Мәктәптә - ун көнлөк

Сермән урта мәктәбенең башланғыс кластары араһында ун көнлөк үтте.
Тәүгеләрҙән булып башҡорт теле уҡытыусылары старт алды, сөнки сара Башҡортостан Республикаһы көнө алдынан башланғайны. Башҡорт теле уҡытыусылары А.В. Низаметдинова менән Ғ.И. Ялмырҙина сараны “Башҡортостанды беләһегеҙ- ме?” тигән КВН менән башлап ебәрҙе. Уҡыусылар башҡорт шағирҙарының ши ғырҙарын тасуири уҡыны. Сара Мөхәррәм Сәлимовтың “Башҡорт телендә һөйләшәм” йыры менән тамамланды. Ун көнлөктө рус теле уҡытыусылары Ә.Р. Йәһү ҙина менән Л.З. Хөснөтди нова дауам итте. “Тере хәреф”, һүрәт төшөрөү, кроссворд һәм ребустар сисеү, фразеология иленә сәйәхәт, инша яҙыу һәм башҡалар бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булды. Ә инде инглиз теле көндәрендә Р.И. Мөхәмәтйәнова менән А.Х. Әхмәтова йыр менән флешмоб үткәрҙе. Бындағы ҡыҙыҡлы һәм йәнле кон курстарҙан, уйындарҙан уҡыусылар күп фәһемле мәғлүмәт һәм кинәнес алды. Тирә-яҡ мөхит көндәрен А.М. Әхмәтшина үткәрҙе. “Минең дүрт аяҡлы дуҫым” конкурсында уҡыусылар йорт хайуандары тураһында матур әңгәмә ҡорҙо. “Тәбиғәт белгестәре” турниры ла төптән уйланылған ине. Ғөмүмән, Г.Л. Айгилдина менән Ф.А. Баймөхәмәтова уҙғарған математика, Л.Ж. Шаһиморатова әҙерләгән рус теле һәм әҙәбиәте көндәре лә төрлө фәһемле сараларға бай булды. “Математика - фәндәр батшаһы” исеме аҫтында уҙған саралар ҙа тылсымлы, мөғ жизәле, серле һандар донъя һына сәйәхәткә алып инде. Рус теле әҙәбиәте көндә- рендә уҡыусылар үҙҙәре әҙер ләгән әкиәт геройҙарының костюмдарында килде. “Әкиәт костюм дары парады” конкурсында ба лалар әүҙем ҡат нашты. “Минең яратҡан әкиәтем” конкурсына һүрәт төшөрөү, пластилиндан әкиәт геройҙарын эшләү һәм башҡа сара лар уҙҙы. Сәхнә л ә ш т е р е л г ә н әкиәттәрҙе Сермән балалар баҡсаһында һәм Сермән балалар йор тоноң мәктәпкәсә йәштәге төркөмөндә лә күрһәттек. Ун көнлөктөң һәр иртәһе күңелле флешмоб менән башланды һәм һәр тәнәфестә дауам итте. Уны IV класс уҡыусылары Илүсә Әүбәкирова менән Элина һәм Элиза Хәтиуллиналар ойошторҙо. Һәр предмет буйынса олимпиадалар үт кәрҙек. Был ун көнлөк Маҡтау ҡағыҙҙары һәм тәмле приздар тапшырыу менән тамамланды. Башланғыс класс уҡыу сылары яңылыҡҡа ынтылыу ҙары менән айырылып тора. 1 сентябрҙән уҡыусыларға бер иштән костюм тектерһәк, әле үҙебеҙ ҙә аҡ блузка һәм сарафан тектереп кейҙек. Беҙҙең башланғыс башҡа мәктәп уҡытыусыларына ла оҡшап ҡалыр тигән теләктә ҡалабыҙ.
Люциә ШАҺИМОРАТОВА,
башланғыс кластар уҡытыусыһы.
Оставить комментарий