Граждандарҙың хоҡуғы теркәлде

3 июндә “Газпром межрегионгаз Уфа” Белорет ҡалаһындағы ѳс ҡаҙанлыҡты газ менән тәьмин итеүҙе туҡтата. Ике тәүлек 40 күп фатирлы йорт, мәктәптәр, балалар баҡсалары, шулай уҡ ҡаланың инфекцион ауырыуҙар дауаханаһы һәм Белорет балалар йорто эҫе һыуһыҙ ҡала.

“Компанияның хоҡуҡһыҙ эшмәкәрлеге ваҡытында коммуналь хеҙмәттәргә түләп барған биш меңдән ашыу граждандың һәм социаль объекттарҙың хоҡуғы боҙола. Был факт буйынса Республика прокуроры “Газпром межрегионгаз Уфа” йәмғиәтенең генераль директорына күрһәтмә сығарҙы”, - тип белдерҙеләр Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән.
Прокуратура тикшергәндән һуң ҡаҙанлыҡтарға газ бирелә башлай.
Р. Мусина әҙерләне.
Оставить комментарий