Күңелдә ҡалыр йәй

Сосновка мәҙәниәт йортонда балаларҙың йәйге ялына йомғаҡ яһалды. Урындағы балалар һәм үҫмерҙәр менән бергә йәйге каникулға ҡунаҡҡа килгәндәр ҙә төрлө мәҙәни һәм спорт сараларында теләп ҡатнашты.

- 1 июндән алып “Бәхетле балалыҡ” байрамы, балалар һабантуйы бик матур уҙҙы. Үҫмерҙәр 3 командаға бүленеп, аҙна буйына Сосновка хакимиәте кубогына футбол турниры уҙғарҙы. Йомғаҡлау сараһында капитандар Самат Йәнгәрәевте, Вилдан Ҡәҙерғоловты, Рәсих Йәнгировты сәхнәгә саҡырып, приздар һәм открыткалар менән билдәләп үттек. Иң актив футболсы ҡыҙҙарыбыҙ Юлиә Шәйдуллина менән Даша Лысенкова, судьялар Вадим Мөхәмәтйәров менән Арслан Әбдрәхимов, шулай уҡ иң актив үҫмер Алина Шәйхулова билдәләнде. Әйткәндәй, “Йәй һылыуы” конкурсын да Алина Шәйхулова менән Арслан Әб- дрәхимов алып барҙы, ә Вадим Мөхәмәтйәров музыкаль яҡтан биҙәне.

“Йәй һылыуы” исеменә Вилена ҠӘҘЕРҒОЛОВА (һү- рәттә) лайыҡ булды. Шулай уҡ конкурста ҡатнашҡан һәр ҡыҙ төрлө номинацияла билдәләнде. Мәҫәлән, Ви- ленанан 1 мәрәйгә ге- нә ҡалышҡан Диана Хилаева тамашасы һө- йөүен яуланы. Дина Һи- бәтуллина, Нәйлә Аза- матова менән Диана Зәй- нәшеваның да балдары юғары булды. Ғөмүмән, ҡыҙҙарҙың бөтәһе лә үҙенсә матур, оҫта һәм уңған булып сыҡты. Улар йәй буйына үҙҙәрен сәхнәлә тотоу серҙәренә өйрәнделәр. Үҫмер ҡыҙҙарыбыҙ һәм егеттәребеҙгә бөтә са- раларҙы йәмләп йө- рөгәндәре өсөн, шулай уҡ ошо сараны уҙғарыуҙа матди ярҙам күрһәткән “Селена” йәмғиәте эшселәре Денис Лисовский менән Петр Скворцовҡа, Зифа Мөхәмәтйәроваға сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, - тип һөйләй мәҙәниәт йорто директоры Гөлсөм Нурислам ҡыҙы Мостафина. . Бына шулай, йәйге ялын Сосновкала уҙғарған үҫмерҙәр мәҙәни мөхиттә ҡайнап йәшәүҙән ҙур ҡәнәғәтлек һәм файҙа алды, ауыл халҡына шатлыҡ бүләк итте. Сосновкаларҙың матур башланғысы башҡаларға ла үрнәк булһын ине.
З. СӨЛӘЙМӘНОВА
Оставить комментарий