“Кѳлдѳрѳүсе газ” Һаулыҡ өсөн зарарлы

Кодеинлы препараттарҙы рецепһыҙ һатыу тыйылғандан бирле аҡ үлем ҡулланыусылар башҡа юл эҙләй. Киң мәғлүмәт саралары наркомандарҙың “күңелләндереүсе газ”ға күсеүе хаҡында хәбәр итә.

Белорет ҡалаһы һәм район биләмәһендә был йәһәттән әлегә хәүефләнергә урын юҡ, бөгөнгә “күңелләндереүсе газ” йәки диазот оксиды ҡулланыу осраҡтары теркәлмәгән.
Был химик матдә башта иҫертә, шунан кеше көлә башлай, тарҡау хәрәкәт итә. “Көлдөрөүсе газ” баш мейеһенә һәм нервы системаһына ныҡлы зыян килтерә. Аҙ ғына доза ҡулланғанда ла ул күреү, ишетеү һәләтен кәметә һәм гипоксия һәм микроинсультҡа килтереүе ихтимал.
С. ЖӘҮӘТОВА.
Оставить комментарий