Йыйын матур үтте

Ҡаланың 16-сы мәктәбендә төрлө саралар йыш үтә. Яңыраҡ ҡына уҙғарылған иң сағыуҙарының береһе - Йыйын хаҡында һүҙем. Йыйынға уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа ҙур тырышлыҡ менән етди әҙерләнде, һәр класта класс сәғәттәре уҙҙы.

IV ”а” класында үткән дәрескә һәүәҫкәр композитор, Башҡортостандың ат- ҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ- мәткәре Мөхәррәм Сәлимов саҡырылды. Ул төрлө му- зыка ҡоралдарында уйнап күрһәтте, йырҙар йырланы һәм фәһемле, тәрбиәүи кә- ңәштәр бирҙе. Рус мөхитендә тәрбиәләнеп, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән балаларҙың башҡортса ши- ғыр һѳйләүҙәре, йырҙары сараға айырыуса йәм бирҙе, байрам кәйефе өҫтәне. Шу- лай уҡ уҡыусылар слайдтар аша Башҡортостан буйлап сәйәхәт ҡылды, башҡорт милли аштары, музыка ҡоралдары, йыр-моңдары менән танышты. Класс сәғәте ата-әсәләр әҙерләп килтергән милли ризыҡтар менән сәй эсеү, иҫтәлеккә фото төшөү ме- нән тамамланды. Тыуған илебеҙгә, республикабыҙға һөйөү, тарихыбыҙға, мәҙә- ниәтебеҙгә, ғөрөф-ғәҙәттә- ребеҙгә хөрмәт тәрбиәләгән саранан барыһы ла ҡәнәғәт таралышты.

Уҡыусылар Мө- хәррәм Сәлимовҡа рәхмәт белдереп, уның тағы ла осрашыуға килеүен һораны. Төп сара - Йыйын бай, күңелле уҙҙы. Унда IIXI класс уҡыусылары ҡатнашты. Йыйын тантаналы ли- нейка менән башланды. Мәктәп директоры Людмила Владимировна һәм директор урынбаҫары Марина Ролан- довна байрам менән ҡотлап, төрлө өлкәлә уңыш яулаған уҡыусыларға Почет гра- моталары тапшырҙы. Аҙаҡ жюри ағзалары кластар буйлап уҡыусыларҙың сы- ғышын баһаланы. Йыйын өс төркөмгә бү- ленгәйне: башланғыс, ур- та һәм өлкән. Уҡыусылар милли аш-һыу әҙерләү, шәжәрә төҙөү һәм үҙ те- ләге менән һайлап алған ниндәйҙер милләттең ғѳрѳф- ғәҙәттәрен күрһәтеү буйынса ярышты. Жюри ағзалары бары- һының да сығышын яҡшы тип баһаланы. Байрам төр- лө милли уйындар, йыр- ҙар, бейеүҙәр менән күңелле дауам итте. Йыйындан олоһо ла, кесеһе лә дәртләнеп, ҡәнәғәт таралышты.
Зәкинә СӘЙФУЛЛИНА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Оставить комментарий