Эшеңдең емешен күреү - ул ҙур бәхет

Эшеңдең емешен күреү - ул ҙур бәхет
Уҡытыусы хеҙмәте... Йылдар үтеү, йәш арта барыу менән генә ысын уҡытыусының тормош юлында осрауы ҙур бәхет икәнен нығыраҡ аңлайһың. Оло йөрәкле уҡытыусы...
Тап шуларҙың береһе - Мәхмүт төп дөйөм белем биреү мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Гөлнур Ваһап ҡыҙы Сәфиуллина. Эйе, уның исеме бик күптәргә таныш, сөнки нисәмә быуынды талантлы педагог үҙенең ҡанаты аҫтында тәрбиәләп, ҡурсалап, төплө белем биреп, оло тормош юлына баҫтырҙы һәм әле лә арымай-талмай һөнәри бурысын атҡара.
Ҡасандыр ошо мәктәптә уҡыған уҡыусылар, хәҙер инде үҙҙәре ата- әсәйҙәр, әле лә оло ихтирам менән үҙ балаларын Гөлнур Ваһап ҡыҙы ҡулына тапшыралар. Сөнки тәж- Эшеңдең емешен күреү - ул ҙур бәхет рибәле педагог һәр баланы аң- лай белә, ярата һәм, әлбиттә, төплө белем бирә. Ғәҙел ҡарашы, ихтирамлылығы, ябайлығы менән ул кешеләрҙе үҙенә йәлеп итә.
Гөлнур Ваһап ҡыҙы 1960 йылда Сермән ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа береһенән-береһе бәләкәй һигеҙ баланы тәрбиәләп, уҡытып, кеше итеү ата-әсәһенә еңелдән булмағандыр. Ләкин улар ауырлыҡтарға бирешмәй, үҙ бу- рыстарын лайыҡлы атҡара. Атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, хаҡлы ялға сыҡҡансы ауылда Калинин исемендәге колхозда эшләй. Әсәһе - Мәрхәбә Зада ҡыҙы өйҙә хужалыҡ, йорт эштәре менән шөғөлләнгән, балаларға тәүге белем нигеҙен дә ул һалған. Быға белемле мулла ҡыҙы булыуы ла ярҙам итмәй ҡалмағандыр, моғайын.
Ә инде мәктәпкә уҡырға төшкәс, дүртенсе класты тамамлағансы, әсәһе “сәскән” белем орлоҡтарын тәүге уҡытыусыһы - Зариф Ғәли улы Ғәйфуллин “шыттыра”. Артабан, ѳлкән кластарҙа ла, күренекле уҡытыусылар ҡулында уҡый. Мәҫәлән, Зоя Шәнгәрәй ҡыҙы Сафина рус әҙәбиәтенән тѳплѳ белем биргән. “Уның өйрәткәндәрен мин әле һаман да үҙемдең дәрестәремдә файҙаланам, ятлаған шиғыр, поэмалар һаман да хәтерҙә”, - ти Гөлнур апай. Ә тарихты өйрәнеү, уҡытыусы булыу теләге Миндибай Ғәлип улы Сафиндың мауыҡтырғыс дәрестәренән һуң тыуа. Тарих дәресе менән бер рәттән баш- ҡа фәндәрҙе лә яратып, ҡыҙыҡһынып уҡый Гөлнур Ваһап ҡыҙы. Ул уҡыған мәктәптә лаборатория булыуы физика, химия фәндәрен ныҡлы өйрәнергә ярҙам итә. “Сермән мәктәбе һәм уҡытыусылары тураһында иҫтәлектәр бик күп һәм уларға рәхмәттәр генә әйткем килә”, - тип йылы хәтирәләре менән уртаҡлаша. Мәктәпте бөткәс, Стәрлетамаҡ педагогия университетының та- рих факультетына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, яҙмыш уны Мәхмүт урта мәктәбе менән бәйләй һәм әлеге көнгә тиклем ошо мәктәптә ең һыҙғанып балаларға тарих серҙәрен өйрәтә. Үҙенең хеҙмәт юлында Гөлнур Ваһап ҡыҙы бик күп асыҡ дәрестәр, район кимәлендә төрлө саралар үткәрә. Ә инде Берҙәм дәүләт имтихандары индерелеү менән, уҡыусыларҙың уның фәнен һайламай ҡалғандарын хәтерләмәй ул, йыл һайын тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеүҙән имтиханға әҙерләй. Был һынауҙарҙың һөҙөмтәһе район кимәле менән сағыштырғанда ла күпкә юғары. Рәхмәтле уҡыусылары остаздарының юлын һайлап, тарих уҡытыусыһы булып эшләйҙәр. Үҙеңдең эшеңдең емешен күреү - ул ҙур бәхет.
Тормош иптәшен дә ул ошо ауылда осрата. Уның ире “Заря” колхозының алдынғы тракторсыһы була. Бик күп йылдарҙы ҡулға-ҡул тотоношоп бергә үтәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ире хәҙер мәрхүм инде. Ҡыҙы Гөлназ Марат ҡыҙы Сәфиуллина Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, Тирлән мәктәбендә рус телле балаларҙы бик күп йылдар инде башҡорт теленән уҡыта. Әлеге көндә Гөлнур Ваһап ҡыҙының ике ейәнсәре, бер ейәне бар. Уларҙы яратып, шатлыҡ-ҡыуаныстарына һөйөнөп бәхетле ғүмер кисерә.
Тынғыһыҙ уҡытыусы һаман да арымай-талмай мәктәптә эшләүен дауам итә, балаларҙы яңы үрҙәргә әйҙәй, белем һандыҡтарының ас- ҡыстарын тарата.
Дмитрий Лихачевтың шундай һүҙҙәре бар: “Әгәр кеше был донъяла үҙе өсөн генә йәшәй, үҙенең ваҡ мәшәҡәттәре, именлеге тураһында ғына ҡайғырта икән, тормошта эҙ ҡалдыра алмай. Ә әгәр ҙә инде башҡалар өсөн йәшәһә, кешеләр һинең ғүмер буйы тырышып көс түккән хеҙмәтеңде һаҡлап, ҡәҙерлә- йәсәк”. Был һүҙҙәр Гөлнур Ваһап ҡыҙына тура килгән ҡылыҡһырламалыр тип уйлайым. Киләсәктә лә уға һаулыҡ, тынғыһыҙ эшендә түҙемлек, ихтирамлы, иғтибарлы уҡыусылар һәм оҙон ғүмер теләйем, шулай уҡ рәхмәттәремде еткерәм.
ИСКӘНДӘРИӘ.
Оставить комментарий