Пионерҙар һәр ваҡыт әҙер! 26-05-2014, 11:00 / Мәғариф

Пионерҙар һәр ваҡыт әҙер!

Тәүге пионерҙар ойошмаһы бынан 92 йыл элек барлыҡҡа килә. Ошо кѳндән алып беҙҙең илдә 19 май Пионерҙар кѳнѳ булараҡ билдәле. Ил тарихындағы үҙгәртеп ҡороуҙарға, сәйәси боролоштарға бәйле комсомол, пионер ойошмаларының тарҡалыуына ҡарамаҫтан, пионерия яңынан тергеҙелде. Бѳгѳнгѳ кѳндә республикала “Башҡортостан пионерҙары” балалар йәмәғәт ойошмалары эшләй һәм үҙенең тәрбиәүи-патриотик эшен әүҙем алып бара....
Район-ҡала мәктәптәрендә - Һуңғы ҡыңғырау 26-05-2014, 10:30 / Мәғариф

Район-ҡала мәктәптәрендә - Һуңғы ҡыңғырау

Район-ҡалабыҙҙа быйыл 616 уҡыусы XI класты, 1144 уҡыусы IX класты тамамлай....
Гѳрләп йәшәй   Асы мәктәбе 16-04-2014, 16:55 / Мәғариф

Гѳрләп йәшәй Асы мәктәбе

Ауыл мәктәбе - үҙенсәлекле дәрестәре, бәләкәй һәм ҙур проблемалары, күңелле байрамдары менән башҡа бер айырым донъя ул. Матди базаһы, ниндәйҙер мѳмкинлектәре менән, бәлки, ул ҡала мәктәптәренән саҡ ҡына ҡалышалыр ҙа. Тик ундағы күңел йылыһына, изгелек һәм эскерһеҙлеккә барыбер бер нәмә лә етмәй. Ауыл мәктәптәрендә тыуған тѳйәккә, Тыуған ергә, илгә һѳйѳү ҙә нығыраҡ тәрбиәләнә кеүек. Белемле, талантлы милләттәштәребеҙҙе тәрбиәләп сығарыуҙа ла уның роле ҙур. Уҡытыусылары иһә белем биреүсе һәм тѳрлѳ саралар ойоштороусы ғына түгел, ә баланы һәр яҡлап күрә, ишетә белгән, уны ысын шәхес...
Каникулдар нисек үтте? 1-04-2014, 15:26 / Мәғариф

Каникулдар нисек үтте?

Иң ҡыҫҡа яҙғы каникул да уҡыусылар ѳсѳн мауыҡтырғыс һәм фәһемле үтте. Шығай 9 йыллыҡ мәктәбе директоры урынбаҫары Мәүсилә Мѳстәбай ҡыҙы Эниева белдереүенсә, V –VI класс уҡыусылары рус теле буйынса ҡала олимпиадаһына йѳрѳгән. 27 мартта 20-се мәктәптә үткән шиғыр һѳйләү конкурсында I –IX класс уҡыусылары ҡатнашҡан. Шулай уҡ уҡыусылар мәҙәниәт йортонда Науруз байрамын да күңелле үткәргән. Ә 28 мартта Сибайҙан килгән цирк олоһона ла, кесеһенә лә оҡшаны. Тағы ла уҡыусылар класс етәкселәре менән урманға, «Металлург» кинотеатрына, мәҙәниәт йортонда урынлашҡан музейға сәйәхәт яһаған....
Киләсәккә юл ярып 19-03-2014, 09:34 / Мәғариф

Киләсәккә юл ярып

Ошо кѳндәрҙә Инйәр ауылының мәҙәниәт үҙәгендә тантаналы сара үтте. Байрам Балалар сәнғәт мәктәбенең 25 йыллыҡ юбилейына арналды. Юбилейҙа мәртәбәле ҡунаҡтар – Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы исеменән йырсы Нәркәс Сиражетдинова, муниципаль райондың мәҙәниәт идаралығы начальнигы Зәлифә Әғләмова, ҡала-райондың ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Валентина Ульянова, ҡаланың музыка мәктәбе директоры Ирек Исҡужин, ҡаланың художество мәктәбе директоры Татьяна Лазарева , Инйәр ауылы хакимиәте башлығы Ғайса Мѳфтәхетдинов һәм тантанаға саҡырылған элекке хеҙмәткәрҙәр, сығарылыш...
Иң яҡшылар иҫәбендә 17-03-2014, 08:57 / Мәғариф

Иң яҡшылар иҫәбендә

Ҡаланың лицей-интернаты ошо кѳндәрҙә ҙур һөйөнөс кисерҙе. Улар Рәсәй кимәлендә «Иң яҡшы 100 мәктәп» исемлегенә индерелде һәм лицей-интернаттың директоры Гѳлнара Зариф ҡыҙы Зәйнетдинова «Йыл директоры – 2013» исеменә лайыҡ булып, миҙал һәм диплом менән бүләкләнде....
Кѳслѳ алҡыштар – мәғариф оҫталарына 25-02-2014, 14:42 / Мәғариф

Кѳслѳ алҡыштар – мәғариф оҫталарына

Үткән аҙнала ҡаланың 14-се гимназияһында ѳс кѳн буйына “Йыл уҡытыусыһы – 2014” конкурсы барҙы. Үҙеңдең көсөңдө һынау, белемеңде үҫтереү, тәжрибә менән уртаҡлашыу өсөн яҡшы майҙан булған һәм ижади һәләтеңде күрһәтеү мөмкинлеге лә биргән ярышта ҡала-райондың 17 педагогы ҡатнашты. Конкурс ѳс этаптан торҙо. Беренсе кѳндә конкурсанттар ҡала мәктәптәрендә асыҡ дәрестәр һәм класс сәғәттәре күрһәтте. Икенсе кѳндә “Методик берекмә”лә уҡытыусылар тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Ѳсѳнсѳ этапҡа тәүге ике кѳндѳң һѳҙѳмтәләре буйынса иң кѳслѳ 6 педагог үтте һәм улар “Оҫталыҡ дәресе” күрһәтте....
Башҡорт рухы һүнмәһен һиндә, гимназия! 7-05-2013, 14:13 / Мәғариф

Башҡорт рухы һүнмәһен һиндә, гимназия!

1995 йылда, Башҡортостан республикаһының суверенитет алыуға 5 йыл тулыуын байрам иткәндә, Белорет муниципаль район хакимиәте ҡарары менән ҡалала тәүге башҡорт гимназияһы асыла. Нәҡ шул йылы, бөгөнгө 25-се «Тирмәкәй» башҡорт балалар баҡсаһы бинаһының дүрт бүлмәһендә 64 башланғыс класс уҡыусыһы өсөн ҡыңғырау тауышы яңғырай. Милләтебеҙҙең энтузиаст уҡытыусылары башҡорт балаларын милли рух, үҙ традицияларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ нигеҙендә уҡытыу һәм тәрбиәләүгә ең һыҙғанып эшкә тотона....
Иң яҡшы уҡытыусы - Белоретта 12-04-2013, 16:32 / Мәғариф

Иң яҡшы уҡытыусы - Белоретта

Үткән аҙнала Белорет педагогия колледжында урта һѳнәри уҡыу йорттарының тѳбәк конкурсы үтте. Унда Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы, Белорет педагогия колледжы, Аҡъяр тау колледжы, Сибай педагогия колледжы, Сибай политехник колледжы, Белорет медицина колледжы, Сибай сауҙа-иҡтисад колледжы, Белорет металлургия колледжы, Ѳфѳ яғыулыҡ-энергетик колледжының Баймаҡ филиалынан үҙ эштәренең оҫталары “Иң яҡшы йыл преподавателе - 2013” исеме ѳсѳн кѳс һынашты....
Иң яҡшы уҡытыусылар билдәләнде 28-02-2013, 13:45 / Мәғариф

Иң яҡшы уҡытыусылар билдәләнде

Белорет муниципаль районында “Йыл уҡытыусыһы - 2013” конкурсына йомғаҡ яһалды. Быйылғы сарала ҡала һәм райондан бөтәһе 11 педагог үҙ оҫталығын күрһәтте. Бынан тыш, өс йыл педагогик стажы булған өс белгес “Уңышҡа тәүге аҙым” номинацияһында ярышты. Ике турҙа үткән конкурстың тәүгеһендә уҡытыусылар дәрес бирҙе, дәрескә анализ яһаны, класс сәғәте үткәрҙе һәм жюри ағзаларының һорауына яуап бирҙе, педагогик тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Икенсе турҙа иһә уҡытыусылар оҫталыҡ класы күрһәтте. 2003 йылдан бирле үткәрелеп килгән традицион конкурсты тантаналы ябыу сараһы ҡаланың 14-се гимназияһында...