Һаумы, һаумы, әкиәт!

Әкиәтселәрҙе, сәсәндәрҙе тәрбиәләү, донъя халыҡтарының әкиәттәрен һаҡлау һәм таратыу, уҡыусының шағирлыҡ һәм импровизаторлыҡ һәләтен үҫтереү, мәҙәни фекерҙе, хәтерҙе, тауышты камиллаштырыу маҡсатында, мәктәптәрҙә “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсын ойоштороу яҡшы йолаға әйләнде. Быйыл был сара 18 мартта муниципаль район мәғариф идаралығында үтте. Унда район-ҡаланан 18 мәктәп ҡатнашты.

Конкурс талаптарына ярашлы, ҡатнашыусылар бәләкәй (I-IV кластар) һәм урта (V-VII кластар) тѳркѳмдәргә бүлеп баһаланды. Үткән йылдар менән сағыштырғанда, быйыл уҡыусылар әҙерләп алып килгән әкиәттәр тѳрлѳ булыуы менән айырылып торҙо.
Бәләкәй тѳркѳмдәр араһында Инйәрҙәге 2-се мәктәп уҡыусыһы Нәфис Сәғитуллин оҫта сығыш яһаны. Шуға ла тамашасыны әсир иткән Нәфискә Грант-при бирелеүе береһендә лә бәхәс тыуҙырманы. Ҡаланың 10-сы мәктәбенән Айгѳл Ҡотдосова - I, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан Ильяс Шаһиязданов - II, Йѳйәк мәктәбенән Эльвир Сәйгәфәров һәм Асы мәктәбенән Нәргиз Сафина III урындарҙы яуланы. Манышты мәктәбенән Амалия Садыҡоваға “Ѳмѳт” номинацияһы бирелде.

Урта тѳркѳмдәр араһынан еңеүселәрҙе һайлау еңелдән булманы. Бәләкәй класс уҡыусылары менән сағыштырғанда, улар үҙҙәрен сәхнәлә иркен тота, образға инеп һѳйләй. Шулай ҙа Абҙаҡ мәктәбенән Рамазан Мәҡсүтов барыһын да оҫта һѳйләне, тип баһаланы жюри һәм уға Грант-прины бирергә ҡарар итте. 20-се мәктәптән Алһыу Хәбибуллина - I, лицей-интернаттан Айбулат Ғәйнуллин II урынды яулаһа, 14 гимназиянан Розалина Усманова һәм Абҙаҡ мәктәбенән Азамат Тѳхвәтуллин III урынға сыҡты. Мәхмүт мәктәбенән Гѳлфиә Сәлимова “Тырышлыҡ ѳсѳн” номинацияһына лайыҡ булды.
Р. Мусина.
ҺҮРӘТТӘ: Инйәрҙең 2-се мәктәбе уҡыусыһы Нәфис Сәғитуллин.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий