«Иң мөһиме - балаларҙы яратыу»

«Иң мөһиме - балаларҙы яратыу»
Ҡаланың 14-се гимназияһында ун бишенсе тапҡыр уҙғарылған «Йыл уҡытыусыһы - 2018» бәйгеһенә йомғаҡ яһалды.
Конкурста район-ҡала мәктәптәренән хеҙмәттәрендә яңынан-яңы юлдар эҙләгән, асыштар, яңылыҡтар өҫтөндә эшләгән, иң-иң яҡшы 19 уҡытыусы үҙ көсөн һынап ҡараһа, финалға 8 педагог үтте.

Тәүге турҙа «Эссе», «Интернет ресурстар» күнекмәләре район мәғариф идаралығының Интернет порталында тауыш биреү ярҙамында ойошторолдо. Ҡаланың 3-сө мәктәбе уҡытыусыһы Дмитрий Терешин, 16-сы мәктәптән Яна Камалова һәм Инйәрҙең 3-сө мәктәбе уҡытыусыһы Ғәлимә Сәйфуллина «Мин - уҡытыусы» эссеһы менән иң күп мәрәй йыйып, Почет грамоталары менән наградланды.
Уҡытыу өлкәһендә кәмендә өс йыл хеҙмәт стажы булғандар ҡатнаша алған «Уңышҡа тәүге аҙым» номинацияһында 4 уҡытыусы көс һынашты. Унда ҡаланың 14-се гимназияһынан Дарья Кваснина менән 20-се мәктәп уҡытыусыһы Любовь Киорогло еңеүсе тип табылды.
Райондың «Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» исемен яулау өсөн телебеҙ нескәлектәрен, халҡыбыҙҙың үткәнен, бөгөнгөһөн балаларға еткереүсе 7 ғилем эйәһе оҫталыҡтарын һынаны. Үткәл мәктәбенән Рәмзиә Рухулла ҡыҙы Сафеева призер тип табылһа, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Сәриә Мөхәмәтйән ҡыҙы Ҡаһарманова еңеү яуланы.
«Йыл уҡытыусыһы - 2018» бәйгеһенең абсолют еңеүсеһе исемен 1-се мәктәптең тарих уҡытыусыһы Евгения Михайловна Гущенская алды. 21-се мәктәптән Эльвира Салауат ҡыҙы Сәфиуллина призер рәтенә инде.
Үткән йылдан башлап конкурс еңеүселәрен «Ҡыҙыл китап»ҡа яҙып барырға тип ҡарар ителгәйне. Уның биттәренә исемдәре өҫтәлеүселәргә Почет грамоталарын район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, мәғариф ида- ралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Римма Цандыкова, район-ҡала мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Людмила Шалаева, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Зөлфиә Ғәлийәнова, район мәғариф идаралығының башҡорт теле буйынса методисы Лариса Әхмәтшина тапшырҙы. Еңеүселәр район һәм ҡала намыҫын республика кимәлендәге бәйгелә яҡлаясаҡ. Сара ҡала мәктәптәре уҡыусыларының йыр-бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.
Рәсимә СӘЛИХОВА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий