“Журналист булырға теләйем”

“Журналист булырға теләйем”
Ҡаланың 21-се мәктәбендә рус телендә уҡытылған мәктәптәрҙә уҡыған башҡорт балалары араһында “Мин журналист булырға теләйем” тигән муниципаль конкурс үткәрелде.
Конкурстың баһалама комиссияһына мәғариф идаралығының методисы Лариса Әхмәтшина, 21-се мәктәптең директор урынбаҫары, башҡорт теле уҡытыусыһы Сулпан Уйылданова, башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлсибәр Шакирова, “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова, Дауыт Юлтый исемендәге модель китапхана етәксеһе Флүрә Шакирова, Яныбай Хамматов премияһы лауреаты, журналист Фәриха Вәлиуллина инде.
Конкурсты оҫта, ентекле, тасуири итеп 21-се мәктәптән Гүзәл Хәсәнова һәм Артур Ағзамов алып барҙы.
“Мин журналист булырға теләйем” конкурсында 21-се мәктәптең VIII класс уҡыусыһы Диана Хилаева (уҡытыусыһы Гөлсибәр Шакирова), 20-се мәктәптең IX класс уҡыусыһы Аделина Шәрәфетдинова (уҡытыусыһы Гөлнара Зыкрина), 3-сө мәктәптән X a класы уҡыусыһы Элина Гәрәева (уҡытыусыһы Зилә Ҡаһирова), Егәҙе мәктәбенән VIII класс уҡыусыһы Айһылыу Абдуллина (уҡытыусыһы Гөлсирә Һиҙиәтова), Сосновканан VIII класс уҡыусыһы Лилиә Сөләймәнова (уҡытыусыһы Ирина Әбсәләмова), Тирләндән VIII класс уҡыусыһы Рөстәм Ҡотлоғәлләмов (уҡытыусыһы Гөлназ Мәғәфурова), X класс уҡыусыһы Элина Фаткуллина (уҡытыусыһы Резеда Ханова) ярышты.
Уҡыусылар үҙҙәре менән таныштырыу, “Телерепортер”, “Фоторепортер”, “Диктор” конкурстарында ярышты, “Ирекле микрофон” пресс-конференцияһында ҡатнашты, “Журналистика һәм журналистар” һорауҙары буйынса тест бирҙе. Үҙҙәренә бирелгән эштәрҙе тырышып үтәргә, һәр конкурста актив ҡатнашырға тырышты. Уҡыусыларҙың әҙерләгән видеорепортаждары бик үҙенсәлекле һәм күңелле булды. Кемдер сюжетында ағинәйҙәрҙең актив тормошон, уларҙың нимә менән шөғөлләнеүен төшөргән, кемдер Ғаилә йылына арналған, балаларҙың, үҫмерҙәрҙең буш ваҡыттарын нисек үткәреүгә, спортҡа, ата-әсәһе тураһында, ҡул эштәре, ҡала-ауылдар тарихына, аш-һыу әҙерләү серҙәренә өйрәтеп видеороликтар әҙерләгән. Был конкурсҡа барыһы ла ижади ҡарарға, башҡортса матур итеп сюжетын асып һалырға, тасуири итеп һөйләргә тырышты.
Сатура МИНҺАЖИТДИНОВАның тулы материалын гәзиттең 14-се һанында (16.02.18) уҡығыҙ.
Оставить комментарий