ҺӘР ВАҠЫТ ҮҪЕШТӘ

Уҡытыусы! Кеше ниндәй генә бейеклектәргә ирешһә лә, уңыштары башында уның уҡытыусыһы тора. Уҡытыусы — йәмғиәттә оло хөрмәткә лайыҡ кеше. Бөйөк педагог Ян Амос Коменский “Был донъяла уҡытыусы хеҙмәтенән дә өҫтөн нәмә юҡ” тигән фекере менән ғәйәт хаҡлы.

Бөгөнгө мәктәп заман менән бергә атларға тейеш. Тимәк, заман уҡытыусыһы — үҙ эшендә төрлө информацион технологиялар ҡулланған, юғары белемгә эйә булған педагог. Абҙаҡ урта мәктәбенең башланғыс кластар методик берекмәһендә ете уҡытыусы. Венера Сәмситдин ҡыҙы ЯҠУПОВА мәктәптә 32 йыл эшләй. Яңылыҡтарға ынтылыусан, төрлө методикаларҙы ҡулланып балаларға төплө белем биреүсе уҡытыусыны хеҙмәттәштәре, уҡыусылар һәм ата-әсәләр хөрмәт итә. Юғары категориялы уҡытыусы дәрестең һәр минутын файҙалы, мауыҡтырғыс итеп үткәрә, ҡыҙыҡлы ял минуттары индерә, балаларҙың ижади үҫешен булдыра, алдынғы технологияларҙы балаларҙың йәш үҙенсәлегенә ҡарап ҡуллана.

Рәзилә Булат ҡыҙы ИРҒӘЛИНА ла Абҙаҡ урта мәктәбендә 26 йыл эшәй. Үҙ бурысын еренә еткереп башҡарған талантлы педагог. Дәрестәрен мауыҡтырғыс итеп ойоштороп, һәр балала белемгә ынтылыш уята. Йәш педагогтарға ла ярҙам иткән, аҡыллы кәңәштәрен биргән уҡытыусы ул.
Әминур Муса ҡыҙы ДАУЫТОВА, Айгөл Ирназар ҡыҙы ҺИБӘТУЛЛИНА, Рәйлә Ринат ҡыҙы БАЙМѲХӘМӘТОВА, Зөлхизә Урал ҡыҙы ҒИЛМИТДИНОВА ла маҡтауға лайыҡ. Уҡытыусыларҙың күбеһе дәрестә проблемалы уҡытыу алымына, информацион технологияларға нигеҙләнеп эшләй һәм яҡшы һѳҙѳмтәләргә ирешә. 2010-14 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге педагогия университеты менән берлектә тәжрибә майҙансығы ойошторолдо.

Был аҙым уҡытыусылар өсөн дә фәһемле булды. Республика кимәлендә төрлө асыҡ дәрестәр үткәрелде, уҡытыусылар "Башҡорт филологияһының 20
йыллығына арналған халыҡ-ара конференцияла” ҡатнашып, сертификат алып ҡайтты. Үҙ-ара дәрестәргә инеп, уҡытыу алымдарының ҡулланышына, уҡыусыларҙың белем кимәленә, уҡытыусының ижади активлығына, информация алыу оҫталығына иғтибар итәбеҙ.
Заман уҡытыусының һәр ваҡыт алдынғы, яңы алымдар менән эшләүен талап итә. Шуға күрә Абҙаҡ мәктәбенең башланғыс класс уҡытыусылары ла һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтыла. Бергә эшләгән коллегаларыма уңыштар теләп, тынғыһыҙ, эҙләнеүсән, актив булып ҡалыуҙарын теләйем.
Гѳлсинә ИРҒӘЛИНА, башланғыс кластарҙың
методик берекмәһе етәксеһе.
Оставить комментарий