Балҡый алда йылдар, Һеҙ бараһы юлдар...

Кисә республикабыҙ мәктәптәрендә сығарылыш класс уҡыусылары ѳсѳн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны.

Моңһоу ҙа, шул уҡ ваҡытта мәктәпте тамамлаған балалар ѳсѳн шатлыҡлы ла кѳн ул. Моңһоу, сѳнки һуңғы ҡыңғырау аҫтында улар һуңғы дәрескә инә. Шатлыҡлы ла - улар алдында яңы тормош, юғары уҡыу йорттары, хеҙмәт юлдары башлана.
Быйыл район-ҡала мәктәптәрендә XI класты - 571, IX класты 1116 уҡыусы тамамланы. Сығарылыш уҡыусыларын Берҙәм дәүләт имтихандары кѳтә. XI класты тамамлаған 627 уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ. Быйыл улар менән бергә студенттар ҙа, үткән йылғы сығарылыш уҡыусылары, дистанцион үҙәктә уҡыусылар имтихан бирә. Тәүге һынау - рус теле әҙәбиәтенән 25 майҙа үтә.

Ҡаланың лицей-интернатынан бѳтәһе 72 уҡыусы оло тормош юлына сығарыла. Шуларҙың 35-е - XI класты, 37-һе IX класты тамамлай. Уҡыусыларҙың барыһы ла ҡайһы уҡыу йортона барыуын хәл иткән дә инде. 22 майҙа ҡаланың Металлургтар майҙанында район-ҡала мәғариф
идаралығы менән берлектә Йәштәрҙең ял үҙәге ойошторған “Туғыҙынсы ҡыңғырау” флеш-мобы үтте. Флеш-мобта 10, 13, 20, 21-се мәктәптәр, 14, 17-се һәм Яныбай Хамматов исемендәге гимназияларҙан 600-ләгән сығарылыш уҡыусылары ҡатнашты.
Бындай сара беренсе тапҡыр ғына уҙғарылыуына ҡарамаҫтан, ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Оло һынау, тормош юлына баҫыу алдында торған сығарылыш уҡыусыларын ата-әсәләре, класс етәкселәре оҙатып килде. Балалар алдында район-ҡала мәғариф идаралығы начальнигы М.В.Саранцева телмәр тотто һәм уларға аҡ юл, уңыштар теләне.
Э. ХӘМЗИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий