Иң яҡшы уҡытыусылар билдәләнде

Белорет муниципаль районында “Йыл уҡытыусыһы - 2013” конкурсына йомғаҡ яһалды. Быйылғы сарала ҡала һәм райондан бөтәһе 11 педагог үҙ оҫталығын күрһәтте. Бынан тыш, өс йыл педагогик стажы булған өс белгес “Уңышҡа тәүге аҙым” номинацияһында ярышты. Ике турҙа үткән конкурстың тәүгеһендә уҡытыусылар дәрес бирҙе, дәрескә анализ яһаны, класс сәғәте үткәрҙе һәм жюри ағзаларының һорауына яуап бирҙе, педагогик тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Икенсе турҙа иһә уҡытыусылар оҫталыҡ класы күрһәтте. 2003 йылдан бирле үткәрелеп килгән традицион конкурсты тантаналы ябыу сараһы ҡаланың 14-се гимназияһында үтте.
Берәүгә лә сер түгел, һуңғы йылдарҙа мәғариф өлкәһе ҙур үҙгәрештәр кисерә. Оптимизация, модернизация елдәре был өлкәне лә урап үтмәне. Ошондай буталсыҡ ваҡытта ла районыбыҙҙа матур традицияның туҡталып ҡалмауы, уҡытыусы хеҙмәтенә айырым иғтибар бүленеүе ҡыуаныслы күренеш. Бынан сығып, конкурстың төп маҡсаты - уҡытыусыларҙың һөнәри оҫталығын үҫтереү, заманса ҡарашлы ижади уҡытыусыларҙың һәләтен асыу һәм хуплау, мәғариф өлкәһендәге алдынғы идеяларҙы тормошҡа ашырыу, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған уҡытыусыларҙың тәжрибәһе менән уртаҡлашыу тулыһынса үтәлә тип әйтергә ныҡлы нигеҙ бар. Бөгөн тормошобоҙҙа ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ. Тик нимә генә тиһәк тә, киләсәгебеҙҙең өмөтлө һәм яҡты булыуында, бөгөнгө уҡыусыларҙың ысын шәхес булып, йәмғиәтебеҙгә файҙалы кешеләр булып үҫеүендә, тәү сиратта, уҡытыусының ижади тырышлығы, тынғыһыҙ хеҙмәте оло маҡтауға лайыҡ. Нәҡ мәктәп эскәмйәһенән башлап йүнсел, эшһөйәр, маҡсатына ынтылыусан балалар тәрбиәләүгә нигеҙ һалына. Ошонан сығып, бөгөнгө көндә мәктәп, ғөмүмән, мәғариф системаһы алдына ҡуйылған бурыс һәм талаптарҙың ни тиклем мөһим булыуы ла асыҡлана. Ә бындай бурысты иһә үҙ эшенә бирелгән, балалар менән уңышлы хеҙмәттәшлек булдыра алған ижади ҡарашлы уҡытыусылар ғына лайыҡлы үтәй ала.
Өс көн үткәрелгән конкурс барышында мәктәптәребеҙҙә нәҡ бына ошондай тырыш, дәртле уҡытыусылар эшләүенә шаһит булдыҡ. Конкурсанттарҙы муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов, муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.С. Теләүбаев, мәғариф идаралығы начальнигы М.В.Саранцева, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы С.В. Полина, мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы рәйесе Л.Г. Шалаева ҡотланы.
Владислав Геннадьевич район һәм ҡала балаларына үҙ эшенең оҫтаһы булған иң яҡшы педагогтар белем биреүенә һоҡланыуын һәм рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. Конкурс барышында күрһәткән һѳҙѳмтәләрегеҙ бының нәҡ шулай булыуын раҫлай, тине ул сығышында.
Конкурс барышында талантлы уҡытыусыларҙың әҙ булмауы раҫланһа ла, жюри ағзаларының баһаһы буйынса “Йыл уҡытыусыһы-2013” конкурсының еңеүсеһе тип ҡаланың 1-се мәктәбе биология уҡытыусыһы Ольга Ғәтиәтуллина табылды. II урынға 14-се гимназияның башланғыс кластар уҡытыусыһы Луиза Сѳләймәнова, III урынға Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының математика уҡытыусыһы Зилә Мингәрәева лайыҡ булды. Ә “Уңышҡа тәүге аҙым” номинацияһында 21-се мәктәптең технология уҡытыусыһы Ольга Хәйҙә-рова еңеп сыҡты.
Еңеүселәргә дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Ҡала мәктәп-тәренең ижади коллективтары үҙҙәренең вокал һәм хореографик номерҙарын бүләк итте.

Йыл уҡытыусыһы конкурсында тәү башлап ҡатнашыусы, ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының математика уҡытыусыһы Зилә Рәхим ҡыҙы Мингәрәева менән әңгәмәләштек. Математика ҡатмарлы фән, күп балалар уның менән дуҫлаша һалып бармай. Ә Зилә, киреһенсә, бала саҡтан был предметты үҙ итә һәм ошо фән буйынса белемен камиллаштырыу ѳсѳн Белорет педагогия колледжына уҡырға инә. Унда белем алғандан һуң Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының математика факультетында уҡыуын дауам итә. Бѳгѳн Зилә Рәхим ҡыҙы педагогик ѳлкәлә һигеҙ йыл тәжрибә туплап, балаларҙы һандар донъяһы менән таныштырыуға ныҡлап тотонған.
- Конкурста гимназия етәкселеге тәҡдиме менән ҡатнашырға йѳрьәт иттем. Коллегаларым - Л.В. Козлова, Г.Р. Юлсурина, Г.Ғ. Канафиналар призлы урынға лайыҡ булыуыма ҙур кѳс һалды. Форсаттан файҙаланып, хеҙмәттәштәремә рәхмәтемде белдерәм. Асыҡ дәресте һәм класс сәғәтен 3-сѳ мәктәптә бирҙем. Таныш булмаған мѳхиттә сит балалар менән эшләһәм дә, улар менән тиҙ уртаҡ тел табыуға ирештем. Конкурста призлы урынға сығыуым оҫталыҡ кимәлемде күтәрә, яңы башланғыстарға дәртләндерә.
Ғѳмүмән, бындай педагогик сараларҙы ойоштороуҙың файҙаһы ҙур. Тәжрибә туплайһың, үҙ кѳсѳңдѳ һынайһың, артабан да ижади эшләүгә дәрт алаһың, - ти конкурс еңеүсеһе Зилә Рәхим ҡыҙы.

Эльза Мѳхәмәҙиева.
Автор фотолары.
Оставить комментарий