Кемгәлер табыш, кемгәлер ҡайғы 21-01-2014, 16:01 / Яңылыҡтар

Кемгәлер табыш, кемгәлер ҡайғы

Ҡомарлы уйын Рәсәйҙә тыйылһа ла йәшерен уйын клубтары эшләүен дауам итә. Еңел табыш алыуҙың тәмен тойған “бер ҡуллы бандиттар” хужалары яңынан-яңы ысулдарҙы табып ҡына тора. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңыраҡ республикала 6 йәшерен уйын клубы юҡ ителгән. Махсус операция ваҡытында 93 берәмек уйын ҡорамалы тартып алынған. Һѳҙѳмтәлә, Ѳфѳ ҡалаһында - 22, Салауат ҡалаһында - 55, Шишмә районында 12 берәмек уйын ҡорамалдары эшенә сик ҡуйылған. Был исемлеккә шулай уҡ Белорет ҡалаһы ла инә. Ҡаланың Киров урамындағы 46-сы йортта,...
“Ҡаргиҙәр” операцияһы башланды 20-01-2014, 15:56 / Яңылыҡтар

“Ҡаргиҙәр” операцияһы башланды

Башҡортостан Хѳкүмәте ҡарарына ярашлы, 20 ғинуарҙан 21 февралгә тиклем “Ҡаргиҙәр” операцияһы иғлан ителде. Операция мототехника сараларын файҙаланыуҙағы етешһеҙлектәрҙе асыҡлау һәм профилактикалауҙы күҙ уңында тота. Сара барышында дәүләт техник күҙәтеү инспекторҙары ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үҙйѳрѳшлѳ техниканың торошон күҙәтеү, теркәлмәгәндәрен асыҡлау буйынса ла маҡсатлы эш алып барасаҡ....
Республика башлығы  - Белорет районында 15-01-2014, 16:26 / Яңылыҡтар

Республика башлығы - Белорет районында

Үткән шәмбе Башҡортостан президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Белорет районында булды. Ул блоклы ҡаҙанлыҡтарҙың эшен тикшерҙе, социаль обьекттар менән танышты һәм Тирлән ауылы халҡы, ветерандар менән осрашты. Рөстәм Зәки улы Тирлән ауылындағы торлаҡ йорттарҙа һәм социаль сфераларҙа йылытыу системаһын реконструкциялау проекты менән танышты. Проектҡа ярашлы, ауылда бер йыл эсендә блоклы 4 газ ҡаҙанлығы булдырылған. Йылытыу миҙгеле башланыу менән яңы ҡаҙанлыҡ тест режимында эшләй башлай. Әлеге ваҡытта ҡоролмаларҙы яйға ебәреү тамамланған тиергә була. Тирлән участка больницаһын да...
2014 йыл нисек буласаҡ? 15-01-2014, 15:28 / Яңылыҡтар

2014 йыл нисек буласаҡ?

Был хаҡта күрәҙәселәр нимә юрай 13-нән 14 ғинуарға ҡарай Иҫке Яңы йыл билдәләнә. Уны билдәләү йолаһы Юлиан календары (иҫкесә) менән Григориан календарының (хәҙергесә) айырмаһы арҡаһында килеп сыға. Календарҙарҙың айырмаһы 13 кѳн. 1699 йылда Петер I ҡарары буйынса Яңы йыл 14 ғинуарҙан 1 ғинуарға күсерелә. Шул мәлдән алып Яңы йылды яңыса һәм иҫкесә байрам итә башлағандар. Борондан ҡалған ғәҙәт буйынса кеше фәҡәт ошо иҫкесә Яңы йылды ҡаршылаған һуң ғына тѳрлѳ юрауҙарға ҡолаҡ һалыр булған. Бына бѳгѳн беҙҙә тѳклѳ аяғыбыҙ менән иҫкесә Яңы йылға аяҡ баҫтыҡ. Ә 2014 йылға нимә юрайҙар һуң? Бер...
Беҙҙең арала Ат йылында тыуғандар 30-12-2013, 12:04 / Яңылыҡтар

Беҙҙең арала Ат йылында тыуғандар

Бына ҙур ѳмѳттәр менән кѳткән Ат йылына ла аяҡ баҫтыҡ. Был йыл уңышлы булһын, еребеҙгә, илебеҙгә ырыҫ, муллыҡ, бәхет алып килһен. Республика ѳсѳн дә еңел булыр тигән ышаныстабыҙ, сѳнки Башҡортостан Президенты Рѳстәм Хәмитов та Ат йылында тыуған. 1906, 1918, 1930, 1942, 1954, 1966, 1978, 1990, 2002 йылдар Ат йылына тура килә. Ә район-ҡалабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, етәкселәренең ҡайныһы Ат йылында тыуған?...
По статистике, в период новогодних каникул дети получают больше травм, чем за несколько месяцев – Минздрав РБ 30-12-2013, 11:39 / Яңылыҡтар

По статистике, в период новогодних каникул дети получают больше травм, чем за несколько месяцев – Минздрав РБ

В преддверии новогодних каникул Министерство здравоохранения РБ призывает родителей уделить как можно больше внимания организации досуга детей дома и их безопасности в местах проведения массовых мероприятий. Как отметил специалист отдела организации медицинской помощи детям Минздрава РБ Алексей Сухов, по статистике, именно в период новогодних каникул дети получают больше травм, чем за несколько месяцев. — Для травмпунктов и больниц в эти зимние праздники наступает горячая пора, — сказал Алексей Сухов. По его словам, самая распространенная причина ушибов, переломов костей, серьёзных травм...
Президент Шыршыһына – иң-иңдәр! 24-12-2013, 16:48 / Яңылыҡтар

Президент Шыршыһына – иң-иңдәр!

Йылдағыса Мәскәүҙә һәм Ѳфѳлә үткән Президент Шыршыһына район-ҡаланың уҡыуҙа, спортта юғары ҡаҙаныштарға ѳлгәшкән, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, һәр яҡлап һәләтле уҡыусылар бара....
Уяу булыу бәләнән һаҡлар 24-12-2013, 16:39 / Яңылыҡтар

Уяу булыу бәләнән һаҡлар

Әҙәм балаһы кѳтѳлмәгән тѳрлѳ фажиғале хәлдәргә йыш осрай. Һис кѳтмәгәндә янғын сыға, самолет ҡолап тѳшә йә иһә поезд түңкәрелә. Тәбиғәт - әсә лә әҙәм балаһының вайымһыҙлығына, ғәмһеҙлегенә асыуланғандай әленән-әле тѳрлѳ бәләләр ебәреп кенә тора. Ошоларға ѳҫтәп, ҡайһы бер алама әҙәмдәр күрәләтә фажиғә сығарыуға, халыҡты ҡурҡытыуға ғәҙәтләнеп алды. Теракттар ойоштороу, шартлатҡыс матдәлер ҡалдырыу, кеше урлау - бына ошондайҙарҙың эше лә инде....
Урам – педагогик мѳхит 23-12-2013, 16:33 / Яңылыҡтар

Урам – педагогик мѳхит

“Ҡәйнәм ауылда бер үҙе йәшәп ыҙалай тип, хужам ҡаланан алып ҡайтып китте беҙҙе. Мин, ҡатын кеше, ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәнем. Ҡала һынлы ҡаланан китке килмәгәйне, әлбиттә. Бәләкәй генә ѳйгә, ҡәйнә эргәһенә бик атлығып торманым да. Хужам егәрле, ҡулы эш белә, яйын табып, ѳйѳн ҙурайтыр әле, тинем дә шулай ҡайтып киттем. Әсәйем тыуып үҫкән ауыл булғас, бәләкәй сағымда ѳләсәйем һау саҡта барғылай инем мин унда. Оҡшай ине....
Балалар ѳсѳн ололар яуаплы 18-12-2013, 15:37 / Яңылыҡтар

Балалар ѳсѳн ололар яуаплы

Үткән аҙнала хакимиәт йортонда муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев етем балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм үҫмерҙәрҙең хоҡуҡ боҙоуын профилактикалау буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда етем балалар тәрбиәләнеүсе учреждение етәкселәре, райондың опека һәм попечителлек бүлеге, балалар поликлиникаһы, бала табыу йорто, суд приставтары, полиция вәкилдәре ҡатнашты....