Әҙиптең ижади мираҫын байҡап

Әҙиптең ижади мираҫын байҡап
Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында туған телде уҡытыуҙың алдынғы тәжрибәләрен ѳйрәнеүҙе, йәш быуынды Яныбай Хамматовтың ижади мираҫын ѳйрәнеүгә йәлеп итеү, һәләтле уҡыусыларҙы күрһәтеү, уларға йүнәлеш биреү һәм уҡыусы балаларҙың һәм студенттарҙың ғилми-тикшеренеү эшендәге ҡаҙаныштарын пропагандалау маҡсатында ойошторолған “Хамматов һабаҡтары” II Республика фәнни-ғәмәли конференцияһының йомғаҡлау сараһы булып үтте.
Башҡорт гимназияһы директоры Зѳлфиә Басир ҡыҙы Ғәлийәнова конференцияны асып унда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне, эштәрен тәҡдим итеүсе уҡыусыларға уңыштар теләне. 2006 йылдан алып даими уҙғарылып килгән был конференцияның географияһы киңәйә барыуын, быйылғы йылда унда Белорет, Бөрйән, Учалы, Кушнаренко, Хәйбулла һәм Өфө райондарынан ҡатнашыра теләк белдереүҙәрен, йылдан-йыл конкурсҡа яңылыҡтар индерелеүен билдәләп китте. Унан һуң һүҙ Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО комитеты эштәре буйынса төп белгесе, "ЮНЕСКО-ның ассоциациаланған мәктәптәре" проектының төбәк координаторы, Рәсәйҙең Почетлы хеҙмәткәре Людмила Михайловна Богуславскаяға бирелде. Ул "Хамматов һабаҡтары"ның оҙаҡ йылдар дауам ителеренә ышаныс белдерҙе һәм проектта ҡатнашыусыларға сағыу сығыштар теләне. Артабан һүҙҙе филология фәндәре кандидаты, Мәғарифты үҫтереү институты хеҙмәткәре Әхәт Ғәлим улы Ишмөхәмәтов алды һәм Яныбай Хамматовтың һәр бер әҫәрендә халыҡ ижады һүрәтләнеүен, улар аша һабаҡ алыу мөмкинлеге булыуы тураһында әйтеп китте, уҡыусыларҙың тикшеренеү эштәрен уңышлы яҡлай алыуҙарына ышанысын белдерҙе. Өфө- нөң Балалар ижады үҙәге урынбаҫары Светлана Петровна Самойлова сығышында проектта ҡатнашыусы балаларҙың активлығына һоҡланыуын белдерҙе, уларға уңыштар теләне. Район мәғариф идаралығының методик бүлеге етәксеһе Нелля Рәфҡәт ҡыҙы Польщикова һүҙ тотоп, барыһына ла ҡыйыулыҡ, еңеүгә көс теләне, конференцияла ҡатнашҡан һәр кем уға йомғаҡ яһалғандан һуң, ҡәнәғәт булып таралырына өмөт белдерҙе. Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының элекке директоры Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы Суфьянова үҙ башланғысының дауам ителеүенә, уға йыл һайын яңылыҡ индерелә, ҙурая һәм киңәйә барыуына, ҡатнашыусыларҙың күбәйеүенә ҡыуаныуы тураһында һѳйләне.
Унан һуң ғилми-тикшеренеү эштәрен тәҡдим итеүселәр баһалама ағзалары алдында эштәрен яҡлау ѳсѳн, йүнәлештәр буйынса тѳркѳмдәргә бүленеп, аудиторияларға таралышты. Шул уҡ ваҡытта мәктәп фойеһында “Белорет районы пейзажы” һәм “Яныбай Хамматов әҫәренә иллюстрация” темаларына тѳшѳрѳлгән һүрәттәрҙән, “Ныҡлы ғаилә - ил күрке”, “Беҙҙең нәҫелдең маҡтаулы кешеләре”, “Билдәле яҡташтар” темаларына яҙылған яҙма эштәр слайд-шоу аша күрһәтелеп торҙо. Әйткәндәй, был тѳр буйынса барлығы ике йѳҙҙән ашыу эш ҡабул ителгән.
Баһалама ағзалары секциялар буйынса эшләгән арала, конференцияла ҡатнашыусылар “Яныбай Хамматов китаптары битен асып” квест-уйынында ҡатнашты, шул уҡ ваҡытта башҡорт гимназияһында эшләп килгән “Робототехника”, “Йәш эҙәрмәндәр”, “Ижад иле” түңәрәктәре үҙҙәренең эше менән таныштырҙы.
Артабан барыһы ла конференцияны йомғаҡлау ѳсѳн тамаша залына йыйылды.
Рәсимә Сәлихованың тулы материалын гәзиттең 16-сы һанында (22.02.18) уҡығыҙ.
Оставить комментарий