ХАЛЫҠ ТЫНЫСЛЫҒЫ -ҺЕҘҘЕҢ ҠУЛДА 17-11-2014, 11:21 / Яңылыҡтар

ХАЛЫҠ ТЫНЫСЛЫҒЫ -ҺЕҘҘЕҢ ҠУЛДА

Ҡаланың “Металлург” кинотеатрында тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре һѳнәри байрамдарын билдәләне....
ЕТДИ ЭШТӘР ХАҠЫНДА йәнле аралашыу 10-11-2014, 09:59 / Яңылыҡтар

ЕТДИ ЭШТӘР ХАҠЫНДА йәнле аралашыу

Белорет полицияһы республикала бѳтә күрһәткестәр буйынса ла алдынғы бүлектәрҙең береһе һанала. Һѳнәри байрамдары алдынан үҙгәрештәр, полиция хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге хаҡында “Белорет” полиция бүлеге начальнигы Ришат Рәшит улы Баймырҙин ҡаланың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән «түңәрәк ѳҫтәл» артында әңгәмә ҡорҙо....
ҺАЛЫМ ТҮЛӘҮ - беҙҙең бурыс 5-11-2014, 10:49 / Яңылыҡтар

ҺАЛЫМ ТҮЛӘҮ - беҙҙең бурыс

Һалым түләүселәрҙең күптәре мѳлкәт һалымын түләүҙе бурыс түгел, ә хоҡуҡ тип һанай. Әммә РФ Һалым кодексының 23-сѳ статьяһына ярашлы закон нигеҙендә ҡуйылған һалымды түләү һалым түләүсенең бурысы итеп билдәләнгән. Шулай уҡ гәзит уҡыусылар ҙа, йыш ҡына һалым түләүгә ҡағылышлы бихисап һорауҙар менән мѳрәжәғәт итә. Ошо һорауҙарға яуап табыу ниәтендә Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 20-се район-ара инспекцияһы начальнигы Любовь Михайловна Полякова менән әңгәмә ҡорҙоҡ....
Аяуһыҙ ҙа булған ул йылдар 29-10-2014, 10:28 / Яңылыҡтар

Аяуһыҙ ҙа булған ул йылдар

Әле генә күк йөҙө ап-аяҙ ине. Ҡайһы арала Рәз артынан болоттар килеп сыҡҡан. - Атый, ҡарале, Рәз эшләпә кейеп алған. - Миңә ҡыҙыҡ. Бесән ҡайғыһымы ни. Тырмамды бакуйға ырғыттым да, болоттарҙы күҙәтә башланым. - Ямғыр яуып ебәрмәһә ярар ине лә, - ти атайым. Ул арала һәнәген тотоп, әсәйем килеп етте. - Уттай ҡыҙыу мәлдә нимә ҡарап тораһығыҙ ул, ана, ҡарағыҙ, болоттары ла килә һалып сыҡты. Әллә ошо Рәз ташына оялағандар ул. - Әсәйем һәнәге менән күккә ҡарап һелтәнеп: - Китегеҙ, ана, Һәсирәләр яғына ағығыҙ, бында яумағыҙ! Китегеҙ, китегеҙ, гурыттың ташын йыуығыҙ! - Ул, әйтерһең, шулайтып һауанан...
“Комендант сәғәте” 8-10-2014, 10:04 / Яңылыҡтар

“Комендант сәғәте”

Башҡортостанда 1 октябрҙән 2015 йылдың 30 апреленә тиклем “комендант сәғәте” индерелде....
Мѳхәррәм ағай диск сығарҙы 7-10-2014, 11:35 / Яңылыҡтар

Мѳхәррәм ағай диск сығарҙы

Бынан бер нисә йыл элек Башҡортостан Мәғариф министрлығы тарафынан үҙешмәкәр композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мѳхәррәм Әхмәтша улы Сәлимовтың балалар ѳсѳн яҙған йырҙары уҡытыу программаһына индерелде....
ЯНҒЫН ПОСЫ АСЫЛДЫ 7-10-2014, 09:03 / Яңылыҡтар

ЯНҒЫН ПОСЫ АСЫЛДЫ

Абҙаҡ ауылында айырым янғын посын асыу эштәре 2013 йылдың яҙында уҡ башланғайны. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күп кенә әҙерлек эштәре башҡарылды. Техниканы, янғын-техник ҡорамалдарын файҙаланыуға шарттар булдырыу, бинаны норматив талаптарға ярашлы итеп әҙерләү, халыҡты лайыҡлы хеҙмәтләндереү ѳсѳн бар хеҙмәткәрҙәрҙе лә алдан ныҡлап ѳйрәтергә тура килде. Һайлап алыу юлы менән эшкә алынған хеҙмәткәрҙәр, белемен камиллаштырыу ѳсѳн, 3 ай баш ҡалала әҙерлек курстарында уҡып ҡайтты....
Бүләк эшлә! 24-09-2014, 11:44 / Яңылыҡтар

Бүләк эшлә!

Хѳрмәтле ойошма, предприятие етәкселәре, мәктәп директорҙары, ветерандарығыҙға һәм оло йәштәге хеҙмәткәрҙәрегеҙгә 2015 йылдың беренсе ярты йыллығына “Урал” гәзитен яҙҙыртып, Ололар кѳнѳнә бүләк эшләгеҙ....
ШОС саммиты кѳндәре билдәле 24-09-2014, 11:41 / Яңылыҡтар

ШОС саммиты кѳндәре билдәле

Ул 2015 йылдың 9-10 июлендә Ѳфѳлә уҙасаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин Дүшәнбе ҡалаһында (Тажикстан) уҙған Шанхай ойош-маһына ингән илдәр етәкселәре ултырышында, Рәсәй ШОС рәйесе дәүләте функцияларын үтәүгә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай, тип белдерҙе....
Тѳҙѳлѳш материалы - Боганаkта! 25-08-2014, 14:31 / Яңылыҡтар

Тѳҙѳлѳш материалы - Боганаkта!

Тимер-бетон тѳҙѳлѳш материалдары етештергән «Бетонстройкомплекс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте былтыр эшләй башланы. Ә һәр енә лә мәғлүм. Әммә бында артҡа сигенергә уйламайҙар ҙа. Иң мѳһиме - эшселәр ваҡытында эш хаҡы ала, етештерелгән продукцияны алыусы бар. Дѳрѳҫ, ҡышын тѳҙѳлѳш материалдарына ихтыяж кәмерәк, шуға ла килем тураһында әлегә ауыҙ тултырып әйтеп булмай....