Элинаның алтын миҙалы

 Элинаның алтын миҙалы
Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында уҡыусылар үҙҙәрен тѳрлѳ яҡлап күрһәтә. Улар район, республика кимәлендә үткән конкурс, олимпиадаларҙа, ярыштарҙа йыш призлы урындар яулай. Гимназияның данын республикала ғына түгел, хатта Рәсәй кимәлендә арттырыусы тырыш, һәләтле уҡыусылар ҙа бар. Шуларҙың береһе - Элина Ғәлиева яңыраҡ Мәскәүҙә үткән Бѳтә Рәсәй олимпиадаһында тағы ла ҙур уңышҡа иреште. Энәғараҡтар тураһында ғилми- тикшеренеү эше алып барған Элина илдең тѳрлѳ ҡалаларынан килгән 500-ҙән ашыу бала араһында I урын алып, алтын миҙал яуланы.
Уға был мәртәбәле сарала ҡатнашырға биология уҡытыусыһы Әлмира Фуат ҡыҙы Таһирова ярҙам итте.

Элина йәй буйы энәғараҡтарҙың йәшәү рәүешен, уларҙың төрҙәрен өйрәнеп, бай һәм ҡыҙыҡлы коллекция эшләне. Ғилми- тикшеренеү эштәре менән ул бер нисә йыл ҡыҙыҡһына, шуға киләсәген дә фән ѳлкәһе менән бәйләп, артабан ныҡлап биология менән шѳғѳлләнергә уйлай. Әңгәмәләшкәндә Элина Мәскәүҙә үткән олимпиаданан алған тәьҫораттары менән бүлеште:
- Был етди сараға уҡытыусым Әлмира Фуат ҡыҙы менән кѳн һайын дәрестән һуң ҡалып, ныҡлап әҙерләндек. Әлбиттә, Рәсәй кимәлендә үткән конференцияла сығыш яһау еңелдән булманы. Беҙҙең эште илдә билдәле, мәртәбәле булған академиктар тыңланы. Еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы айырыуса тулҡынландырғыс булды. Академиктар бронза, кѳмѳш миҙалдарҙы тапшырғас, минең исемем яңғыраны. Ғәлиева Элина, Башҡортостан, Белорет ҡалаһы, тип сәхнәгә саҡырғастар, тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Биология фәне буйынса ҙур уңыштарға ирешеүемдә, тәү сиратта, уҡытыусым Әлмира Фуат ҡыҙының һәм атай-әсәйемдең ѳлѳшѳ ҙур. Улар миңә тѳрлѳ яҡлап кәңәш, дѳрѳҫ йүнәлеш биреп, һәр ваҡытта ла таяныс булып тора. Уларҙың ышанысын киләсәктә лә аҡлармын, һынатмаҫмын тип уйлайым, - ти Элина.
Лилиә Мөхәмәҙиеваның тулы материалын гәзиттең 19-сы һанында (06.03.18) уҡығыҙ.
Оставить комментарий