ЯУЛАНҒАН ҮРҘӘР

Арыҫлан Мѳбәрәков исемендәге Сермән балалар йорто тәрбиәләнеүселәре үҙҙәрен тѳрлѳ яҡлап һынап ҡарай. Улар район-ҡала кимәлендә үткән конкурс- ярыштарҙа ғына ҡатнашып ҡалмай, республика кимәлендә лә уңышлы сығыш яһай. Әленән-әле яңы үрҙәргә үрләп, призлы урындар яулай.

Яңыраҡ Ѳфѳнѳң 9-сы балалар йортонда “УМА ПАЛАТА” интеллектты үҫтереү уйынының тѳбәк һайлап алыу этабы үтте. Сара балалар йорттарына ярҙам итеү һәм ата-әсәләр ҡарамағынан мәхрүм ҡалған балаларҙы социаль адаптациялау- ҙың “Балалыҡты ҡайтарыу” проектына ярашлы үтте. Ярышта 18 команда тѳрлѳ фән ѳлкәләрендә - аныҡ һәм йәмғиәт фәндәренән, әҙәбиәт, сәнғәт, тарих, география һәм биологиянан белемен һынап ҡараны. Уйын һѳҙѳмтәләре буйынса I урынды сара хужалары - Ѳфѳнѳң 9-сы, II урынды - Сермән һәм III урынды Чесноковка балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре алды. 5 уҡыусынан торған командабыҙ лайыҡлы сығыш яһаны һәм призлы урынға лайыҡ булды. Еңеүселәр Грамота һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде. Еңеүсе команда Түбәнге Новгород ҡалаһында үтәсәк округ финалында ҡатнашасаҡ.
Э. Хәмзина.
Оставить комментарий