«Ҡәнәғәтмен, тип әйтә алмайым...»

Бер нисә кѳндән сираттағы уҡыу йылы старт ала. Яңы уҡыу йылын ниндәй уңыштар, яңылыҡтар менән ҡаршы ала һуң беҙҙең район-ҡала мәктәптәре? Ошо һорауға яуап табыу маҡсатында муниципаль райондың мәғариф идаралығы муниципаль ҡаҙна учреждениеһы начальнигы Марина Владимировна САРАНЦЕВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

► Марина Владимировна, үткән уҡыу йылы һеҙҙә ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы? Һеҙ былтырғы һѳҙѳмтәләр менән ҡәнәғәтме? - Үткән уҡыу йылы һѳҙѳмтәләре менән ҡәнәғәтмен, тип әйтә алмайым. Берҙәм дәүләт имтиханы (БДИ) һѳҙѳмтәләре менән бер мин генә түгел, ә республика кимәлендә лә ризаһыҙҙар күп. Быйыл БДИ тапшырыу буйынса тағы ла үҙгәрештәр индерелде. Мәҫәлән, БДИ-ны математиканан профилле һәм база ѳлѳштәре буйынса тапшырҙылар. Профилле ѳлѳш буйынса һѳҙѳмтәләр менән беҙ ҡәнәғәт түгелбеҙ. Хәҙер ҡайһы берәүҙәр сентябрҙә имтихан бирергә мәжбүр. Имтихан кѳндәре билдәләнгән. Быйыл БДИ-ны тапшырыу ѳсѳн 3 пункт асылды, балалар 12 предмет буйынса имтихан бирҙе. Һәр икенсе уҡыусы йәмғиәтте ѳйрәнеү фәненән (51,15%), һәр ѳсѳнсѳ уҡыусы физика фәненән (33,27 %) имтиханды һайланы. 200- ҙән ашыу мәғариф учреждениеһы хеҙмәткәре БДИ-ны ойоштороу эшендә ҡатнашты. Полиция һәм медицина хеҙмәткәрҙәре лә йәлеп ителде.

2015 йылда Белорет муниципаль район территорияһында БДИ тапшырыуҙа 622 кеше ҡатнашты, шуларҙың 567-һе быйылғы сығарылыш уҡыусылары, 55-е үткән йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары. Үткән уҡыу йылында XI класты 567 бала тамамланы, уларҙың 2-әүһе дәүләт имтихандарына индерелмәне. 545 уҡыусы им- тихандарҙы уңышлы тапшырып, урта дѳйѳм белем тураһында аттестат менән сыҡты. Улар араһынан 27 бала “Уҡыуҙағы уңыштары ѳсѳн” алтын миҙал менән бүләкләнде. Быйыл район-ҡала мәктәптә- рендә IX класты 1115 уҡыусы тамамланы, уларҙың 12-һе Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына ин- дерелмәне, 1096 уҡыусы им- тихандарҙы уңышлы тамамлап, ҡулдарына аттестат алды, шул иҫәптән 37 уҡыусы тик “5” билдәләренә генә тамамланы. Ә дѳйѳм алғанда, уҡыу барышы һәм мәктәптән тыш эш үҙ яйы менән барҙы. Үткән уҡыу йылы тѳрлѳ сараларға бай булды. Беҙҙең мәктәптәр Бѳйѳк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған сараларҙа әүҙем ҡатнашты, Әҙәбиәт йылына бағышланған тѳрлѳ саралар үтеп тора.

Мәғариф системаһында тѳп күрһәткестәрҙе белем, уҡыусының социаль, мәҙәни үҫеш кимәле билдәләй. “Йыл уҡыусыһы - 2015” конкурсында VII-IX кластар араһында 21-се мәктәптең IX класс уҡыусыһы Асия Шәмиғоло- ва был маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ошо уҡ йәштәгеләр араһынан Ломовка мәктәбенән Даниил Шошинға - II, ҡаланың 3-сѳ мәктәбенән Вероника Ма- кароваға III урын бирелде. X-XI класс уҡыусылары араһында 17-се гимназиянан Татьяна Жиронова - II, Үрге Әүжән мәктәбенән Оксана Копытова III урынға лайыҡ булды.

► Белем биреү учреждениелары яңы уҡыу йылына әҙерме? - 44 белем биреү учреждениеһы ла уҡыусыларҙы ҡабул итеүгә әҙер. Һәр бер мәғариф учреждениеһында ремонт эштәре барҙы. Әммә тейешле документтар яңы әҙер булыуға бәйле, ҡаланың 16-сы мәктәбенең йылытыу системаһына ремонт сентябрҙә башлана. Уҡыусылар ваҡытлыса 15-се мәктәптә уҡып торасаҡ. Шулай уҡ Туҡан мәктәбенең - электр менән тәьмин итеү системаһын, Сосновка мәктәбенең, Ин- йәр ауылындағы спорт мәктәбенең ҡыйыҡтарын ремонтлау ҡаралған. “Бер- ҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты буйынса Үҙән мәктәбенең электр менән тәьмин итеү системаһы, Олойылға мәктәбенең ҡыйығы, ҡаланың 18-се мәктәбенең йылытыу системаһы ремонтланасаҡ. Был эштәрҙе йылытыу миҙгеле башланғанға тиклем тамамлау планлаштырылған.

► Республиканың август кәңәшмәһендә ниндәй мәсьәләләр ҡуҙғатылды? - Берҙәм электрон белем биреү системаһын үҫтереү йүнәлешендә ныҡлы эшләү кәрәклеге тураһында һүҙ барҙы. Был йүнәлеш беҙҙә лә бик үк яҡшы үҫешмәгән. Хәҙер мәктәптәрҙә электрон китаптар әүҙем ҡулланыла башлаясаҡ. Быйылдан федераль стандарттар буйынса уҡыған балалар V класҡа барҙы. Быйылдан ФГОС мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына ла индерелә. Беҙҙә мәктәпкәсә белем биреүҙә электрон системалар ҡулланыу буйынса яҡшы миҫалдар бар.
► Рәсәй Президенты Владимир Путин 2019 йылға тиклем балалар бер сменала уҡырға тейеш тигән маҡсат ҡуйҙы. Был йәһәттән районда ниндәй эштәр атҡарыла? - 2015-2019 йылдарҙа балалар- ҙың күпселеген бер сменала уҡытыуға күсереү буйынса муниципаль райондың “юл кар- таһы” ҡабул ителде. Был баланы үҫтереү мѳмкинлектәрен арттырыу маҡ-сатында эшләнә. Һуңғы ѳс йылда муниципаль район мәктәптәрендә икенсе сменала уҡыған балалар һаны - 22 %-ҡа, ҡалала 29 %-ҡа артты. 2019 йылға балалар һанының 9 %-ҡа артыуы күҙаллана. Был күрһәткестәр яңы уҡыу урындары талап ителеүе тураһында һѳйләй. Әлеге ваҡытта район-ҡалалағы 44 мәктәптең 10-ы ике сменала эшләй, бѳтә ҡала мәктәптәре тип әйтергә лә була. “Юл картаһы”на ҡалала тағы ла бер мәктәп тѳҙѳүҙе, 25-се һѳнәрселек училищеһы бинаһын реконструкциялауҙы индерҙек.

► Марина Владимировна, әңгәмәгеҙ ѳсѳн рәхмәт. Һеҙгә, барлыҡ уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға яңы уҡыу йылында уңыштар, яңы белем үрҙәрен яулауҙарын теләйбеҙ.
Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште. Автор фотоһы.
Оставить комментарий