Республика башлығы - Белорет районында

Үткән шәмбе Башҡортостан президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Белорет районында булды. Ул блоклы ҡаҙанлыҡтарҙың эшен тикшерҙе, социаль обьекттар менән танышты һәм Тирлән ауылы халҡы, ветерандар менән осрашты.
Рөстәм Зәки улы Тирлән ауылындағы торлаҡ йорттарҙа һәм социаль сфераларҙа йылытыу системаһын реконструкциялау проекты менән танышты. Проектҡа ярашлы, ауылда бер йыл эсендә блоклы 4 газ ҡаҙанлығы булдырылған. Йылытыу миҙгеле башланыу менән яңы ҡаҙанлыҡ тест режимында эшләй башлай. Әлеге ваҡытта ҡоролмаларҙы яйға ебәреү тамамланған тиергә була. Тирлән участка больницаһын да ошондай ҡаҙанлыҡ йылыта. Элек был медицина учреждениеһы күмер яғып йылытылған була. Объекттың алыҫ, йылылыҡ үткәреү селтәрҙәренең үтә иҫке булыуы арҡаһында йылылыҡ тейешенсә бирелмәй. Һөҙөмтәлә, бер гигакалориялы йылылыҡ 2 мең һумға барып баҫа.

Ошо проект менән Тирләндә 431 фатирҙа шәхси газ ҡаҙанлығы ҡуйылған. Был иһә 2200 кешене йылылыҡ менән тәьмин итеүгә мөмкинлек бирә. Рөстәм Хәмитовҡа белдереүҙәренсә, проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә йылылыҡ өсөн түләүгә хаҡтар ике тапҡырға кәмегән. Яңы ҡорлманы яйға һалыуҙың дөйөм файҙаһы бер йылға 7 млн. 200 мең һумдан ашып китә. Яңы ҡаҙанлыҡтарҙың береһенә республика етәксеһе үҙ баһаһын бирҙе. Ул бындай проекттарҙың отошлолоғон, халыҡҡа файҙалы булыуын билдәләне һәм бындай эштәргә аҡсаны йәлләмәй ҡыйыу тотонорға саҡырҙы.

Рөстәм Зәки улы Тирлән ауылында йәшәгән ветеран Нина Григорьевна Гаева менән дә осрашты. Нина Григорьевна быға тиклем президентҡа өс тапҡыр мөрәжәғәт итә. Уның ике мөрәжәғәте газ, канализация үткәреүгә һәм өйөнә ремонт эшләүгә бәйле булды. Республика етәксеһе был мөрәжәғәт буйынса муниципаль район хакимиәтенә сара күрергә ҡушҡайны. Был килеүендә Рөстәм Хәмитов ҡушылған эште шәхсән үҙе тикшерҙе. Нина Гаева күрһәткән ярҙамы өсөн республика башлығына рәхмәтен еткерҙе. Уның әйтеүенсә, шәхси газ ҡаҙанлыҡтары ҡуйғанға тиклем, уға ай һайын 2 мең һум аҡса түләргә тура килгән, хәҙер был сумма 450 һумға тиклем кәмегән.

Үҙенең эш сәфәрендә Рөстәм Хәмитов Тирлән халҡы менән дә осрашты һәм уларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Тирләндәр иҫке йорттарҙы ремонтлау һәм балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөү проблемаларын күтәреп сыҡты. Республика Президенты ауылды төҙөкләндереү эштәрен киләсәктә лә дауам итергә вәғәҙә бирҙе.

Осрашыуға килгән , «Селена» компанияһы цехтарында эшләгән бер нисә тиҫтә кеше инде ярты йыл буйына эш хаҡы ала алмауына зарланды. Улар, президентҡа бары тик шәхси хужалыҡтары булған өсөн генә быға тиклем ғаиләләрен ҡарай алыуын, балаларын асыҡтырмауын еткерҙе. Рөстәм Хәмитов был мәсьәләне лә мотлаҡ яйға һаласаҡтарын, арендаторҙарҙы тейешле эш хаҡын түләргә мәжбүр итәсәктәрен белдерҙе .

Тирләндә 13 саҡрымдан ашыу газ торбаһы үткәрелгән, яңы 4 газ ҡаҙанлығы булдырылған. Был эштәр быға тиклем күмер менән эшләп килгән ҡаҙанлыҡтарҙы алыштырыу өсөн башҡарылған.
Эльза мөхәмәҙиева.
Оставить комментарий