УҠЫТЫУСЫЛАР - БАШҠОРТ ТЕЛЕН, БЕҘ УҠЫТЫУСЫЛАРҘЫ КҮТӘРӘЙЕК

Тормош ҡуласаһы шул тиклем тиҙ әйләнә, ундағы хәл-ваҡиғаларға өйрәнеп, яңылыҡтарҙы үҙләштереп тә өлгөрмәйһең, яңылары шау-шыу тыуҙыра, заманса бурыстар, талаптар алдыбыҙға баҫа. Республикабыҙҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының конкурсын уҙғарыуға ла быйыл теүәл 20 йыл булып киткән икән. Конкурсанттарҙы һайлау йылдан-йыл ҡыйынлашһа ла, муниципаль районда был сара айырым конкурс булараҡ бишенсе тапҡырға ойошторола. Быйылғы “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2015” конкурсын тантаналы асыу ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында уҙҙы. Конкурсты муниципаль райондың мәғариф идаралығы мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюз
ойошмаһы менән берлектә үткәрҙе.

Ике көн барған конкурста 6 уҡытыусы - ҡаланың 20-се мәктәбенән Г.Ә. Зыкрина, 3-сө мәктәптән З. Ш. Ҡаһирова, 8-се мәктәптән Г. М. Мөхәмәтдинова, Сосновка мәктәбенән И.И. Әбсәләмова, Мәхмүт мәктәбенән Р.Н. Ғәниева, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан М. И. Галина педагогик оҫталыҡҡа көс һынашты. Тәүге көн жюри ағзалары тарафынан уҡытыусыларҙың асыҡ дәрес күрһәтеүе, педагогик фәлсәфәһе, визит карточкаһы баһаланһа, икенсе көндә конкурсанттар үҙҙәренең педагогик инициативаһын яҡланы, оҫталыҡ дәресе күрһәтте һәм тасуири уҡыуҙа һәләтен һынаны. Һөнәре буйынса иң яҡшыны һайлау бурысы жюри ағзаларына ла ҙур яуаплылыҡ ҡуйҙы. Был иһә уҡытыусыларҙың эшен ситтән күҙәтеп баһа бирергә, һәр кемдең үҙенә генә хас нурын, үҙенсәлеген асырға ярҙам итте. Конкурста ҡатнашыусылар белем биреү системаһында үҙ алымын, йүнәлешен булдырған. Ирекһеҙҙән, конкурсанттарҙың һөнәрен бушҡа ғына һайламауына, һәр ҡайһыһының үҙ кендеге, күсәре булыуына инанаһың. Кемдер дәресен тормош, бөгөнгө йәмғиәт ме- нән бәйләһә, икенсеһе йәнле аралашыуға йә иһә инновацион технологиялар аша белем биреүгә ҡорған. Асыҡ дәрестәрҙең ҡалыплашҡан алымдарҙан ситтә тороуы, балаларҙы йәлеп итеүе, ҡыҙыҡһындырыуы айырым иғтибарға лайыҡ булды. Мәхмүт мәктәбе уҡытыусыһы Рәсилә Нурғәли ҡыҙының ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә әҙерләнеп, йылы мөхиттә, тәрән йѳкмәткеле дәрес үткәреүе, уҡытыусы һәм уҡыусы араһында тығыҙ бәйләнеш булдыра алыуы маҡтауға лайыҡ булһа, 8-се мәктәп уҡытыусыһы Гөлфиә Миңғәле ҡыҙының балалар менән тиҙ арала уртаҡ тел табып, йәнле дәрес үткәреүе, 3-сө мәктәптән Зилә Шәриф ҡыҙының әҙәбиәт дәресендә сәхнәләштереү, интеграция алымын дөрөҫ файҙаланыуы уҡыусыларҙың теманы үҙләштереүгә теләген тағы ла нығыраҡ арттыра төштө.

Ғөмүмән, уҡытыусылар үҙ дәресенә ҡыҙыҡһыныу уята белергә, заманса технологияларға таянырға тейеш, тип йыш һөйләйбеҙ. Конкурс барышында был талаптарҙың уңышлы үтәлеүе күренде. Мәҫәлән, Гөлнара Әбделхәй ҡыҙы дәресендә шиғыр һөйләү буйынса флешмоб үткәрергә лә, милли музыка ҡоралында уйнарға ла, темаһын тормош менән бәйләргә лә ваҡыт тапты. Иң йәш конкурсант Гөлфиә Миңғәле ҡыҙының проблемалы һәм проектлы уҡытыуҙы уңышлы файҙаланыуы ла юғары баһаланды. Тасуири һөйләү конкурсы быйылғы сарала тәү башлап уҙғарылды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул конкурстың иң матур этабы булғандыр. Һәр кем уға ентекле әҙерләнгән һәм оҫталығын төрлө жанрҙа күрһәтергә тырышҡан. Ғөмүмән, был конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһын да маҡтап үтергә була. Уҡытыусыларҙың телмәр мәҙәниәте юғары. Интонацияны, логик һәм психологик паузаларҙы дөрөҫ ҡулланыуҙары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы нәҡ шулай булырға тейеш тә инде, тигән ҡыуаныслы уй тыуҙырҙы. Шулай ҙа башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Мәйсәрә Ибраһим ҡыҙының Рафаэль Сафиндың “Ҡыр ҡаҙҙары” шиғырын яттан һөйләүе иң юғары баһаға лайыҡ булды. Уның талғын, матур тауыш менән шиғыр һөйләй белеү ҡеүәһе, яҡшы хәтере береһен дә битараф ҡалдырманы.

Юғары уңыштарға, һөҙөмтәләргә ирешеү, һөнәрең буйынса камиллашыу өсөн ниндәйҙер айырым йүнәлеш буйынса тығыҙ эшләй белеүең мөһимдер, моғайын. Был йәһәттән Сосновка мәктәбе уҡытыусыһы Ирина Искәнйәр ҡыҙының конкурста ҡатнашҡан бөтә эштәрен, асыҡ дәресен айырым билдәләп үтергә булыр ине. Ул бөгөн бөтә мәғариф системаһын шаулатҡан федераль дәүләт мәғариф стандарттары һәм уҡыусыларҙың сәләмәтлеген һаҡлау технологияһы буйынса уңышлы эшләргә тырыша. Бөгөнгө ваҡытта актуаль социаль проблема булып һаналған был мәсьәләне хәл итеү өсөн ниндәй алымдар файҙаланыуын ул үҙенең педагогик инициативаһын яҡлағанда асыҡ сағылдырҙы. Уның был эшкә ата-әсәләрҙе лә йәлеп итә белеүе ыңғай баһаланды. Уҡытыусы бар яҡлап та һәләтле, талантлы, бай фантазиялы булырға тейеш, тибеҙ. Бының нәҡ шулай булыуына конкурсанттар визит карточкаһын яҡлағанда, оҫталыҡ дәресен күрһәткәндә шаһит булдыҡ. Кемеһелер үҙен мәғариф ѳлкәһендә депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтеп, ялҡынлы сығыш яһағанда, икенсе береһе “Алтын тирмә” телевикторинаһы йә иһә тамашасы араһында бәйге ойошторғанда, өсөнсөләре иһә бөгөн Вотум системаһының, электрон дәреслектәрҙең мәғариф системаһында ни тиклем мөһим булыуын аңлатып, уның кәрәклеген дәлилләргә тырышты.

Әлбиттә, ниндәйҙер эшкә тәү башлап тотонғанда етеш- һеҙлектәрһеҙ ҙә булмайҙыр. Конкурстың уңышлы яҡтарын ғына барлап, етешһеҙлектәренә туҡталмау ҙа дөрөҫ булмаҫ. Сара инде биш йыл рәттән уҙғарыла, ә уҡытыусылар “Минең педагогик фәлсәфәм” эссеһын нисек яҙырға кәрәклеген һаман да төшөнөп етмәй әле. Фәлсәфә тигәс, үҙе үк әйтеп тора кеүек тә бит... Тик уҡытыусыларыбыҙҙың фәлсәфәүи фекерләп ултырырға әллә теләге, әллә ваҡыты юҡмылыр инде, ҡайһы бер эсселар кем ул уҡытыусы һәм ул нимә эшләргә тейеш критерийҙарына йәки теория алымдарын барлауға ҡоролған була. Быйылғы конкурста алты эштең өсәүһен ыңғай баһалап китергә мөмкин булды. Мәҫәлән, Гөлнара Зыкринаны дәрестә телефон менән уйнап ултырған уҡыусыһы заман, үҙгәрештәр хаҡында тәрән уйға һала. Ҡасандыр ауылға килгән тәүге тракторҙы шаҡ ҡатып ҡа- бул итһәләр, бөгөн телефондар, айфондар заманы. Баланы ошо заман технологиялары менән урынлы эш итергә ѳйрәтеп, уларҙы дөрөҫ юлдан тайпылдырмау хаҡында баш вата ул. Ә бына ҙур педагогик стажға эйә булған Мәйсәрә Ибраһим ҡыҙы үҙ өҫтөнә алған яуаплылыҡ хаҡында һаман да борсолоп уйлана. «Илебеҙгә кәрәкле шәхес тәрбиәләү өсөн бала күңеленә орлоҡто дөрөҫ сәсәмме, киләсәктең нисә пар күҙе миңә ышаныс менән төбәлгән”, - тип хафалана ул. Зилә Шәриф ҡыҙы иһә үҙ уйланыуҙарында Рәсәйҙең күп милләтле халҡының телдәрен кескәй генә ваҡ шишмәләр менән сағыштыра.

“Сылтырап аҡҡан шишмә кеүек балаларыбыҙ ҙа үҙ телендә матур итеп һөйләшһәсе. Халҡыбыҙ элек-электән шишмә-ь инештәребеҙҙе ҡәҙерләп, һаҡлап тотҡан, беҙ ҙә телебеҙҙе шулай яҡлап, һаҡлай белһәк ине”, - тип уйлана ул. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы халҡыбыҙҙың йөҙөн күрһәтеүсе, бәҫен арттырыусы ла. Был йәһәттән улар иңенә икеләтә яуаплылыҡ ята. Ойошторолған конкурс уҡытыусыларыбыҙҙың һүҙ байлығы кимәлен, телмәр мәҙәниәтен дә асыҡ күрһәтә. Әлбиттә, иң яҡшыһы тигән исем алыу ѳсѳн халыҡ алдына сығып баҫҡанһың икән, был яҡтан һүҙ ҙә әйтмәҫлек булырға тейеш. Шуға күрә ҡайһы бер конкурсанттарға үҙ телмәренән “пока”, “уже” “вис”, “все”, “может”, “если” тигән һүҙҙәрҙән дә ҡотолоу кәрәк. Тағы шуныһы, һүҙ ҙә юҡ, бөтәһе лә тырышҡан, инновацион технологияларҙы отошло файҙаланған, слайдтар, видеосюжеттар эшләгән, тик ниңәлер йырҙар ҡулланғанда бөтә темаларға ла бынамын тигән башҡорт йырҙары ла барлығын онотҡандар. Телебеҙ, әҙәбиәтебеҙ хаҡында һүҙ йөрөткәндә мәҙәниәтебеҙҙе күтәреү кәрәклеген дә иҫтән сығарырға ярамайҙыр. Ҡайһы бер уҡытыусыларҙың яңғыҙы ғына конкурста ҡатнашыуы ла ғәжәпләнеү тыуҙырҙы. Уларҙың берҙәм, татыу коллективы, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙырҙай, дәртләндереү, йыуатыу һүҙҙәре әйтерҙәй коллегалары юҡмы икән? Әлбиттә, конкурс тип бөтә уҡытыусыларҙы ла дәрестән алып булмай. Әммә мәктәптә бит бер башҡорт теле генә уҡытылмай.

Башҡа предмет уҡытыусылары ҡайҙа булған? Бер үк мәктәптең намыҫын яҡлай түгелме улар? Йылына бер үткән конкурсҡа үҙ-ара һөйләшеп, алмашлап килеп ултырһалар, зал да тулы, конкурсанттарҙың да кәйефе шәберәк булыр ине. Бер-беребеҙҙе күтәрергә, уңыштарыбыҙға бергә шатлана белергә һаман да ѳйрәнә алмайбыҙ, шикелле. Шулай ҙа, нимә генә тип әйтһәк тә, конкурс йылы, дуҫтарса мѳхиттә матур үтте. Үҙҙәренең эшен, оҫталығын, һәләтен рәсми рәүештә башҡалар хөкѳмѳнә сығарырға батырсылыҡ иткән бөтә конкурсанттар ҙа оло маҡтауға лайыҡ. Тик шуныһы борсоулы уйға һалды. Киләһе йылда конкурста ҡатнашырға теләк белдергән уҡытыусыларыбыҙ булырмы? Мәғариф идаралығы методисы Лариса Хәлфетдин ҡыҙы Әхмәтшина әйтеүенсә, бѳгѳн конкурста ҡатнашырға теләүселәрҙе көндөҙ ҡулға сыра тотоп эҙләһәң дә табыуы ҡыйын. Был яҡтан бигерәк тә ауыл уҡытыусылары ҙур һүлпәнлек күрһәтә. Район-ҡалабыҙҙа эшләгән 96 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының алтауһын ғына конкурста ҡатнашырға күндереү нимә хаҡында һөйләй? Тимәк, уҡытыусыларыбыҙ үҙ көсөнә ышанмай, уларҙың сәме, дәрте етмәй түгелме?

Ике көн барған конкурс бына шулай үтеп китте. Сараны ябыу тантанаһында конкурсанттарҙы мәғариф идаралығы начальнигы М. В. Саранцева, профсоюз ойошмаһы рәйесе Л. Г. Шалаева, муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, урындағы ҡоролтай Башҡарма комитеты рәйесе И.С. Теләүбаев, “Урал” гәзите мөхәррире С.Ж. Минһажитдинова, һәүәҫкәр композитор Мѳхәррәм Сәлимов ҡотланы. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2015” исеменә Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы М. И. Галина лайыҡ булды, ҡалған конкурсанттар тѳрлѳ номинацияларҙа билдәләнде. Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыларының дәртле бейеүҙәре, матур йырҙары байрамға айырыуса тантаналы йәм ѳҫтәне.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий