Ҡышҡы ваҡытҡа күсәбеҙ

Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа уҡ ҡышҡы ваҡытҡа күсеү буйынса закон проектын хупланы. Ҡайһы берәүҙәр илдә 10 сәғәт зонаһын булдырыу тураһында ла фекерҙәрен белдерҙе. 436 депутат законды хуплап тауыш бирҙе, 1 депутат тотҡарланды.
Документ 2011 йылда индерелгән йәйге ваҡытты ғәмәлдән сығарыуҙы тәҡдим итә, шулай уҡ миҙгелле сәғәт күсереүҙе лә күҙ уңында тотмай. Әгәр ҙә закон ҡабул ителһә, Рәсәйҙә ваҡыт бер сәғәт артҡа ҡайтарыласаҡ. “Сәғәт зоналарында урындағы ваҡытты иҫәпләгән саҡта Мәскәү ваҡыты башланғыс ваҡыт буласаҡ”, тип билдәләнә.
Башҡортостан Президенты администрацияһында сәғәт телдәрен бер сәғәткә артҡа күсереүҙе хуплайҙар. Республика Президентының матбуғат-секретаре Артем Вәлиев белдереүенсә, был тѳбәкте астрономия ваҡытына яҡынайта. Әлеге ваҡытта Башҡортостан “үҙ ваҡытында йәшәмәй”, сѳнки тѳш ваҡыты 12:00 сәғәттә булмай, ә 13:45 сәғәткә тура килә.
Законды ҡабул иткән һәм Президент хуплаған осраҡта, ул 2014 йылдың 26 октябрендә 02:00 сәғәттә кѳсѳнә инәсәк.
Оставить комментарий