Балаларға - уңайлы шарттар

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2012 йылдың майындағы Указына ярашлы, мәктәпкәсә белем биреүҙе тейешле тәьмин итеүгә ҡағылышлы саралар планы республикала ҙур үҫеш алды. Май Указы ил башлығының контроле аҫтында тормошҡа ашырыла башланы. Ул 2016 йылдың башына 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге һәр баланы мәктәпкәсә белем менән тәьмин итергә тигән бурыс ҡуйҙы. Указ тормошҡа ашырыла башлағас, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында сират 10 тапҡырға кәмене, мәктәпкәсә йәштәгеләр бѳгѳндѳн үк балалар баҡсаһына йѳрѳү хоҡуғына эйә булды.

Ҡайһы бер тѳбәктәрҙә балалар баҡсаларына сират әле лә кәмемәй, әлбиттә. Беҙҙең районда ла кескәйҙәрҙе балалар баҡсалары менән тәьмин итеү мәсьәләһе әле һаман киҫкен тора. Ҙур ауылдарҙа балалар баҡсалары етешмәй. Ә ҡалала был эш яйға һалынған, тип әйтергә була. Белоретта бер нисә йыл эсендә 2 балалар баҡсаһы тѳҙѳлдѳ. Ҡалала ла балалар баҡсаһына сиратты кәметеү сараһын уйлап таптылар. Муниципалитетта яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тѳҙѳү урынына булғандары ки- ңәйтелде. Шулай итеп балалар баҡсаларында ѳҫтәмә урындар булдырыу мәсьәләһен хәл итә башланылар.

Был, һис шикһеҙ, альтернатив һәм экономиялы аҙым. Белорет педагогтарының был тәжрибәһе тәүге һѳҙѳмтәләрен бирҙе лә инде. Яңы ысулды 10-ға яҡын балалар баҡсаһы ҡулланды һәм балаларға ѳҫтәмә урындар һаны 500-гә тиклем арттырылды. Ҡаланың 1-се, 2-се, 5-се, 15-се, 21- се, 25-се, 27-се балалар баҡсалары ѳҫтәмә тѳркѳмдәр асты. Эшләп килгән балалар баҡсаһында ѳҫтәмә урындар булдырыуға муниципаль район бюджетынан 10 млн. һумдан ашыу аҡса тотонолдо. Әгәр ҙә урындағы бюджет рѳхсәт итһә, район етәкселәре был сәйәсәтте икенсе йыл да дауам итергә уйлай. Ҡаланың 25-се башҡорт балалар баҡсаһында ла бер тѳркѳм ѳҫтәлеп, 20 балаға урын булдырылды. Хәҙер инде “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында 6 тѳркѳмдә 150 бала тәрбиәләнәсәк. Әлеге кѳндә 2-се кескәйҙәр тѳркѳмѳ ѳсѳн баҡсаның беренсе ҡатында урынлашҡан спорт залын үҙгәртеп ҡороу бара. “Еләккәй” тѳркѳмѳндә гигиена кабинеты, кейенеү- сисенеү урындары булдырылған. Спорт залын тѳркѳмгә үҙгәртеп ҡулайлаштырыу ѳсѳн урындағы бюджеттан 705 мең һум аҡса бүленгән. Был аҡсаға тулыһынса ремонт яһалған, әле буяу-ағартыу һәм мебель урынлаштырыу эштәре ҡалған. - Бер нисә йыл элек балалар баҡсаһында тағы бер тѳркѳм асыуҙы һорап район-ҡала мәғариф идаралығына мѳрәжәғәт иткәйнек.

Тик ошоға тиклем пландар бойомға ашмайыраҡ торҙо. Бы- йыл, Рәсәй Президентының Указына ярашлы, балалар баҡ- саларында ѳҫтәмә урындар, тѳркѳмдәр булдырыла башланы. Беҙгә лә аҡса бүленде һәм “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында эштәр башланды. Балалар, ата-әсәләр, педагогтар ҙа яңы тѳркѳм асылыуын түҙемһеҙләнеп кѳтә. Тѳркѳм тулыһынса ком- плектланған. “Еләккәй” 2-се кес- кәйҙәр тѳркѳмѳ ѳсѳн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Спорт һәм музыка залдары бер урында урынлашасаҡ, саралар үткәндә бер-береһенә ҡамасау- ламаясаҡ. Тѳркѳмдәрҙе тулылан- дырыуҙа, йыһазландырыуҙа ата- әсәләр ҙур ярҙам күрһәтә. Улар ярҙамы менән “Бал ҡорто”, “Аҡлан”, “Йәйғор” тѳр- кѳмдәренең тәҙрәләре тулы- һынса тиерлек алыштырылды. “Ҡояшҡай” тѳркѳмѳнә янғын хәүефһеҙлеге күҙәтелгән ли- нолеум түшәлде. Яңы тѳркѳмдѳ “Профстройкомпани” тѳҙѳлѳш йәмғиәте эшселәре эшләй. Юрий Домнин етәкселегендәге бригада эшен еренә еткереп, намыҫлы башҡара. Планда ҡаралмаған эштәрҙе лә ярҙам йѳҙѳнән үҙҙәре башҡара.

Ә шәхси эшҡыуар Азамат Яуымбаев менән 12 йыл хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Предприятие беҙгә матур-матур шкафтар, ул- тырғыс-ѳҫтәлдәр, ике, ѳс яруслы карауаттар, кейем шкафтары эшләп бирә. Бүленгән аҡсаның 39 мең һумы яңы тѳркѳмгә мебель алыуға китте. Балалар һаны артҡас, ашханаға яңы электр плитаһы кәрәк: 6 комфоркалыһын түҙемһеҙлек менән кѳтәбеҙ. Тѳр- кѳмдѳ сентябрь аҙаҡтарында фай- ҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ, - тине “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһы мѳдире Таңсулпан Нуретдин ҡыҙы Бүләкбаева.
Э. ХӘМЗИНА.
Оставить комментарий