Р. Мусина.
Оставить комментарий