Афғансы, тимәк, юл ярыусы

Афғанстанға осраҡлы кешеләрҙе ебәрмәүҙәренә улар араһында таныштарым күбәйә барған һайын инанам. Бѳгѳнгѳ геройыбыҙ ҙа үҙенең булмышы, йәшәйеше менән яугир-интернационалист исеменә бер ваҡытта ла тап тѳшѳрмәгән кеше.
Йѳйәктә тыуып үҫкән Уразбай Сәхәү улы Вәлиев хәрби хеҙмәткә 1978 йылда алына һәм Германияла әҙерлек үтә. 1979 йылдың декабренән 1980 йылдың декабренә тиклем Афғанстанда интернациональ бурысын үтәй. Хәрби операцияларҙа ҡатнаша, контузия ала. Интернациональ бурысын намыҫлы үтәгән ѳсѳн «Хәрби хеҙмәттәре ѳсѳн» миҙалы менән наградлана.

1984 йылда Куйбышев тимер юл техникумын тамамлағас, металлургия комбинатының тимер юл цехына смена начальнигы булып эшкә урынлаша. Оҙаҡ йылдар бер урында намыҫлы хеҙмәт иткән Уразбай Сәхәү улы Почет грамоталарына һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ була, комбинаттың Маҡтау китабына индерелә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, туған коллективынан айырылмай. Алдынғы эшсе йәмәғәт эштәрендә лә иң алдан йѳрѳй, «Афған ветерандары союзы»ның бер генә сараһы ла унһыҙ үтмәй. Кешелекле, намыҫлы, ярҙамсыл ир уҙаманы бер кемдең яҙмышына ла битараф ҡалмай, һәр яҡлап ярҙамға килергә әҙер тора.

Уразбай Сәхәү улы беҙҙең ойошманың иң актив ағзаларының береһе,- тип һѳйләй «Афған ветерандары союзы» йәмәғәт берекмәһе рәйесе Вәсил Мирхәт улы Әлмәтов. – Ул үҙенә йѳкмәтелгән һәр эште урынына еткереп, теүәл атҡарып ҡуя. Бына тигән атай, олатай ҙа. Һәр яҡлап та ѳлгѳлѳ кеше. Ваҡытының әҙ булыуына ҡарамаҫтан, баҡсаһын ялт итеп тота. Асыҡ күңелле, алсаҡ, ҡунаҡсыл булғаны ѳсѳн дуҫтары хѳрмәт итә.
- Афғандағы дуҫлыҡ бер ваҡытта ла онотолмай, унда беҙ бер бѳтѳн булып йәшәй торғайныҡ. Иң матур йәшлегебеҙ шунда үтте бит. Шунда тәүге аҡ сәстәр күренде. Әле лә бер-беребеҙ менән аралашып торабыҙ. Афғансыларҙы 25 йыллыҡ юбилей менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына теләйем, эштәрендә уңыштар юлдаш булһын, - ти ир уҙаманы.

Шулай уҡ 4 апрелдә район-ҡала «Афғанстан ветерандары союзы» йәмәғәт берекмәһе ойошторолоуға ла 15 йыл тула. Афғансылар был сараны ла киң билдәләйәсәк. Яугир-интернационалистарға һәр саҡ шулай берҙәм һәм оптимист рухлы булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ.
Әйткәндәй, 14 февралдә Ѳфѳлә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 25 йыл тулыуға арналған тантаналы йыйылыш булып үтте. Унда беҙҙең ҡала һәм райондан …. кеше ҡатнашты.
Бѳгѳн, йәғни 15 февралдә, сәғәт 12-лә К.Маркс һәм Косоротов урамдары киҫешкән ерҙә Афғанстанда хәрби бурысын үтәгән яугир-интернационалистарға һәйкәл асыла.
З.Сѳләймәнова.
Оставить комментарий