Эшҡыуарҙарға  ярҙамға 2-10-2012, 14:52 / Яңылыҡтар

Эшҡыуарҙарға ярҙамға

“Рәсәй терәге”нең урындағы йәмғиәте “Белогорье” үҫеш фонды, “Уралсиб” һәм Һаҡлыҡ банкыһы менән берлектә эшлекле бәйләнештәр биржаһы семинарын ойошторҙо. Сара кѳндѳң тәүге яртыһында Һаҡлыҡ банкыһында, икенсе яртыһында “Кѳньяҡ” кафеһында үтте. Унда эшҡыуарҙар, инвестицион проект авторҙары, муниципаль берәмек белгестәре, республикала туризм һәм туризмды үҫтереү ѳсѳн яуаплы булған кешеләр ҡатнашты. Сарала эшҡыуарлыҡты үҫтереү, эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү, юридик һәм иҡтисади мәсьәләләр буйынса тулы консультациялар бирелде. Ошо йәһәттән, “Рәсәй терәге” Башҡортостан тѳбәк...
Оксана Савченко – биш тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы 4-09-2012, 08:43 / Яңылыҡтар

Оксана Савченко – биш тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы

Лондонда 2012 йылғы Паралимпия уйындарында М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Оксана Савченко сираттағы еңеүен яуланы. Комплекслы йөҙөү буйынса 200 метрлыҡ дистанцияла Савченко 2:28,00 ваҡыт менән яңы донъя рекорды ҡуйҙы. Икенсе урында – Әзербайжан спортсыһы Наталья Пронина, өсөнсөлә – Рәсәйҙән Дарья Стукалова. Шулай уҡ ир-егеттәр араһында ошо уҡ дисциплина буйынса ике миҙал бар. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты аспиранты Александр Неволин-Светов 2:14,45 ваҡыт күрһәтеп, 2012 йылғы Паралимпиадала «көмөш» яуланы, Сергей Пунько 2:14,83...
Халыҡты мәҙәниәткә ылыҡтырҙыҡ 27-08-2012, 10:50 / Яңылыҡтар

Халыҡты мәҙәниәткә ылыҡтырҙыҡ

1930 йылға тиклем киноны тауышһыҙ һүрәт итеп кенә ҡарайҙар. 1930 йылда ҡала кинотеатрында тәүге тауышлы фильм күрһәтелә. Белоретта беренсе кинотеатр “Металлист” тип атала ине. В.И.Ленин: “Кино – үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүсе идеологик ҡорал. Уны дѳрѳҫ итеп ҡуллана белергә кәрәк”, – тип яҙа. Ул заманда беҙҙең Белорет ҡала һәм район кино селтәренә алдынғы ҡарашлы, яңылыҡты киң пропагандалаусы Евгений Карепанов етәкселек итте. Евгений Яковлевичтың тырышлығы менән Иҙел башының кино селтәре йылдам үҫеште, халыҡты мәҙәниәткә ылыҡтырыуҙа ҙур ярҙамсыға әйләнде. Нәҡ шул йылдарҙа Белорет районы кино...