Алға әйҙәй офоҡтар

14-се гимназияла район-ҡаланың балаларҙы сәләмәтләндереү-белем биреүҙең Туризм, крайҙы ѳйрәнеү һәм экскурсиялар үҙәге асылыуға 25 йыл тулыуға арналған тантаналы кисә уҙҙы.
Романтик рухлы энту- зиастарҙы ҡотларға муни- ципаль район Советы рәйесе Е.Я. Карепанов, муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов, мәғариф бүлеге начальнигы М.В. Саранцева, йәштәр сәйәсәте, физкультура, спорт һәм туризм комитеты начальнигы С.В. Полина, мәктәптән тыш эштәр үҙәге, мәктәп директорҙары килде. Евгений Яковлевич туризм үҙәге директоры Олег Ручушкинға һәм коллективҡа Почет грамоталары тапшырҙы. Владислав Геннадьевич үҙәккә транспорт бүләк итеү тураһында белдергәс, зал кѳслѳ алҡыштарға күмелде. - Үҫеп килгән быуынды патриотик рухта тәрбиәләгән, илебеҙҙе, тыуған яғыбыҙҙы яратырға, ҡәҙерләргә ѳйрәткән ѳсѳн һеҙгә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, - тине муниципаль район хакимиәте башлығы һәм, - походтарға беҙҙе лә үҙегеҙ менән алығыҙ, - тип ѳҫтәне. Туризм үҙәгенең район- ҡалабыҙҙа тотҡан роле баһалап бѳткѳһѳҙ, тап уның тәрбиәләнеүселәре бѳгѳнгѳ кѳндә МЧС-та, янғын һүндереү частарында, хәүефһеҙлек мәктәптәрендә эшләй. Ошо үҙәктә үҫмерҙәр физик һәм рухи сынығыу ала. Туристарҙың бѳтә байлығы - рюкзак, усаҡ, йыр һәм икһеҙ-сикһеҙ юлдар, күккә олғашҡан ҡаялар һәм тауҙар, ярһыу йылға һәм күлдәр, шуға ла бүләктәрҙең күбеһе поход кәрәк-яраҡтары булды. Башҡортостандың МЧС идаралығынан подполковник Марат Борханов, Республика туризм үҙәгенән Анатолий Усков педагогтарға, уҡыусыларға Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының наградалары менән бүләк тапшырҙы. Район-ҡалабыҙҙа туризм үҫешенә ҙур ѳлѳш индергән ветерандар ҙа ситтә ҡалманы. Мәктәп директорҙары бүләккә ҡушып шиғырҙар уҡыны, йырҙар йырланы (һүрәттә), мѳғжизәләр иле буйлап сәйәхәт итергә мѳмкинлек биргән үҙәккә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ғѳмүмән, йыр-моң, бейеү менән алышынып торған сығыштар ихлас күңелдән сыҡҡан теләктәрҙе тағы ла әһәмиәтле, мәғәнәле итеп ебәрҙе. Ҡалабыҙҙың туризм үҙәге данын Башҡортостанда, Рәсәйҙә һәм сит тарафтарҙа ла киң таратҡан педагогтарға, тренерҙарға һәм тәрбиәләнеүселәргә киң офоҡтар, яңынан-яңы маҡ- саттар, асыштар һәм уңыштар теләйек.
Зѳлфирә СѲЛӘЙМӘНОВА. Автор фотоһы.
Оставить комментарий