Эшҡыуарҙарға яңы тәҡдим

Муниципаль район хакимиәтендә Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы “Сауҙаны үҫтереү һәм урындағы тауар етештереүселәргә ярҙам итеү” темаһына “түңәрәк ѳҫтәл” уҙғарҙы. Унда урындағы эшҡыуарҙар, муниципаль район хакимиәте вәкилдәре, матбуғат сараһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Әңгәмәне Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы рәйесе Виталий Владимирович Черевков алып барҙы. Бындай саралар республиканың күп кенә райондарында үткән дә инде.

“Түңәрәк ѳҫтәл” барышында урындағы эшҡыуарҙар үҙ проблемалары тураһында һѳйләне, кредит ставкаларының юғары булыуын, үҙҙәре етештергән продукцияны магазин кәштәләренә сығарыуҙың ауырлығын белдерҙе. «Гросс» сауҙа компанияһы директоры С. М. Ларионов тауарҙы сауҙа кәштәһенә сығарыуҙың рәсми кәртәләре күп булыуын һөйләне һәм 4 ай буйы ошо кәртәләрҙе еңеп сыға алмауына зарланды. Виталий Черевков, «Башҡортостан тауары » проектына ярашлы, тиҙ арала уға ярҙам итергә, кәрәкле кешеләр менән осраштырырға вәғәҙә бирҙе. Эшҡыуарҙар, эре сауҙа селтәрҙәре баҫымы аҫтында юғалып ҡалмаҫ өсөн, муниципаль район хакимиәте менән урындағы етештереүселәр араһында тығыҙ бәйләнеш булырға, хакимиәт сауҙа майҙандары бүлеп биреүҙе етди контролдә тоторға тейеш, тип белдерҙе.

«Түңәрәк өҫтәлдә» ҡатнашыусылар коммуналь түләүҙәрҙең юғары булыуы, күҙәтеү органдарының бер туҡтауһыҙ тикшереүен, штраф һалыуын, артабан үҫергә ҡамасаулыҡ тыуҙырыуын, ваҡытты алыуын әйтеп үтте. Йәмәғәт туҡланыуы менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар ҡала һәм районда сит төбәктән килтерелгән тауарҙар ҙың күп булыуын билдәләне. Улар урынына Башҡортостанда етештерелгән тауар килтереүҙе яйға һалырға саҡырҙы.

Виталий Владимирович Черевков урындағы етештереүселәрҙең эшмәкәрлеген үҫтереү, төрлө рәсми кәртәләрҙе тиҙерәк йырып сығыу, эре сауҙа селтәрҙәре менән тиң эшләү өсөн Башҡортостан сауҙа ассоциацияһына берләшеүҙең мөһимлеген аңлатты. “һәр магазин үҙ алдына яңғыҙ эшләгәнсе, 200 магазин бергәләп хеҙмәттәшлек итһә, уларҙың һүҙе лә үтемлерәк, эштәре лә ырамлыраҡ буласаҡ. Ул саҡта тауарҙы эре селтәрҙәргә бирелгән хаҡ менән алыу мөмкинлеге ҙураясаҡ, сығымдар ҙа кәмейәсәк. Шуның өсөн ҡулланыусы йәмғите төҙөү мөһим ”, - тине. Шулай уҡ, Виталий Черевков республикала Күмәртәләп бүлеү үҙәге булдырырға тигән ҡарар сығарылыуын да белдерҙе. Ул берләшеп эшләргә теләүселәр менән айырым бәйләнешкә сығырға, уларға ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.
Э. Зекрена.
Оставить комментарий