Тарихи марафонда

Үткән аҙнала ҡаланың лицей-интернатында Бѳйѳк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған “Минең хәтеремдә” тип аталған район һәм ҡала-ара тарихи марафон уҙғарылды.

Унда ҡаланың 20-се, 21-се, 1-се, 16-сы, 8-се мәктәптәре, 14-се, 17-се гимназиялары һәм Егәҙе, Тимер юл, Олойылға, Абҙаҡ, Сермән, Исмаҡай ауыл мәктәптәренең VIII-X класс уҡыусыларынан йыйылған командалар ҡатнашты. Тарихи марафондың тѳп маҡсаты - үҫеп килгән йәш быуында Бѳйѳк Ватан һуғышы һәм Ватаныбыҙ тарихы ваҡиғаларына ҡыҙыҡһыныу уятыу, күңелдәрендә илһѳйәрлек һәм һуғышта һәләк булған яугирҙәр, ветерандар, оло быуын кешеләренә ҡарата ихтирам, рәхмәт тойғоһо тәрбиәләү. Марафонда ҡатнашыусы командалар “Белореттың Советтар Союзы Геройҙары”, “Герой ҡалалар”, “Һуғыш һандары”, “Бѳйѳк Ватан һуғышы һәйкәлдәре”, “Кѳйҙѳ тап”, “Әҙәбиәттә һуғыш темаһы”, “Бѳйѳк Ватан һуғышының бѳйѳк алыштары”, “Бѳйѳк Ватан һуғышының полксылары” станцияларында белем кимәле менән кѳс һынашты.

Интеллектуаль ярышта ҡаланың 14-се гимназияһы командаһы I урын алһа, ҡаланың 21-се мәктәбе һәм Сермән ауылы мәктәбе командалары - II, ҡаланың 1-се мәктәбе һәм Тимер юл ауылы мәктәбе командалары III урынды бүлеште. Уҡыусыларҙың Бѳйѳк Ватан һуғышы тарихын яҡшы белеүе, тѳплѳ әҙерлектәре, ғѳмүмән, үҫешкән интеллектлы булыуҙары шатландырҙы, - ти тарихи марафонды ойоштороусы лицей- интернаттың тарих уҡытыусыһы Флүзә Ғайсар ҡыҙы Һиҙиәтова.
Н. ШӘРИПОВА.
Оставить комментарий