ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА - ЯҢЫ БУРЫСТАР

Ҡала Мәҙәниәт һарайында район-ҡала мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе булып үтте. Ул мәғариф системаһын модернизациялауҙың кѳнүҙәк мәсьәләләренә арналды.

Кәңәшмәнең эшендә Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәте Премьер-мини- стрының беренсе урынбаҫары Р.Х. Марданов, муниципаль район Советы рәйесе Е.Я. Карепанов, муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов, му- ниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.С. Теләүбаев, мәғариф идаралығы начальнигы М.В. Саранцева, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Ю.Н. Щевелев ҡатнашты.

Сара Илгиз Теләүбаевтың тәбрикләү һүҙе менән башла- нып китте. Артабан һүҙ Владислав Мироновҡа бирелде. Хакимиәт башлығы райондың социаль- иҡтисади хәл-торошона байҡау яһаны, уңыштар тураһында һѳйләне һәм киләсәккә пландар менән уртаҡлашты. Фекер алышыуҙа ҡатнашҡан ҡаланың 2-се балалар баҡ- саһының ѳлкән тәрбиәсеһе Ири- на Тарасова, Белорет металлур- гия колледжы директоры Ғәлим Хѳбѳтдинов, Мәктәптән тыш эш үҙәгенең информация- методик бүлеге мѳдире Татьяна Калиничева үҙ эшмәкәрлегенең үҙенсәлектәре, эҙләнеүҙәре, асыштары һәм кисектергеһеҙ мәсьәләләр тураһында сығыш яһанылар. 1-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Анна Калмыкова Әҙәбиәт йылында мәктәптә шәхесте ижади яҡтан үҫтереүҙә әҙәбиәттең әһәмиәтенә ҡағылышлы теманы яҡтыртты. Хеҙмәт алдынғыларына наг- радаларҙы Рѳстәм Марда- нов тапшырҙы. Балалар-үҫ- мерҙәр спорт мәктәбе тре нер-преподавателе Алексендр Алексеевич Машкин “Баш- ҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙ- мәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Берҙәм дәүләт имтиханы ойоштороуҙа ҙур ѳлѳш индергән техник белгестәр Дарья Петровна Горбулина, Андрей Валерьевич Рыжов Рәхмәт хаттары алды. Быйыл да “Иң яҡшы йыл уҡыусыһы” конкурсы еңеүселәрен тәбрикләнеләр. Рѳстәм Хәбиб улы Марданов сығышында Башҡортостан Хѳ- күмәте алдында торған мѳһим мәсьәләләр тураһында һѳйләп, кәңәшмәне йомғаҡланы. Кәңәшмәнең пленар ѳлѳшѳнән һуң 17-се гимназия базаһында методик берекмәләрҙең улты- рыштары үтте. Рәмилә
ХѲСНУЛЛИНА. Автор фотолары.
Оставить комментарий