Киләсәккә юл ярып

Ошо кѳндәрҙә Инйәр ауылының мәҙәниәт үҙәгендә тантаналы сара үтте. Байрам Балалар сәнғәт мәктәбенең 25 йыллыҡ юбилейына арналды. Юбилейҙа мәртәбәле ҡунаҡтар – Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы исеменән йырсы Нәркәс Сиражетдинова, муниципаль райондың мәҙәниәт идаралығы начальнигы Зәлифә Әғләмова, ҡала-райондың ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Валентина Ульянова, ҡаланың музыка мәктәбе директоры Ирек Исҡужин, ҡаланың художество мәктәбе директоры Татьяна Лазарева , Инйәр ауылы хакимиәте башлығы Ғайса Мѳфтәхетдинов һәм тантанаға саҡырылған элекке хеҙмәткәрҙәр, сығарылыш уҡыусылары, ата-әсәләр ҡатнашты.

Байрам сараһын асып, сәхнә түренә балалар күңелендә сәнғәткә һѳйѳү уятҡан, белем биргән, ҡул эштәренә өйрәткән, ижади һәләттәрен асҡан сәнғәт мәктәбе педагогтары коллективы һәм уның директоры Фәрхәнә Мѳхтәр ҡыҙы Ҡотломѳхәмәтованы саҡырҙылар. Мәктәп директоры ҡунаҡтарҙы ҡыҫҡаса белем усағы тарихы, бөгөнгө хәле менән таныштырҙы һәм ошо йылдарҙа мәктәптең үҫешенә ҙур ѳлѳш индереүселәр – муниципаль район һәм Инйәр хакимиәте башлыҡтарына, ауылдың башҡа предприятие һәм ойошма етәкселәренә, муниципаль райондың мәғариф идаралығына, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығына, Республиканың уҡыу-методикаһы үҙәгенә, ата-әсәләргә оло рәхмәтен еткерҙе. Унан Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы вәкиле, республика конкурстары лауреаты, йырсы Нәркәс Сиражетдиноваға һүҙ бирелде. Ул үҙе лә ҡасандыр ошо мәктәпте тамамлаған, шуға күрә тәүҙә үҙенең йѳрәге түренән сыҡҡан ҡайнар теләктәрен еткерҙе,унан мәҙәниәт министрлығы, Республиканың уҡытыу-методик үҙәге ебәргән ҡотлау, рәхмәт хаттарын уҡып ишеттерҙе. Ә инде Фәрхәнә Ҡотломѳхәмәтова һәм Ольга Потаповаға Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамоталарын тапшырып, үҙенең йырын бүләк итте.

Артабан мәҙәниәт идаралығы начальнигы Зәлифә Әхмәҙи ҡыҙы ысын күңелдән мәктәп коллективын тәбрикләп, балаларҙы тәрбиәләүҙә лайыҡлы хеҙмәттәре ѳсѳн Динара Исламоваға, Миләүшә Усоваға, Сулпан Хисмәтуллинаға, Флүзә Шәйхетдиноваға Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Оҙаҡ йылдар ошо мәктәптә һөҙөмтәле эшләгәндәре ѳсѳн коллективҡа, Фәрхәнә Ҡотломѳхәмәтоваға, Тимур Исламовҡа, Марина Корневаға муниципаль район Советының Почет грамоталары тапшырылды. Вилюр Ҡотломѳхәмәтов, Лариса Шәйәхмәтова, Марина Кочеткова мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Шулай уҡ Зәлифә Әхмәҙи ҡыҙы Мәҙәниәт министрлығының республика уҡытыу-методик үҙәгенең Почет грамоталарын Гѳлнара Масковаға, Хәбир Мортазинға, Рафаэль Сәлиховҡа, Дилара Сәлиховаға, Гѳлнара Йәнбәковаға тапшырҙы. Иң йәш педагогтар Рәмил Хужахметов, Ләлә Фатҡуллина сәнғәт мәктәбе грамотаһы менән бүләкләнде.

Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Ғабдулхаҡ улы Мѳфтәхетдинов юбилей менән ҡайнар ҡотлап, балалар сәнғәт мәктәбенең коллективына Рәхмәт хаты һәм тырыш, эшһѳйәр педагогтарына Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырып, мәктәпкә оргтехника бүләк итте. Шулай уҡ Кѳнъяҡ Урал тәбиғәт дәүләт ҡурсаулығы, Инйәр дауаханаһы, мәктәп, китапхана, мәҙәниәт йорто етәкселәренә һүҙ бирелде. Уларҙың һәр береһенең еткерер теләктәре лә, бүләктәре лә бар ине.
Артабан Инйәр ауылы Балалар сәнғәт мәктәбенең коллегалары - ҡала музыка мәктәбе директоры Ирек Искужинға һәм художество мәктәбе директоры Татьяна Лазареваға һүҙ бирелде. Улар үҙ сиратында ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, мәҙәниәт идаралығы менән берлектә әҙерләнгән бүләкте тапшырҙы.
Байрамдың мәртәбәле ҡунағы Валентина Николаевна Ульянова һүҙ алып, сәнғәт мәктәбенең артабан да сәскә атыуын, заман менән бергә үҫеүен теләп, мәктәп коллективын юбилейы менән тәбрикләне.

Ҡотлауҙар йыр, бейеү, халыҡ инструменттары ансамблдәренең сығыштары менән аралашып барҙы. Байрамдың юғары кимәлдә ойошторолоуы, кѳслѳ һәм дәртле сығыштар, костюмдарҙың матурлығы, сәхнәнең зауыҡ менән биҙәлеше тамашасы күңеленә хуш килде.
Ошо йылдар эсендә Инйәрҙең Балалар сәнғәт мәктәбе 300-гә яҡын баланы уҡытып сығарған. Уларҙың күптәре сәнғәт йүнәлешендәге уҡыу йорттарында белем алһа, ҡайһылары инде артист, рәссам, хореограф һѳнәрҙәре буйынса эшләп йѳрѳй.

Бѳгѳнгѳ кѳндә Балалар сәнғәт мәктәбендә “Фортепиано”, “Ҡурай”, “Баян”, “Аккордеон”, “ Гитара”, “Домбра”, “Йыр”, “Һүрәт тѳшѳрѳү”, “Хореография” кластары эшләй. Уҡыусылар төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашып, еңеү яулап, остаздарын кинәндерә. Педагогик коллективтың ижад потенциалы бик юғары. Сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары район сараларында әүҙем ҡатнашып, уҡыусыларына матур өлгө күрһәтә. Балалар сәнғәт мәктәбе педагогтарын юбилей айҡанлы ҡотлап, ижади уңыштар, яңы асыштар, һәләтле балалар теләйек.
Нурия Шәрипова.
Оставить комментарий