Кѳслѳ алҡыштар – мәғариф оҫталарына

Үткән аҙнала ҡаланың 14-се гимназияһында ѳс кѳн буйына “Йыл уҡытыусыһы – 2014” конкурсы барҙы. Үҙеңдең көсөңдө һынау, белемеңде үҫтереү, тәжрибә менән уртаҡлашыу өсөн яҡшы майҙан булған һәм ижади һәләтеңде күрһәтеү мөмкинлеге лә биргән ярышта ҡала-райондың 17 педагогы ҡатнашты.
Конкурс ѳс этаптан торҙо. Беренсе кѳндә конкурсанттар ҡала мәктәптәрендә асыҡ дәрестәр һәм класс сәғәттәре күрһәтте. Икенсе кѳндә “Методик берекмә”лә уҡытыусылар тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Ѳсѳнсѳ этапҡа тәүге ике кѳндѳң һѳҙѳмтәләре буйынса иң кѳслѳ 6 педагог үтте һәм улар “Оҫталыҡ дәресе” күрһәтте.

Кесеаҙнала еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы үтте. Конкурс һѳҙѳмтәләре буйынса I урынды ҡаланың 14-се гимназияһының рәсем уҡытыусыһы Татьяна Ивановна Дятлова яулаһа, II урынға Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының инглиз теле уҡытыусыһы Лариса Владимировна Ручкина сыҡты. III урынды 17-се гимназияның инглиз теле уҡытыусыһы Гүзәл Ғариф Ситдиҡова ҡыҙы алды.
Шулай уҡ “Уңышҡа беренсе аҙым” номинацияһында ҡаланың 21-се мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Илшат Мѳдәрис улы Хѳрмәтуллин еңеүсе булды. Конкур еңеүселәрен муниципаль район Советы рәйесе Е. Я. Карепанов, мәғариф идаралығы начальнигы М.В. Саранцева, ҡала-район Профсоюздар ойошмаһы рәйесе Л.Г. Шалаева ҡотланы һәм Почет грамоталары, бүләктәр тапшырҙы.
Матур тантана күңелле алҡыштар һәм иҫтәлеккә бергәләшеп фотоға тѳшѳү менән тамамланды.
Н. Шәрипова.
Э. Мѳхәмәҙиева фотоһы.
Оставить комментарий