Герой иҫтәлегенә саңғы ярыштары

Уҙған шәмбе ҡалабыҙҙа Советтар Союзы Геройы А.Г.Серебренников иҫтәлегенә сираттағы 42-се традицион саңғы ярыштары уҙҙы.
Был кѳн герой исемен йѳрѳткән 17-се мәктәп алдындағы Александр Серебренников һәйкәленә сәскәләр һалыу менән башланып китте. Геройҙың улы Геннадий Серебренников «Батырлыҡ дәресе»ндә атаһы тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

«Металлург» стадионында уҙған ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләү һүҙҙәре менән муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.С. Теләүбаев, район-ара хәрби комиссар В.Ҡ. Сәйәхов, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты начальнигы С.В. Полина, мәғариф бүлегенең баш белгесе Р. К. Сандыкова, ҡала-райондың һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандар комитеты рәйесе А.В.Белов сығыш яһаны һәм саңғысыларға уңыштар теләне.
Шулай итеп, саңғы уҙышы буйынса 42-се шәхси-команда ярыштарында ҡала мәктәптәре араһында 17-се гимназия уҡыусыһы Илья Бурлаков, 20-се мәктәп уҡыусыһы Рина Ғибәҙәтова – I, 20-се мәктәптән Михаил Авдеев, 1-се мәктәптән Ольга Санникова – II, 21-се мәктәптән Тимофей Полетавкин, 14-се мәктәптән Алина Хаффазова III урын яуланылар. Район мәктәптәре араһында Ишле мәктәбенән Руслан Гәрәев еңеү яуланы. Ошо уҡ мәктәптән Николай Зибров II урын яулаһа, III урынға Мәхмүт мәктәбенән Илнар Мәрҙәнов сыҡты. Ҡыҙҙар араһында Мәхмүт мәктәбенән Вилиә Яруллина – I, Ишле мәктәбенән Наталья Петрова - II, Сермән мәктәбенән Тамара Шатова III урын алды.
Урта махсус уҡыу йорттары араһында металлургия колледжы студенты Алексей Изотов – I, ошо уҡ команданан Игорь Александров- III, педагогия колледжынан Даян Суфиянов II урын; ҡыҙҙар араһында металлургия колледжынан Алина Баязитова –I, Алена Аксенова – II, педколледждан Айгѳл Сәғәҙәтова III урын яуланылар.
35 йәшкә тиклемге ир-егеттәр араһында 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенән Владимир Павлов –I, Арслан Әлмәтов – II, Михаил Юрочкин III урын; ҡатын-ҡыҙҙар араһында Юлия Семенова – I, Әлиә Сафуанова – II, Елена Гурдюмова III урын алдылар. 35 – 45 йәштәгеләр араһында Вадим Факеев I, Дмитрий Ильясов – II, Тимур Шәйәхмәтов III һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙан Әлфиә Буранбаева I урын яуланылар. 45 йәштән ѳлкән ир-аттар араһында Иван Володин менән Вячеслав Лопухов –I, Михаил Щепарев менән Н.Дурнев – II, Николай Федоров менән Виктор Клименко - III; ҡатын-ҡыҙҙар араһында Әлмира Шәрәфетдиноваға етеүсе булманы, Галина Рыжкина һәм Светлана Павлова - II, Кәримә Исламова - III урынға сыҡтылар.

З. Сѳләймәнова.
Оставить комментарий