Киләсәгебеҙ ышаныслы ҡулдарҙа

Мәктәпте уңышлы тамамлау ѳсѳн бала бәләкәй саҡтан уҡ белемен камиллаштырыу ѳҫтѳндә үҙаллы эшләп ѳйрәнергә тейеш. Дәрестә генә түгел, ә унан тыш та тѳрлѳ китаптар уҡып, мәктәптә үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашырға кәрәк. Шул саҡта ғына уҡыусы тырышлығының ыңғай һѳҙѳмтәләрен күрә ала.
Шығай мәктәбе уҡыусылары ла тѳрлѳ сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Һуңғы йылдарҙа предмет олимпиадалары үткәреү ғәҙәткә инеп китте.
Быйылғы сығарылыш уҡыусылары араһында мәктәп, район данын күтәреп, республика кимәлендәге сараларҙа ҡатнашҡандар ҙа бар. Ямалетдинова Илһѳйәр, Хәйруллина Раушания бәләкәй кластарҙан алып тырыш, ныҡыш булды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белемдәрен камиллаштырып, «Урал батыр» эпосы, Яныбай Хамматов ижады буйынса тѳрлѳ фәнни-эҙләнеү эштәре яҙҙылар.
Яңыраҡ улар М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты үткәргән дистанцион олимпиадала ҡатнашып, еңеүсе булдылар. Бүләкләү тантанаһы университетта үтте. Әлбиттә, ҡыҙҙарҙың уңышында уҡы-тыусылары Гѳлсѳм Урал ҡыҙы Йылҡыбаеваның ѳлѳшѳ ҙур. Афарин, Раушания һәм Илһѳйәр! Тормошоғоҙҙа уңыштар юлдаш булһын.
Шулай уҡ ошо класс уҡыусыһы Заһретдинова Дилара тураһында ла әйтеп үтке килә. Ул тѳбәк-ара үткәрелгән “Йәшел лампа” йәш яҙыусылар конкурсында ҡатнашып, I урын яуланы. Ижадҡа ғашиҡ ҡыҙ, шиғырҙар яҙыуҙан тыш, матур йырлай, спорт ярыштарында ла әүҙем ҡатнаша.
Ошондай аҡыллы, талантлы йәштәрҙең үҫеүе киләсәгебеҙҙең ышаныслы ҡулдарҙа булыуын иҫбатлай.
А. Сѳнәғәтова,
Шығай мәктәбенең
XI класс етәксеһе.
Оставить комментарий