Оло өйгә ни кәрәк, кесеһенә шул кәрәк

Һәр йыл һайын яҙ айҙарында ауыл хакимиәте башлыҡтары башҡарылған эштәре, ҡаҙаныштары хаҡында халыҡ алдында отчет яһай, киләсәккә пландары һәм бурыстары менән таныштыра. Ошондай йыйылыштарҙың береһе Инйәр ауыл хакимиәтенә ҡараған Ноҡат, Манышты, Уҫманғәле, Инйәр ауылдарында үтте. Унда муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И. С. Теләүбаев, Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғ. Ғ. Мѳфтәхетдинов, Инйәр участка дауаханаһының баш врачы З. З. Суфьянов, мәктәп директорҙары, ДРСУ, БашрРэс, “Инйәр урманы”, Инйәр “ПУЖКХ”-һы, Кѳньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, мәғариф идаралығы, муниципаль райондың торлаҡ сәйәсәте бүлеге етәкселәре һәм вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, старосталар, ауыл халҡы ҡатнашты. Етәкселәр ауыл халҡын борсоған проблемаларҙы аңлатты, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Сафый улы йыйылышҡа килеүселәрҙе район-ҡаланың социаль-иҡтисади хәле, башҡарылған эштәр, район-ҡаланан Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайына һайланған депутаттарҙың бѳгѳнгѳ эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Илгиз Теләүбаев иң эре предприятиеларҙың береһе - Белорет металлургия комбинатынның районға бик әҙ килем килтереүен, бюджетҡа бурыстарының күпләп йыйылыуын һәм былтыр, заводҡа нигеҙ һалыусы Иван Твердышевҡа һәйкәл ҡуйыуҙарын иҫәпкә алмағанда, комбинаттың һуңғы йылдарҙа ҡала-район үҫеше ѳсѳн бер нәмә лә эшләмәүен билдәләне. Был хәл менән килешергә мәжбүрбеҙ, сѳнки нәҡ ошо предприятиела беҙҙең бик күп кешеләребеҙ эшләй, тине ул. Шулай уҡ Илгиз Сафый улы районда бѳтәһе 105 мең кеше йәшәүен, шуларҙың 25 меңе эшләп йѳрѳүселәр булыуын, 14 меңенең эшҡыуарлыҡ менән шѳғѳлләнеүен телгә алды. “Дѳйѳм алғанда райондағы хәлдәр зарланырлыҡ түгел, планлаштырлыған бѳтә эштәр ҙә яйлап тормошҡа ашырыла бара. Район республиканың иң яҡшы ун муниципаль районы исемлегенә инә “, - тине ул.

Ғайса Ғабдулхаҡ улы иһә, үҙ биләмәләрендәге тормош, хакимиәт бюджеты аҡсаһының тәғәйенләнеше менән таныштырҙы.
Инйәр ауыл биләмәһе республикала иң ҙур хакимиәт һанала. Уға 21 ауыл ҡарай. Биләмәлә бөтәһе (7646)
кеше йәшәй, шуларҙың 4546-һы эшкә яраҡлы, ҡалғандары – пенсионерҙар, үҫмерҙәр һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар. Районда балалар һанының йылдан йыл күпләп кәмей барыуын иҫәпкә алғанда, Инйәр биләмәһендәге хәлдәрҙе иһә ыңғай яҡтан телгә алырға була. Бында тыуым һаны үткән йылдағына ҡарағанда 20 процентҡа артҡан. Шулай уҡ биләмәгә йәшәргә килеүселәр һаны ла арта, мәҫәлән, былтыр 129 кеше күсеп китһә, улар урынына 142 кеше йәшәргә килгән. Ѳйләнеүселәр һаны ла күп – БЕР ЙЫЛ ЭСЕНДЭ (Узнать!)54 кеше ғаилә ҡорған. Тыуым яҡшы булғас, киләсәктә илен һаҡлаясаҡ егеттәр ҙә етәрлек. Мәҫәлән, үткән яҙғы һәм кѳҙгѳ саҡырылышта хакимиәт биләмәһенән 88 егет ил алдындағы бурысын үтәргә саҡырылған. Күп егеттәр үҙ бурысын намыҫ менән үтәгәне ѳсѳн бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына, Рәхмәт хаттарына эйә була. Был һис шикһеҙ шулай булырға тейештер ҙә, сѳнки йәмәғәт инспекцияһы тәрбиә, тәртип өлкәһенә ҙур иғтибар бүлә. Насар ғаиләләрҙе шунда уҡ иҫәпкә ҡуйып, тәртип боҙоуҙарҙы ваҡытында асыҡлап, аңлатыу эштәре алып бара. Йәш быуындың дисциплиналы, спортҡа ылығып, сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы бүлып үҫеүендә Инйәр үҫмерҙәр һәм балалар спорт мәктәбенең роле ҙур. Мәктәптә төрлө спорт-һауыҡтырыу түңәрәктәре эшләй. Волейбол, футбол, баскетбол, хоккей, пауерлифтинг менән шөғөлләнеүселәр республика, район ярыштарында еңеүсе урындар яулай.

Инйәр хакимиәте Абҙаҡ, Тимер юл ауылы хакимиәттәре кеүек үҙ үҙен тәьмин итә алыусы хакимиәт һанала. Етәкселек бюджет аҡсаһын урынлы һәм файҙалы тотоноуға ҙур көс һала. Шуға күрә лә, 8 йыл буйы 131-се Федераль законға ярашлы эшләү дәүерендә ирешкән һөҙөмтәләр һиҙелерлек күҙгә ташлана. Былтыр торлаҡ хужалығы өлкәһенә, төҙөкләндереүгә, юлдар һалыу һәм ремонтлауға 2 млн. 830 мең 879 һум аҡса тотонолған. Торлаҡ хужалығы өлкәһендә йәй, көҙ миҙгелендә генә эштәр алып барылһа, төҙөкләндереү буйынса эш йыл әйләнәһенә дауам итә. (Уточнить цифры!)
Әлеге ваҡытта ДРСУ биҫтәһенең электр селтәрҙәре менән проблемаларҙы хәл итеү бурысы тора. Был электр селтәрҙәре «Башкиравтодор» йәмғиәте балансында һәм авария хәлендә тора. «Башкирэнерго» йәмғиәте көсө менән яңы электр селтәрҙәре төҙөлөп бөтөүгә ҡарамаҫтан, улар һаман да ошо йәмғиәт балансына тапшырылмай. Әлегә Көмбә, Дубинино, Айгир, Түбәнге һәм Үрге Мәнәү ауылдарының хужаһыҙ электр селтәрҙәре проблемаһын хәл итеү тора. Шулай уҡ Инйәр һәм ҡайһы бер башҡа ауылдарҙы газ менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә кѳнүҙәк һанала.
Һуңғы йылдарҙа күп кенә ауылдарҙа эсәр һыуға ҡытлыҡ проблемаға әйләнде. Был йәһәттән дә Инйәр биләмәһендә мәсьәлә етди хәл ителә тиергә була. Дубинино ауылында һыу алыу скважинаһы ҡуйылған. Ошо эш өсөн 193 мең 859 һум аҡса һалынған. Бөгөн быға тиклем һыуға ҡытлыҡ кисергән бөтә ауылдарҙа ла тиерлек ошондай скважиналар булдырылған. ОШОНДА ҺОРА - МаНЫШТЫЛА НИнДӘЙ ПиЛОТНЫЙ ПРОЕКТ тормошҡа ашырыу планлаштырыла

Ҙур биләмәнең һәр ауылында электр селтәрҙәрен тәртиптә тотоу ҙа оло проблема тыуҙыра. Ауыл хакимиәте башлығы әйтеүенсә, уларҙы хәл итеү өсөн БашРэс ойошмаһы менән ныҡлы хеҙмәттәшлек булдырылған. Ошо нигеҙҙә 50 саҡрымдан ашыу яңы электр сымдары һуҙылған. Хужаһыҙ электр линияларын законлаштырыу буйынса ҙур эштәр алып барыла. Между населенными пунктами аисово и инзер. Ә айс ауылында 0,4 кв линиялары эшләнелгән. Хакимиәт бары тик материалдар бүлгән ә бер егет үҙ теләге менән бушлай вмонтировать иткән уличное освещение.
Инйәрзә яңы микрарайонда эҡы электр линиялары , 4 трансформатор ҡуйылған һәм ике яңы тѳҙѳлгән йорт янына яҡтыртыу фонарҡары ҡуйылған.
Маныштыла ла электр линиялары буйынса эштәр бара , александровка һәм кәрпестә ауылдарында электр энергияһы буйынса эштәр тамаланыу ѳҫтѳндә.
Күрһәтелгән һандарға ҡарап, Инйәр ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар тормошон яҡшы самаларға була. Хакимиәт башлығы оло өйгә ни кәрәк, кесе өйгә шул кәрәк, прницибы менән эш итә һәм һәр ауылдың проблемаһын ваҡытында хәл итергә, сығымды дөрөҫ бүлергә тырыша.
Тормош алға барған хакимиәт биләмәһендә берегеп йәшәргә теләүселәр ҙә йылдан-йыл күбәйә бара. Мәҫәлән, БЕР ЙЫЛДА ғына 25 йорт төҙөлгән (Уточнить!).
Шәхси йорт төҙөү өсөн Ҡолмас ауылынан ике ер участкаһы биреү буйынса ғариза ҡабул итеү тураһында «Белорецкий рабочий» газетаһына иғлан бирелгән. Бирҙеғол, Яңы Хәсән ауылдарында өҫтәлмә төҙөлөш башлау өсөн архитектура тарафынан план әҙерләнгән. Әле был хаҡта газетала баҫып сығарыу өсөн мәғлүмәт әҙерләнә. Инйәрҙең ике биҫтәһендә шәхси төҙөлөш башлау өсөн план төҙөүгә заказ эшләнелә. Документтар әҙер булғас, был ер участкалары торлаҡҡа мохтаж булыусылар исемлегендә тороусыларға бушлай биреләсәк. Бындай категорияға ҡараған 150 кеше иҫәпләнә. Был ер участкаларында йорт һалыусыларға электр уты, һыу, газ үткәреү проблемалдарын хәл итеү әлеге ваҡытта иң оло бурыстарҙың береһе булып тора.
Дөйөмләштереп әйткәндә, 4 ауылдың да күтәрелгән проблемалары бер төрлөрәк яңғыраны. Кәрәкмәгән ергә сүп-сар түгеүселәргә, өйҙән араҡы һатыусыларға, берәҙәк эттәр күплегенә лә зарланыусылар булды. Быларҙы тыңлағанда ауыл халҡының һаман да социалистик тормош ҡалыптары менән фекер йөрөтөүен дә күрәһең. Ныҡлы тамыр йәйгән баҙар иҡтисадында ниндәй генә мәсьәләне хәл итһәң дә, бер нәмәнең дә буш булмауын, тәү сиратта аҡсаға барып төртөлөүен күптәр аңлайҙыр Күҙ менән ҡаш араһында үҙгәреп торған заман талаптарына өйрәнергә, яраҡлашырға, булғанын һаҡлап һәм дөрөҫ файҙалана белергә тура килә. Ә бит саҡ ҡына уйлап ҡарағанда, ниндәйҙер вағыраҡ мәсьәләләрҙе халыҡтың үҙ ара, артыҡ сығымһыҙ ғына хәл итә алыуы менән дә ризалашмайынса булмай. Мәҫәлән, йыйылыш үткән бөтә ауылдарҙа ла тиерлек бәйһеҙ, берәҙәк эттәрҙең күплегенә дәғүә белдерҙеләр. Ә бына ошо проблеманан ҡотолоу өсөн хакимиәтттең күп кенә аҡсаһы сарыф ителеүен барыһы ла белеп бөтмәйҙер. 90 берәҙәк этте үтилләштереү
өсөн 90 мең 476 һум аҡса сығарырға тура килгән. Мәсьәләне олоға ебәрмәгәндә, елгә осҡан аҡсаға һис юғында, бер ауылға бынамын тигән балалар майҙансығы төҙөп булыуы күңелде ҡырмаймы икән ни? Уҫманғәләләге аҫмалы күперҙең ҡайһы бер серегән таҡталарын алыштырмайһығыҙ, тип зарланыусыларҙы тыңлағанда, бер-ике таҡтаны алыштырып ҡуйыу өсөн ауылдың балта тота белгән ирҙәре юҡмы икән ни, тигән уй ҙа килгәйне күңелгә. Залдан яңғыраған: ”Буштың атаһы үлгән”, - тигән яуап менән хушһынырға тура килде. Әлбиттә, барыһына ла аҡса кәрәк икәнен дә аңларға була. Шуға күрә хакимиәт башлығы әүҙемлек күрһәткән кешеләргә түләргә лә, материалдар менән ярҙам итергә лә ризалығын бирҙе.
Ауыл проблемаларын тыңлағанда, былтыр Уҫманғәле халҡының ҙур өмә ойоштороп, зыярат кәртәләрен яңыртыуын Ғайса Ғабделхаҡ улы маҡтап телгә алды. Был йәһәттән хакимиәт материалдар менән генә ярҙам иткән. (Шулай ук Манышты ауылы егеттэре бергэлешеп ауыл урамдарын 2 кон эсендэ Александровка карьерынан кырсынташ ташып тигезлэп сыктылар. Был эште ауыл старостахы хэм ошо округ буйынса депутат халыкты йыйып омэ уткерзелэр.)

Ғөмүмән, ауылдарҙы төҙөкләндереү өсөн бюджеттан 103 мең 836 һум аҡса тотонолған. Санкциаланмаған сүплектәрҙе юҡҡа сығарыу өсөн дә ҙур сығым киткән. Мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә тороусылар ярҙамы менән ошондай өс сүплек юҡ ителгән, уның өсөн 63 мең 705 һум аҡса түләнгән. Ҡаты хужалыҡ ҡалдыҡтарын утилләштереү, Инйәр хакимиәте биләмәһен таҙартыу өсөн генераль схема эшләтеүгә генә лә 70 мең һум аҡса сарыф ителгән. Ошондай һәм артыҡ иғтибарға ташланмаған башҡа төҙөкләндереү эштәре өсөн киткән сумманы ғына күҙ алдына килтергәндә лә уның ни тиклем түңәрәкләнә барыуы яҡшы күҙгә салына. Ә инде бөтәһе өсөн дә аҡсаның бер кеҫәнән сығыуын иҫәпкә алһаң, бюджет аҡсаһының бѳртѳкләа йыйылған аҡсаһының ҡайҙа кикәнен күрәһең. Һүҙ ҙә юҡ, күтәрелгән проблемаларҙың барыһы ла кѳнүҙәк, ләкин урындағы үҙидаралыҡтың финанс хәле йәки башҡа рәсми кәртәләр граждандарҙың мәсьәләһен ваҡытында хәл итергә мѳмкинлек бирмәй. Ил президенты Владимир Путин да үҙ мѳрәжәғәтендә был йәһәттән хакимиәттәрҙең проблемаһы етди булыуын билдәләне һәм муниципалиттерҙы нығытыу, уларҙың мѳмкинлектәрен, бурысытарын тигеҙләү кәрәклеген белдерҙе. Хакимиәт биләмәһендә эшләнгән бѳтә эштәр ҙә ил, республика президенттары мѳрәжәғәтенә таянып башҡарыла ла инде.
Шулай ҙа үҙе йәшәгән ергә, тормошҡа битараф булмаған кешеләрҙең күп булыуы ла күңелде күтәрә. Нәҡ шундайҙар ауылдың киләсәге, уның төҙөклөгө өсөн борсола ла ла инде. Был йәһәттән, Инйәр юлында миндек һатыусыларҙың күплегенә, уларҙың күбеһенең законһыҙ эш итеүенә, ҡиммәтле ағастарҙы ҡоротоуына ла ризаһыҙлыҡ белдерҙеләр. «Инйәр урманы» ойошмаһы етәксеһе А. Ф. Хәмәҙиев был хәлдең контрольдә булыуын белдерҙе. Ул шулай уҡ ағас юллауҙың нескәлектәрен аңлатты, уҫаҡ, ҡайындан һарай, мунса төҙөргә теләүселәргә проблемалар юҡлығын, бары килеп ғариза яҙырға ғына кәрәклеген әйтте. Урындағы халыҡтың ҡортсолоҡ менән һүлпән шөғөлләнеүен, был йәһәттән сит райондыҡыларҙың әүҙемлек күрһәтеүен дә телгә алды ул.
Йыйылыш барышында хакимиәт башлығы яҙғы һыу баҫыуҙан һаҡланыу ѳсѳн ташҡынға ҡаршы комиссия тѳҙѳлѳүен, хәүефһеҙлек саралары күрелеүен блдерҙе. Закондарҙың йыл һайын үҙгәреп торуын күҙ уңында тотоп, ул барыһын да ер учсткаларын, шәхси йорттарын оҙаҡҡа һуҙмай хосусилаштырып ҡалырға саҡырҙы һәм барыһына ла Айыс ауылы халҡын ѳлгѳ итеп ҡуйҙы. Унда йорттар ғына түгел сабынлыҡтар ҙа законлаштырылған, тине ул. Ғайса Ғабдулхаҡ улы иҫәпкә тороу һәм иҫәптән тѳшѳү буйынса үҙгәрештәр барлыҡҡа килеүен дә әйтте. Хәҙер был мәсьәләләр буйынса хакимиәткә түгел, ә миграция хеҙмәтенә мѳрәжәғәт итеү кәрәклеген һәм ваҡытты бушҡа әрәм итмәҫ ѳсѳн а иң тәүҙә урындағы хакимиәт менән кәңәшләшергә саҡырҙы. Матур, сәләмәт тормош алып барыу, алама ғәҙәттәрҙән арыныу ѳсѳн биләмә халҡына башҡа ауылдар ѳлгѳһѳнә эйәреп, “Айыҡ ауыл” хәрәкәтенә ҡушылырға тигән тәҡдим индерелде. Хакимиәт башлығы биләмәлә эшмәкәрлек иткән тѳрлѳ структураларҙың, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, старосталарҙың уртаҡ хеҙмәттәшлеген маҡтап, рәхмәт белдерҙе һәм уртаҡ хеҙмәттәшлек нигеҙендә генә дѳрѳҫ ҡарарҙар ҡабул итеп тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға ирешеп булыуын билдәләне.
Эльза Мѳхәмәҙиева.
Оставить комментарий