Тәрбиәләүҙә - милли традициялар

Тәрбиәләүҙә - милли традициялар
Сермән урта мәктәбендә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм Ғаилә йылына арналған “Балаларҙы башҡорт халҡының милли традициялары нигеҙендә уҡытыу һәм тәрбиәләү" исемле зональ-тѳбәк методик семинары үтте.
Был сара башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһендә ҡабул ителгән планға ярашлы үткәрелде. Ҙур әҙерлек эше алып барылыуы һәр юҫыҡта сағылды. Унда мәғариф идаралығының башҡорт телдәре буйынса методисы Л.Х. Әхмәтшина етәкселегендә ҡала һәм райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, Бөрйән районынан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты. Мәктәп фойеһында ҡунаҡтарҙы мәктәп администрацияһы, уҡытыусылар, уҡыусылар ҡаршыланы. Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы теркәгәндән һуң, Сермән мәктәбе директоры Ғ.Р. Аҙнабаев, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Г.Н. Ҡаһирова, музей етәксеһе Н.З. Абдуллина, VII класc ҡыҙҙары Әлиә Абыҙбаева, Камилла Бикбаева мәктәптең үткәне һәм бөгөнгөһө менән таныштырҙы.

Семинарҙың икенсе өлөшөндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Н.Ғ. Шәғәлина, башланғыс кластар уҡытыусыһы А.В. Низаметдинова, технология уҡытыусыһы М.Р. Йәнюлдашева бай йөкмәткеле, заман талаптарына яуап биргән дәрестәр үткәрҙе. Һуңынан Сермән урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Н.С. Әхмәтова менән ҡаланың 17-се гимназияһынан Р.З. Әҡсәнова әҙерләгән “Алтын тирмә” интеллектуаль конкурс- уйыны ойошторолдо. Был сараны улар йәнле, фәнни нигеҙҙә, ҡыҙыҡлы итеп алып барҙы.
Кисәне, башынан аҙағына тиклем, математика уҡытыусыһы А.Б. Ғәлиәхмәтов теник яҡтан яҡтыртты. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларынан торған "Әбйәлил күбәләктәре" һәм "Иҙел башы ҡыҙҙары" исемле ике команда уйынға бик ентекле әҙерләнгән. Уйында Ф.А. Ирғәлина, Г.И. Ғәлиәхмәтова, Г.У. Йылҡыбаева, Г.А. Ғәлиуллина, Г.А. Зыкрина, А.Ҡ. Мырҙина ҡатнашты. Сағыу милли күлдәктәр, ҡашмау, һаҡалдар сараға байрам төҫө бирҙе. Командалар мәҙәниәт, халыҡ ижады, кеше һәм йәмғиәт, әҙәбиәт, тарих, тәбиғәт, фән эшмәкәрлеге темаларына ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе, йыр-бейеүгә маһирлыҡта көс һынашты. Яныбай Хамматов исемендәге Сермән модель китапханаһында эшләгән Г.А. Мусина уйындың “Серле һандыҡ” исемле өсөнсө турына һорау әҙерләне, фәһемле сығышы менән тамашасыларҙы шатландырҙы.
Командаларға, ҡунаҡтарға бүләк әҙерләүҙә технология уҡытыусыһы М.Р. Йәнюлдашеваның ярҙамы ҙур булды.
Сара уҡыусылар һәм уҡытыусылар тарафынан әҙерләнгән концерт менән тамамланды.
Семинарҙың темаһына ярашлы күмәк кѳс менән башҡорт халҡының милли аш-һыуҙары әҙерләнде. Өҫтәлдәрҙе биҙәүҙә Э.Т. Аҡҡужина, Н.Ш. Баһауетдинова, Л.Ж. Шаһиморатова ҙур тырышлыҡ күрһәтте.
Ил төкөрһә - күл була, тигән башҡорт халыҡ мәҡәлендә әйтелгәнсә, был матур сара мәктәп администрацияһы, уҡытыусылар коллективы, ата-әсәләр, уҡыусылар һәм килгән ҡунаҡтарҙың тырышлығы менән үткәрелде. Семинарҙа ҡатнашыусылар уның юғары баһаға лайыҡ булыуын билдәләне.
Розалия ӘҠСӘНОВА.
Оставить комментарий