Уңыш башы - тырышлыҡ

Гөлшат Рауил ҡыҙы үҙен киң ҡарашлы уҡытыусы, оҫта ойоштороусы һәм абруйлы етәксе итеп танытты. Уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫеүе лә уның күңелендә мәктәп, белемгә ынтылыу рухының нығыныуына нигеҙ булып торған. Атаһы Рауил Мөждәбә улы ғүмер буйы рус теле һәм әҙәбиәте фәне буйынса балаларға белем бирһә, әсәһе Гөлнур Хөснулла ҡыҙы математика hәм физика уҡытыусыhы. Әле икеһе лә хаҡлы ялда. Ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләргә ярҙам итәләр. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәктәп эшен алып барыу менән бер рәттән Вәлиевтәр биш балаға ғүмер биреп, уларҙы оло тормош юлына әҙерләгән.

- Бәләкәй саҡта сауҙа хеҙмәткәре һөнәрен һайлармын, тип уйлағайным. Әммә өйҙә ата-әсәйҙең дәрескә әҙерләнгәндәрен күреп, мин дә үҙемсә дәрес пландары яҙа торғайным. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була, ти бит халыҡ, - тип уртаҡлаша бала саҡ хәтирәләре менән Гөлшат Рауил ҡыҙы.
Мәктәп йылдары буласаҡ уҡытыусы күңелендә юйылмаҫ эҙ ҡалдыра. Уңдырышлы ергә төшкән орлоҡ үҙ емешен бирмәй ҡалмай, Гөлшат үҙен башҡа һөнәрҙә күҙ алдына ла килтермәй. Тәүге уҡытыусыhы Клара Мәғдән ҡыҙы Атнағолованы үҙ әсәһе кеүек яҡын күрә, уның һәр һүҙен күңеленә һеңдереп бара. Юғары кластарҙа ла тырыш ҡыҙ алдынғылыҡты бирмәй. Башҡорт һәм рус әҙәбиәте дәрестәрен ярата. Белемгә ынтылып торған булдыҡлы ҡыҙ

Белорет педагогия училищеһына бер ниндәй ауырлыҡһыҙ уҡырға инә. Бында алған оҫталыҡ дәрестәре буласаҡ уҡытыусы өсөн тағы бер баҫҡыс ролен үтәй. Уҡыу йортон уңышлы тамамлап, тыуған ауылы мәктәбенә башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта. Бәләкәй балалар менән уртаҡ тел табыу, уҡыу-уҡытыу эшен ойоштороу әллә ни ауыр бирелмәй йәш белгескә. Ул артабан профессиональ белемен камиллаштырырға ҡарар итә - Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына ситтән тороп уҡырға инә.

Юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөгәндә Гөлшат Рауил ҡыҙын мәктәп директоры вазифаһына үрләтәләр. Мәктәптә етәкселек итеү менән юғары белем алыуҙы бергә алып барыуы еңелдән булмай. Әммә тырышлыҡ ерҙә ятып ҡалмай - ул университетты уңышлы тамамлай. Уҡыу-уҡытыу процесын тейешле кимәлдә ойоштороу, уҡытыусылар коллективында яҡшы атмосфера булдырыу, уҡыусыларға белем биреү, уларҙың ялын ойоштороу, рухи йәһәттән үҫтереп, төрлө сараларға йәлеп итеү һәм башҡа хәстәрҙәр уның иңенә һалына. Абҙаҡта яңы мәктәп төҙөлөүе лә йәш етәксенән ныҡышмалыҡ, көс талап итә. Яңы мәктәптең бәҫен үҫтереү өсөн төрлө саралар ойошторола: тәжрибә майҙансыҡтары, практик семинар, конференциялар үткәрелә, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа яулаған еңеүҙәре һанап бөткөһөҙ. Гөлшат Рауил ҡыҙы талапсан етәксе, оҫта педагог булыу менән бер рәттән, сәмле, дәртле ойоштороусы ла.

Ул 2003 йылда уҙғарылған “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында коллективтан иң тәүгеләрҙән булып үҙе ҡатнашып, башҡаларға өлгө күрһәтте. Уның һәм уҡытыусыларҙың тырышлығы менән Абҙаҡ мәктәбе 2008 йылда “Мәғариф” милли проектына ярашлы уҙғарылған конкурста еңеп, грантҡа лайыҡ булды. Мәктәп етәкселеге уҡыусыларҙы бәләкәйҙән спортҡа йәлеп итә. Был йәһәттән мәктәптә саңғы, хоккей секциялары ойошторолhа, хәҙер сноуборд, милли көрәш тѳрҙәренә лә иғтибар ҙур. 2008 йылдан Абҙаҡ урта мәктәбенә яҡташыбыҙ, СССР- ҙың халыҡ рәссамы, күренекле шәхес Әхмәт Лотфуллин исеме бирелә. Мәктәп менән Рәссамдар союзы араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыла. Өлгәшкәндәрҙең барыһы ла,
мәктәп уҡытыусыларының фиҙаҡәр хеҙмәтенән, ә уҡыусыларҙың илһөйәр һәм тәрбиәле булыуҙарынан килә, тип иҫәпләй Гөлшат Йомағужина. Һәм ул хаҡлы ла.
Гүзәл БАЙБУЛАТОВА, филология фәндәре кандидаты.
Оставить комментарий