Мәктәптәрҙә — фестиваль

Бѳйѳк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арнап, “Илебеҙ күгендә салют тауыштары яңғыраһын” тип аталған район-ҡала уҡыусыларының, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең үҙешмәкәрҙәр ижады фестивале үтте.

Ѳс кѳн буйы абруйлы жюри ҡала мәктәптәренең сығышын ҡараны. Фестиваль 20 мартта башланды. Лицей-интернат сараға тѳплѳ әҙерләнгән. Унда лицейҙың һәр хеҙмәткәре һәм йыр-моңға һәләтле уҡыусылары йәлеп ителгәйне. Концерт күңелдәргә үтеп инерҙәй әҙәби композиция менән башланып китте. Сараны башынан аҙағына тиклем алып барған “Мѳхәббәт” һәм “Һуғыш” образдары һәр башҡарылған бейеүҙе һәм йырҙы бәйләп, бер сылбырға теҙҙе. Концерт номерҙарының еренә еткереп әҙерләнеүе сараға йәм ѳҫтәне һәм дәрәжәһен күтәрҙе. Әлбиттә, фестивалгә әҙерлеккә ҙур кѳс һалған үҙ һѳнәренең оҫталары - бейеү студияһы етәксеһе Ғәлиә Әхмәҙей ҡыҙы Шәрәфетдинованың, хор студияһы етәксеһе Олеся Владимировна Басированың роле ҙур.

Ә инде тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Миңзәлә Исрафил ҡыҙы Миңлеғәлиеваның режиссерлыҡ оҫталығын билдәләп китмәү мѳмкин түгел. Ошо хаҡта жюри ағзаһы, мәҙәниәт идаралығы начальнигы Зәлифә Әғләмова ла: “Афарин, бик матур булды. Композиция үҙенән-үҙе йыр кеүек кенә ағылып барҙы, был режиссерлыҡ шәп булыуының һѳҙѳмтәһе,” - тине. Ысынлап та, лицей-интернатта ниндәй генә сара үтмәһен, һәр саҡ юғары кимәлдә, ныҡлы әҙерлек менән ойошторола.

Әйткәндәй, үҙешмәкәрҙәр ижады фестиваленең һѳҙѳмтәләре билдәле. Гран-приҙы ҡаланың 20- се мәктәбе һәм 14-се гимназияһы бүлеште. I урынға Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы сыҡты. II урынды лицей-интернат алһа, III урын ҡаланың 17-се гимназияһына бирелде. Ауыл мәктәптәрендә фестиваль 6, 7, 8 апрелдә үтәсәк.
Нурия ШӘРИПОВА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий