Телебеҙ киләсәгенә юл ярыусылар 13-02-2013, 16:22 / Мәғариф

Телебеҙ киләсәгенә юл ярыусылар

«Телебеҙ киләсәгенә юл ярыусылар», - тип әйтер инем башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары тураһында. Ысынлап та, глобализация шарттарында телде һаҡлау, уның нескәлектәрен балаларға ѳйрәтеү еңелдән түгел. 2012 йылда туған телдәрҙе тѳбәктәрҙә уҡытыуға бәйле бәхәстәр күбәйҙе, мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре лә, ошоға бәйле уҡытыусылар ҙа ҡыҫҡартылды. Әммә әсә теленә һѳйѳү тәрбиәләүсе уҡытыусыларыбыҙ ауырлыҡтарға бирешмәй, дәрестәрендә яңы алымдар ҡулланып, тырышып эшләп йѳрѳй....
Ҡотлайбыҙ! 13-02-2013, 16:17 / Мәғариф

Ҡотлайбыҙ!

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының VIII класс уҡыусыһы Элина Лоҡманова Рәми Ғарипов ижадына, тормош юлына арналған Интернет-олимпиадала ҡатнашып, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының дипломына лайыҡ булды....
Талантлы балалар - Сермәндән 12-02-2013, 09:28 / Мәғариф

Талантлы балалар - Сермәндән

Балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләүемә 15 йыл үтеп тә китте. Балалар менән эшләү оҡшай һәм һѳнәремдән рухи ҡәнәғәтлек алам. Балаларҙың яҙмышын күҙ алдынан үткәреп, уларҙың уңышы тураһында Интернеттан уҡып, һәр бер яҡшы яңылыҡҡа ҡыуанабыҙ. Ә ҡаҙаныштар бар. Арыҫлан Мѳбәрәков исемендәге Сермән балалар йорто күп талантлы балалар үҫтерҙе....
Крайҙы ѳйрәнеү дәресе 6-02-2013, 13:22 / Мәғариф

Крайҙы ѳйрәнеү дәресе

Дауыт Юлтый исемендәге китапханала ғалим, табип һәм сәйәхәтсе, Сермәндең аҫыл улы Эрнст Мулдашевҡа арналған сара уҙҙы. Унда лицей-интернаттың юғары класс уҡыусылары ҡатнашты. Уҡыусылар уның Сермән мәктәбен, 1966-1972 йылдарҙа БДМУ-ны тамамлауын, һуңынан медицина фәндәре докторы, профессор, юғары категориялы офтальмо-хирург, Бѳтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге директоры, Луисвильск университетының (АҠШ) почетлы консультанты, Америка офтальмология академияһы ағзаһы, Халыҡ-ара фәндәр академияһының вәкәләтле ағзаһы, туризм буйынса спорт мастеры, ѳс тапҡыр СССР чемпионы булыуы тураһында...
Киләсәккә ѳмѳт менән... 21-01-2013, 09:52 / Мәғариф

Киләсәккә ѳмѳт менән...

Күптән түгел Межгорье ҡалаһынан бер апай БСТ каналындағы «Времечко» программаһына шылтыратып, милли мәғариф ѳлкәһендәге үҙгәрештәрҙе тәнҡитләп, әсенеп, ярһып, ризаһыҙлығын белдереп һѳйләне. Уҡытыусы булараҡ, мине лә уның борсолоуҙары уйландырҙы һәм уға ҡарата үҙ ҡарашымды белдерергә булдым. Минеңсә, милли мәғариф ѳлкәһендә үҙгәрештәр кәрәк икәнен күп ата-әсәләр аңлап етмәй. Был үҙгәрештәр заман талабы. Киләсәк быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү һѳҙѳмтәһендә социаль, психик яҡтан үҫешкән, аң-белемгә ынтылған шәхес тәрбиәләү бик кәрәк....
“Мәғариф” тураһында яңы закон 15-01-2013, 16:21 / Мәғариф

“Мәғариф” тураһында яңы закон

Президент Владимир Путин «Мәғариф» тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы Документҡа ярашлы, I класҡа тәүҙә мәктәп биләмәһендә йәшәгән уҡыусылар ҡабул ителә. Төплө белем биргән мәктәптәргә балаларҙы алыу урта һәм өлкән кластарҙа ғына башҡарыла. Ижади учреждениеларға уҡыусылар конкурс нигеҙендә алына....
Йәштәр күңелле  ял итә 25-12-2012, 08:48 / Мәғариф

Йәштәр күңелле ял итә

Ҡалабыҙҙа Иҙел башы башҡорт йәштәре ойошмаһы эшләй башлау менән иң әүҙем, тырыш йәштәр сәләмәт тормош, матур һәм күңелле ял итеү, йәмғиәткә файҙалы эштәр башҡарыу ѳсѳн дәррәү эш башланы....
Реформамы, әллә иләүгә таяҡ тығыумы? 26-10-2012, 13:40 / Мәғариф

Реформамы, әллә иләүгә таяҡ тығыумы?

Мәғариф ѳлкәһе бер ваҡытта булмағанса ҙур һынылыш осоро кисерә. Тотош илде тотороҡһоҙлоғо менән тетрәндергән 90-сы йылдарҙа ла мәғариф ѳлкәһе әлеге кеүек тетрәнеүҙәр кисермәне. Быйылғы 1 сентябрь күп мәктәп коллективы ѳсѳн, ул ғына ла түгел, мәғариф бүлектәре начальниктары ѳсѳн шомло кѳнгә әйләнде, сѳнки уларға “оптималләштереү”, йәғни ҡулайлаштырыу буйынса яңы ҡарарға таянып, бер районда ғына меңгә яҡын уҡытыусыны ҡыҫҡартырға кәрәк ине. Заманса мәктәп - бик ҡатмарлы ойошма. Ул үҙ ҡанундары буйынса йәшәй һәм уны ҡағыҙ битенә яҙылған инша кеүек, аҙағынаса аңлатып яҙып булмаясаҡ. Беҙгә...
Республикаға дан йырлап 22-10-2012, 16:15 / Мәғариф

Республикаға дан йырлап

Район-ҡалабыҙҙың күп мәктәптәрендәге кеүек 1-се Инйәр мәктәбендә лә Башҡортостан Республикаһының үҙ- аллылыҡ яулауына егерме ике йыл тулыуға арналған тантаналы линейка уҙҙы. Залға тантаналы рәүештә Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы флагтарын сығарыу хоҡуғына уҡыу алдынғылары, XI класс уҡыусылары Алмаз Ғиззәтуллин менән Азамат Мырҙагилдин лайыҡ булды. Гимн яңғырағандан һуң алып барыусы, мәктәп директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Э.Р. Ғафарова һәммәһен дә байрам менән ҡотланы, байрамдың мѳһимлеге һәм әһәмиәте тураһында әйтеп китте. Һуңынан IV класс уҡыусылары...
Уҡытыусыбыҙ һынатмай 17-10-2012, 14:38 / Мәғариф

Уҡытыусыбыҙ һынатмай

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зѳһрә Әхмәҙей ҡыҙы Үтәғолова “Иң яҡшы башҡорт теле” уҡытыусыһы конкурсында еңеп, Башҡортостан Хѳкүмәте Грантына лайыҡ булды. Республикабыҙҙың иң-иңдәре булған илле уҡытыусы исемлегенә Зѳһрә Әхмәҙей ҡыҙының да инеүе районыбыҙ ѳсѳн ҙур ғорурлыҡ. Егерме туғыҙ йыл ғүмерен педагогик ѳлкәгә арнаған, үҙ эшенә мѳкиббән киткән һәләтле уҡытыусының оло баһаға лайыҡ булыуы уның, ысынлап та, үҙ эшенең оҫтаһы булыуы хаҡында һѳйләй....