Кемгәлер табыш, кемгәлер ҡайғы

Ҡомарлы уйын Рәсәйҙә тыйылһа ла йәшерен уйын клубтары эшләүен дауам итә. Еңел табыш алыуҙың тәмен тойған “бер ҡуллы бандиттар” хужалары яңынан-яңы ысулдарҙы табып ҡына тора.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңыраҡ республикала 6 йәшерен уйын клубы юҡ ителгән. Махсус операция ваҡытында 93 берәмек уйын ҡорамалы тартып алынған. Һѳҙѳмтәлә, Ѳфѳ ҡалаһында - 22, Салауат ҡалаһында - 55, Шишмә районында 12 берәмек уйын ҡорамалдары эшенә сик ҡуйылған. Был исемлеккә шулай уҡ Белорет ҡалаһы ла инә. Ҡаланың Киров урамындағы 46-сы йортта, Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы 78/2 йортта ике лотерея терминалы тартып алынған. Был факттар буйынса тикшереү бара.

Уйын терминалдары хужалары аҡса эшләй, еңел байыу теләге менән янған бер ҡатлыларҙы тѳп башына ултырта. Ҡомарлы уйын менән мауығыу ҡайһы берәүҙәр ѳсѳн сиргә әйләнгән. Уларҙың ваҡытында туҡтай алмауы һәр саҡ күңелһеҙ тамамлана. Ҡомарлы уйын арҡаһында фатирһыҙ тороп ҡалыусылар тураһында ла әллә күпме миҫал килтерергә була. Уйынсы үҙен генә түгел, ә яҡындарын да ҡайғыға һала. Шуға ла йәмәғәт сире менән һәр кем кѳрәшергә бурыслы һәм уның иң ябай ысулы - уйын автоматтары тураһында мәғлүмәтте тәртип һаҡлау органдарына хәбәр итергә кәрәк.
Р. Мусина.
Оставить комментарий